Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Апрель 2020, 00:00

ТӨШЛӨКТӘГЕ ТӨШ. Гөлсирә Ғайсарова.

Тәбиғи булығыҙ — сәскә атырһығыҙ. Чжуан-ЦзыБына ир атын туҡтата һалып, эргәләге тау итәгенә атлыҡты. «Нимә тапты икән унда?» —тип ҡыҙыҡһынған Сафуан уның шул арала бер услам ҡуҙаҡлы еләк өҙә һалып кире йүгергәнен күрҙе. Сәйер булып китте: «Әл­лә үҙҙәренсә яратыша инде былар ысынлап та?» — тип көлөмһөрәне. Уның был ҡарашын күҙәткән Ғәҙелгәрәйҙең ирененә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу ҡунды. «Яратышыу әллә ҡыҫҡа итәкле, ҡыҙыл тырнаҡлы дорфа секретаршалар менән «һин дә мин — Мөхәммәтәмин» тип кәпрәйгән йыуан ҡорһаҡлы түрәләр араһында ғына була тиһең­ ме?»—тигәнде аңлатманымы икән был мут йылмайыу...

Тәбиғи булығыҙ — сәскә атырһығыҙ. Чжуан-Цзы
Яланғас табаны шалланмаған шыма таҡтаның рәхәт йылыһын тойоу менән бала саҡ, уйһыҙ, ирәүән студент осор, әсәй йорто келт итеп иҫенә төштө. Еләҫ елдәй генә булып моңһоулыҡ ипкене ҡағылып китте. Кисә ҡыҙыу мунсала кинәнгәнсе сабынып, аҙағынан һитәле бал менән буйтым шифаланғас, сабыйҙай иҙрәп йоҡланылған. һуң торғанына уңайһыҙланыңҡырап сыға ине, йәшел сирәм баҫҡан киң ихатала өмәгә әҙерлектең ҡыҙып ҡына барғанын күреп тынысланды. Техникаға һалышҡан ауыл кешеһе эш тип өтөлөп-ҡырылып бармай хәҙер. Ана, ҡоҙаһы бар таһылын һалып бесәнгә һимер- телгән тәкәне тунай. Өмәгә әйтелгән күрше ҡатындары­ лыр, ахыры, эсәк йыуырға китергә тора. Береһе ҡаласа аҡ салбарҙан килеш күтәрмәгә сығып баҫҡан Сафуанға һирпелеп баҡты ла, өлкәнерәгенең бөйөрөнә төртөп, тоттоҡ, тигәндәй, ерҙәге эсәк-ҡарын тултырылған тасҡа ымланы. Эйелгән ыңғайға асыҡ иҙеүенән йомро ғына түштәре күренеп ҡалды. Уйынсаҡ ҡыҙыҡһыныу сағыл­ған ҡарашын ҡапҡанан сығып барышлай йәнә бер таш­ лап алырға өлгөрҙө йәш ҡатын. Ауыл халҡы өсөн Сафуандың тормошо әкиәт кеүек күренә инде. Кисә лә: — Шоферы йәкшәмбе килеп ала, ти. Эй рәхәт йә­ шәйҙәр ҙә инде, килтереп ҡуй, килеп ал, — тип һөйлә­ нәләр ине. — Машинаһының матурлығы! Ҡурсаҡ кеүек. Ултырыу түгел, ҡарап тороуы бер ғүмер. Ә ҡоҙағыйы ҡәнәғәт йылмайып өндәшмәй генә тың­ лай. Уның ултырып йөрөгәне бар, өлкән улы Себерҙән үк машинаһы менән ҡайтып төшкән. 