Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Апрель 2020, 12:00

#аш_һыу

Татар халҡы "шәңгә", "дучмак" дип йөрөткән был ризыҡты беҙҙә бәрәмәс тиҙәр. Әйҙәгеҙ, өйҙә ултырыуыбыҙҙы файҙаланып, йома сәйенә Гөлсәсәк Фәтхулова өйрәткәнсә картуф бәрәмәсен бешереп алайыҡ әле.

Ҡамыр өсөн:
- 200 мл һөт;
- 200 мл кефир;
- 2-3 аш ҡалағы ҡаймаҡ;
- 3 йомортҡа (береһе өстенә һылар өсөн);
- 50 мл һыу;
- 1сәй ҡалағы ҡоро сөпрә;
- 1 сәй ҡалағы тоҙ;
- 2 сәй ҡалағы шәкәр ҡомы;
- 2 аш ҡалағы шыйыҡ май;
- он.
Эслек өсөн: иҙелгән картуф, һуған, яратҡан тәмләткестәрегеҙ.

Башта 50 мл йылмыс һыуға 1сәй ҡалағы шәкәр ҡомы, 1 сәй ҡалағы өйөп сүпрә, 2-4 аш ҡалағы он һалып, яҡшылап болғатып, өҫтөн ҡаплап, әсетергә ҡалдырабыҙ.
Тәрән һауытҡа йылытылған һөт, кефир, тоҙ, ҡаймаҡ, ҡалған шәкәрҙе, 2 йомортҡаны, әҙер сөпрәне һалып, яҡшылап болғайбыҙ. Он һалып ҡамыр баҫабыҙ. Баҫып бөтөргәндә 2 аш ҡалағы үҫмлек майы һалып, баҫып бөтөрәбеҙ. Өҫтөн ҡаплап, ҡабартырға ҡуябыҙ.
Ҡамыр күтәрелгән арала эслек әҙерләйбеҙ. Картуфты бешереп, ҡайнар һөт, май һалып, төйәбеҙ, иҙеп бөтөргәндә майҙа ҡыҙған һуған һалабыҙ.
Ҡамыр ҡабарғас, табаны майлайбыҙ ҙа, ҡамырҙы бүлеп, таба төбөнә йәйеп һалабыҙ. Өҫтөнә иҙелгән картуфты тигеҙләп һалып, өҫтөнә 1 туҡылған йомортҡа һылайбыҙ. Тағын бер аҙ ҡабартып алып, бәрәмәсте ҡыҙған мейестә бешереп алабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: