Кисәге йомаҡҡа яуапты төрлөсә яҙған төркөмдәштәребеҙ.
КИТ, БАЛЫҠ, ҠУЯН, КРОЛИК, БАҠА һ.б. Хатта бер төркөмдәшебеҙ руссалаптырып: "Революция подобна Сатурну: она пожирает своих детей!" тип яҙып ебәргән.
Уйлап ҡараһаң, был яуаптар бөтәһе лә дөрөҫ һымаҡ, тик хайуандар балаларын ашай. Ә йомаҡ НИМӘ ҮҘ БАЛАҺЫН ЙОТА? тип яңғырай ине. Тик РИЗИДА МӨХӘМӘТЙӘНОВА ебәргән йомаҡтың яуабы: Диңгеҙ, йылға-күлдән парға әйләнгән һыу кире ямғыр булып төшөүе, ине.
Яуап ебәргән Гөлзада Рәхимғолова, Динара Аҫылбаева, Рәүфә Аҫылғужина, Лилиә Ахунова, Гөлзирә Әмирханова, Илнара Назарова, Гөлназ Ҡылысбаева, Зөлфиә мөхәмәтйәнова-Агишева, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Зөлфиә Аҡсурина, Зөлфәр Дәүләтшин, Гөлфиә Киленбаева, Гүзәл Атнағоловаларға берәр мәрәй яҙыу дөрөҫ булыр тип һананыҡ.
Бөгөнгә йомаҡ: ОҘОН-ОҘОН ЕГЕТТӘР,
Яуаптар иртәгә сәғәт 15:00-гә тиклем ҡабул ителә. Әйткәндәй, иртәгә марттың һуңғы көнө. Иртәнән һуңға ай еңеүсеһе асыҡланасаҡ.