Донъя дауылға эләккән карап кеүек сайҡалғанда тыныс ҡына ҡалыуы ауыр. Экономик хәл-торош үҙгәрә, төрлө илдәрҙән береһенән-береһе ауырыраҡ хәбәрҙәр килә. Артабан нимә булыр? Кризистан һуң нисек йәшәрбеҙ?
Көслө травматик хәл ваҡиғаларға кеше хәүефләнеү, борсолоу, ныҡ ҡурҡыу, хатта үҙ-үҙен контролләү сифатын юғалтыу менән яуап бирә. Күбебеҙ яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп барабыҙ, ауырыусыларҙың артыу-кәмеүен тикшерәбеҙ, сағыштырабыҙ, хатта үҙ-ара хәбәрҙе күбеһенсә ошо ваҡиғаларға бәйләп аралашабыҙ – нисек һаҡланырға, нимә ярҙам итә, йәки киреһенсә.
Бөгөн күп кенә эшләп йөрөгән һау-сәләмәт кеше, йылдар буйы һалынған ғәҙәттәрҙән тайпылып, эшкә бармай, өйҙә ҡалырға мәжбүр, балалар дистанцион уҡыуға күсә, балалар баҡсалары эшләмәй – күптәр өсөн был үҙенә күрә ауыр ғына һынау, яңы тәжрибә. Ошоға бәйле, бер ҡасан да оҙаҡ ваҡыт бергә булып өйрәнмәгән “өлкәндәр”, “йәштәр”, “бәләкәйҙәр” , “ҙурҙар” араһында, быға тиклем “тайпылып” килгән аралашыу ҡатмарлыҡтары килеп сығыу ихтималы арта.
Бөгөн беҙ үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе тикшереү өсөн яңы һынау үтеү осоронда. Кемдер, кризистан һуң, минең яҡындарым иң изге кешеләр, тип ҡыуаныр, кемдеңдер, киреһенсә, ихтирамы юғалыр. Бер-береңә ауыр мәлдәрҙе үткәрергә ярҙам итеү, түҙемле булып аралашыуҙағы ҡайһы бер ҡытыршылыҡтарҙы булдырмау, бер- береңә юл ҡуйыу, һәр беребеҙҙән тора. Ә нимә эшләргә?
Килеп сығырға торған критик стресс ситуацияла үҙеңә “Етте!” тип бойроҡ бирергә. Тынысланырға, урынды алыштырыға (торорға, ултырырға, икенсе бүлмәгә сығырға), эмоцияларҙы еңеп, хәл-торошто сит күҙлектән барларға кәрәк. Һәм ситуацияны көсөргәнешкә килтереү (драматизация), тауыш күтәреү – конфликттан сығыуҙың файҙалы юлы түгел икәнлеген аңлағыҙ. Айыҡ аҡыл менән һәр бер һүҙегеҙҙе үлсәп, һәр бер хәрәкәтегеҙҙе уйлап ҡына эш итегеҙ. Логикаға таянығыҙ – ғаиләләге тыныслыҡ барыһы өсөн дә файҙалы.
Ни өсөн, йәки нимә арҡаһында хәл-торош былай киҫкенләште? Икенсе юлы бындай хәлгә етмәҫ өсөн һәр бер пунктын анализлап, план төҙөгөҙ. Был һеҙгә хәл-торошто контролдә тота алыуығыҙға ышаныс бирер.
Ғаиләлә тыныс, матур мөхит тыуҙырығыҙ. Бер берегеҙгә яғымлы һүҙҙәр әйтегеҙ, шаяртығыҙ, яҡшы күренештәрҙе маҡтағыҙ, насарына, йөҙөнән алмай ғына, ҡарашығыҙҙы аңлатығыҙ. Бер берегеҙгә ихтирамлы һәм иғтибарлы булығыҙ. Ғаилә ритуалдарын тотоғоҙ, һеҙҙе берләштереүсе яңыларын уйлап сығарығыҙ.
Ғаиләнең һәр ағзаһының ял итеү, эшләү өсөн шәхсән территорияһын булдырығыҙ. Һәр кемгә айырым бүлмә бүлеп булмаған осраҡта ла, үҙ-ара килешеп, “үҙ биләмә”не булдырыу юлын табырға мөмкин. Мәҫәлән, бәләкәйҙәргә простынянан “ҡыуыш” төҙөргә. Һөйләшеп, ваҡытты ла һәр кемгә файҙалы итеп үткәреү өсөн бүлегеҙ. Әлбиттә, бында һәр ғаилә үҙе хәл итә һәм үҙенең ҡағиҙәләре менән йәшәй. Үҙ-ара килешеп йәшәй белеү – ғаиләлә тотороҡлоҡ һәм тыныслыҡ нигеҙе.
