Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2020, 00:00

АҠылға ултырыу (юмореска). Сәлих Ваһапов

Ике дуҫ, Марат менән Морат, машинала күрше ауылға эш буйынса барҙылар. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, “һә” тигәнсе теүәлләп тә ҡуйҙылар. Ҡунаҡ килгәс, дуҫтары буш ҡайтарып ебәрәме? Һыйлап ҡайтарырға булдылар. Ҡәҙимге булып, былар ҡайтырға сыҡты. Күңел күтәренке. Руль артында Марат. Морат йырлап ебәрҙе.

1 апрель – Көлкө көнө
Ике дуҫ, Марат менән Морат, машинала күрше ауылға эш буйынса барҙылар. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, “һә” тигәнсе теүәлләп тә ҡуйҙылар. Ҡунаҡ килгәс, дуҫтары буш ҡайтарып ебәрәме? Һыйлап ҡайтарырға булдылар. Ҡәҙимге булып, былар ҡайтырға сыҡты. Күңел күтәренке. Руль артында Марат. Морат йырлап ебәрҙе.
– …Ир-егеткәй менән ат башы…
Туҡтанылар. Яйлап ҡына ҡар яуып тора.
– Ҡалай матур кис, – тине Морат.
– Һауаһы һуң! Тын алыуҙары еңел! – тип шатланды Марат.
– Тимер сана юл яра…– Морат йырын һуҙҙы.
– Матур йырлайһың. Күңелгә үтеп инә, – Марат үҙ фекерен белдерҙе.
– Марат, ишетәһеңме? – ҡапыл һораны Морат.
– Нимәне?
– Әтәс тауышын?
– Юҡсы. Урманда ниндәй әтәс булһын.
– Эйе шул, – тип килеште Морат. – Ләкин, мин ишеттем бит.
– Ҡолағыңа салынғандыр.
Морат ни эшләһен, килешергә тура килде. Бер аҙҙан кәкүк саҡырҙы.
– Кәк-күк! Кәк-күк!
Морат өндәшмәҫкә уйлағайны ла, булдыра алманы.
– Марат, ишеттеңме? Хәҙер кәкүк саҡырҙы.
– Кәкүк саҡырҙы, тиһеңме?
– Эйе.
– Бына һиңә кәрәкһә! Ҡар яуып торғанда, ниндәй кәкүк саҡырып йөрөһөн! Марат урманды яңғыратып көлөп ебәрҙе.
Морат тамам аптыраны: ул ишетә, Марат юҡ.
– Был ни хикмәт икән?
– Мужыт һин, белый горячкаға әйләнеп бараһыңдыр, эсеп алғас.
– Шулай уҡ микән?
– Беләһең дә, уның менән ауырыһаң, күҙгә теләһә нимә күренә, тиҙәр.
Морат ҡурҡыуға төштө. Хатта, аяғы тотмай башланы.
– Миңә ни эшләргә икән? Әйҙә, тиҙерәк ҡуҙғалдыҡ, бальнисҡа! Пока һуң булмаҫ борон.
– Был ваҡытта ниндәй бальнис эшләһен.
– Ошонан ҡотолор булһам, ауыҙыма ла алмаясаҡмын шайтан һыуын. Тоҡандыр машинаңды. Ысҡынайыҡ шайтан ояһынан.
Марат Моратҡа еҙнәһе менән апаһы сит илдән әтәс менән кәкүк ҡысҡыра торған ҡул сәғәте бүләк иткәндәрен әйтеп торманы. Ундай сәғәтте күреү түгел, ишетелгәне лә юҡ ине әле.
Сәлих Ваһапов. Байыш ауылы.