1 апрелдән сираттағы армияға саҡырыу кампанияһы башланды. Был турала Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин 30 мартта ҡул ҡуйғайны.
Яҙғы саҡырылыш барышында Хәрби Көстәрҙе 135 мең кеше тулыландырырға тейеш. Кампания 15 июлгә тиклем дауам итә. Рәсәй Оборона министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, коронавирусҡа бәйле, егеттәр тик 20 майҙа ғына хеҙмәт урынына йүнәлә. Инфекцияның киң таралыуы сәбәпле, бәлки, армияға саҡырыу кисектерелер, тигән фараз таралғайны. Указға тиклем үк уны оборона министры Сергей Шойгу инҡар итте.
Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариатынан алынған мәғлүмәт буйынса, 2020 йылғы хәрби хеҙмәткә саҡырыу вируслы инфекцияға бәйле, ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып уҙғарыласаҡ. “Республиканың хәрби комиссариаттарында, йыйылыу пункттарында, юлда һәм хәрби частарҙа зарарланыуға юл ҡуймау өсөн профилактик саралар уҙғарыласаҡ, шулай уҡ даими контроль ойоштороласаҡ. Яңы килгәндәрҙең тән температураһы үлсәнәсәк”, – ти төбәктең хәрби комиссары Игорь Харченко.
Бынан тыш, көн дә бөтә биналарҙа ла һауаны зарарһыҙландырыу өсөн бактерицид нурландырыу ҡулланылып дезинфикция үткәреләсәк. Йыйылыу пунктында призывниктарға шәхси гигиена әйберҙәре менән контейнерҙар һәм битлектәр бирәсәктәр.
Хәрби частарҙа йәш көстәр килеүгә карантин саралары планлаштырылған. Улар 14 көн тирәһе буласаҡ. Был осорҙа шәхси состав айырым казармаларға урынлаштырыласаҡ, ашау-эсеү һәм уҡыу хәрби частең башҡа хәрбиҙәрҙән айырым ойоштороласаҡ. Яңы килгәндәрҙең һаулығы контролдә буласаҡ, температуралары тәүлегенә өс тапҡырҙан да кәм үлсәнмәйәсәк.
Тын алыу органдары ауырыуы билдәләре булған саҡырылыусылар айырып алынасаҡ, коронавирус инфекцияһына тест уҙасаҡ һәм бөтә тейешле медицина ярҙамы аласаҡ.
Ә инде Тыуған ил алдында бурысын үтәгәндәр Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы демобилизацияланасаҡ. Йәшәү урынына ҡайтыр алдынан, уларҙың һәр береһе менән медицина хеҙмәткәрҙәре инструктаж уҙғарасаҡ.
2020 йылдың яҙында Башҡортостан хәрби хеҙмәткә бөтәһе 5 мең егет ебәрәсәк.
БР Хәрби комиссариатының Күгәрсен һәм Ейәнсура райондары буйынса бүлеге хеҙмәткәре Р. Х. Сәғитова хәбәр итеүенсә, беҙҙең Ейәнсура районынан 45 тирәһе егет хәрби хеҙмәткә алынасаҡ. 13 апрелдән медицина-саҡырылыш комиссияһы үҙ эшен башлаясаҡ, әлбиттә, был да карантинға бәйле.
Бөгөнгө көндә Рәсәй армияһында COVID-19 менән ауырыусы теркәлмәгән.