Ғаилә ағзаларының һаулығын күҙәтегеҙ. Йоҡоғоҙҙо туйҙырығыҙ, сөнки даими йоҡо туймау – иммунитетты төшөрә. Физкультура менән шөғәлләнегеҙ, уйын формаһында ла мөмкин. Һәм был эшкә балаларҙы ла йәлеп итегеҙ. Интернеттан фитнес, йога программаларын ҡарап ҡулланырға була. Әлбиттә, шәхси йортта йәшәүселәргә күпкә еңел, ишек алдына сығырға мөмкин. Кемдәрҙең ундай мөмкинлеге юҡ – улар яҙ һауаһын асыҡ форточкаларҙан һәм балкондан һулай ала.
Был ябай булмаған психологик ситуацияла матдәләр дөрөҫ алмашыныуын тәьмин итергә кәрәк. Әҙерләгән аш-һыуҙың файҙалы булыуына нығыраҡ иғтибар бүләйек, емеш-еләк, ярмаларҙы йышыраҡ ҡулланайыҡ. Интернетта ябай, арзанлы продукттарҙан файҙалы аш-һыу әҙерләргә өйрәткән сайттарҙы ҡарап, балаларҙы ла ярҙамға йәлеп итергә була. Мөмкин булһа, менюны алдан төҙөп, аш булмәһендә алмашлап әҙерләгеҙ. Стресс ваҡытында әҙләп йыш ашау тәкдим ителә.Өҫтәл артында: “Магазинда шул ҡиммәтләнгән, был юҡ”, тип һөйләмәгеҙ, хәүеф тойғоһо кәрәгенән артыҡ ашарға мәжбүр итә.
Ураған һайын яңылыҡтар таҫмаһын күҙәтеү хәүеф тойғоһон арттыра. Ватсаптан береһенән береһенә күсеп йөрөгән. Ысынбарлыҡҡа тап килмәгән “яңылыҡтарҙы” иғтибарға алмағыҙ, үҙегеҙ ҙә таратмағыҙ. Билдәле, ышаныслы ғына бер-ике сайттан иртәле-кисле билдәле бер ваҡытта яңылыҡтарҙы күҙәтеп анализлағыҙ. Әммә йоҡлар алдынан ике сәғәттән дә һуң түгел.
Аралашыуҙан тыйылмағыҙ. Быға тиклем булмағанса, яҡындарыбыҙ менән аралашыуға ваҡыт барлыҡҡа килде. Телефон, заманса онлай-бәйләнештәр. Тик эргәгеҙҙәгеләрен, балаларығыҙҙы онотоп китмәгеҙ, күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу тағы ҡасан тура килә әле?! Шаяртығыҙ, хатта үҫмерҙәр ҙә бәләкәй саҡтағы күңелле ваҡиғаларҙы тыңларға ярата. Аралашҡанда зарланмағыҙ, киреһенсә кәйефте күтәреүсе һүҙҙәр табығыҙ. Яҡындарың менән аралашыу ауыр ваҡытта бер-береңде күтәрмәләп тороусы оло ярҙам икәнен онотмайыҡ.
Үҙегеҙҙең дә, өйҙәгеләрҙең дә көн режимын һаҡлағыҙ. Дистанцион эшләһәгеҙ, дистанцион уҡыған балалаларығыҙ булһа, эш урынын булдырығыҙ. Диванда, иҙәндә ятып эшләү файҙаһыҙ. Уңайлы кейем, билдәле эш, тәнәфес ваҡыты берегеҙҙе лә арытмаҫ, бер-берегеҙгә көс төшөрмәҫкә булышлыҡ итер. Ваҡытты дөрөҫ бүлер өсөн будильник ҡулланығыҙ. Эшегеҙҙе төнгөлөккә ҡалдырмағыҙ. Эштән һуң ял ойошторорға онотмағыҙ.
Беҙҙең буш ваҡыт барлыҡҡа килде, мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмайыҡ – үҙебеҙгә лә ваҡыт бүләйек. Карантинда өйҙә бикле ятыуҙы яза тип ҡабул итмәйек, күптән уҡырға теләгән китаптарҙы уҡыйыҡ, яңы эштәргә, яңыса уйларға өйрәнәйек.
“Барыһы ла үтә”, тигән бер боронғо аҡыл эйәһе. Карантин ваҡытлыса икәнен онотмайыҡ. Сәләмәт булайыҡ!
Рәмилә Айытбай ҡыҙы Солтанова, Иҫәнғол ауылы башҡорт гимназия-интернеатының педагог-психологы.