4Нисәмә йылдар инде донъя йөгөн бер үҙе артмаҡлап, ағай, атай, хәҙер инде хатта олатай булып киткән Сафуанға бер көнгә генә булһа ла үҙен һис хәстәре бул­ маған ҡәҙерле ҡунаҡ итеп тойоу рәхәт. Ана, ҡоҙағыйы­ ның, аласыҡтан йүгерә һалып сығып, ҡәҙерләп сәйгә саҡырыуы хас та әсәһенең өлтөрәп тороуын хәтерләтте. Өҫтәлдә яңы ғына сепараттан үткәрелгән йылы ҡай­ маҡ, әле генә һуйылған тәкәнең оҫталап ҡурылған ба­ уыры хуш еҫ аңҡыта. Сафуан үҙенең кисә ҡапыл ғына уйлап бында борол­ ғанына йәнә бер тапҡыр һөйөндө. Ул был татыу ғаиләне яҡшы белә. Ҡатыны, балалары менән дә, үҙе генә лә булғаны, уларҙың күмәген дә, яңғыҙ-ярымлап та болло йортонда һыйлағаны бар. Әле лә хужаларҙың, бесән мәшәҡәтенә ҡарамайынса, ул тип өҙөлөп тороуҙарына тамсы ла уңайһыҙлыҡ кисермәй. Сөнки уларҙан күргән яҡшылыҡты унлата арттырып изгелек күрһәтергә ҡулы­ нан килә, күрһәтә лә. Әммә белә: ҡоҙаһы менән ҡоҙа­ ғыйының хөрмәтендә уның биләгән вазифаһына ярам­ һаҡланыу, ҡылған һәм ҡыласаҡ ярҙамдарына рәхмәт кенә түгел. Улар Сафуанды кеше булараҡ та ихлас яҡын күрә. Әле уға бына ошоноһо әһәмиәтлерәк. Эйе, кисәгенәк ҡыр ҡаҙҙары кеүек теҙелешеп Баш­ ҡортостан юлдары буйлап кәйелә-кәйелә елдергән затлы машиналар тубынан Сафуандың «Тойота»һы Һөйөндөк ауылына илткән сутырмаҡ юлға ҡайырылды ла ҡалды. Уйламағанда ғына айырылды, сөнки тағы ■ ярты көн сыҙарлыҡ та тәҡәте ҡалмағайны. Шул тиклем туйғайны. Боғаҙына килеп тығылғайны ғарыҡ булыуы. Хәйер, был Сафуандың һуңғы осорҙағы ғәҙәти халәте — кешеләрҙән туйыу. Кешеләрҙән генә булһа икән әле? Ғөмүмән, тор­ моштоң үҙенән булып ҡуймағайы... Күпселектең ҡарашынан сығып фекер йөрөткәндә, барыһы ла ал да гөл, ашағаны бал да май — ә ул толҡа тапмай. Йоғошло сир кеүек ҡаҙалды бер кәйеф — йә­ шәүҙең ҡыҙығы бөттө. Был донъяла уны мауыҡтырыр бер генә сер ҙә ҡалмаған кеүек. Бөтәһен дә белә, аңлай. Ниндәйҙер ваҡиға башланып ҡына тора, ә Сафуан уның ахырын күрә. Кеше ауыҙын асып та өлгөрмәй, ә ул ни әйтерен генә түгел, ниндәй йәшерен ниәт менән әйтелгә­ ненә тиклем төшөнә. Башына: «Йәшәүҙән ни мәғәнә?» — кеүегерәк уйҙар инә-сыға йөрөргә әүәҫләнеп бара. 5Ә «ни өсөн», «ниңә»ләр борсой башлаған икән, тигенгә түгел. Тере мәйеттең һорауҙары бит был. Тормош һул­ ҡылдап тиртеп, мөлкөлдәп ҡайнап торғанда юҡ-бар баш­ ҡа килмәй. Ҡартлыҡ шулай үҙен һиҙҙерәлер, тигәйне башта. Күҙгә тексәйгән ҡартлыҡтан һөйөү артына боҫмаҡсы булып, ғишыҡ яңыртырға ла уйлап ҡуйғайны. Тик бы­ нан да файҙа сыҡмаҫын самалай. Ғашиҡ булғаны юҡмы ни уның? Башта ҡыҙыҡ, эйе. Ә бер аҙҙан балға батҡан һағыҙаҡ шикелле, ҡанатың һәлберәп, нисек ҡотолорға белеп булмай. Унан ҡатын-ҡыҙҙың уға талпан кеүек йәбешә торған холҡо бар. Юҡ, был мәшәҡәттең дә кәрәге юҡ. Тағы ниндәй ҡыҙыҡ бар һуң был донъяла? Элек юғарыраҡ үрләү теләге сәмләндерә ине. Инде юғарыла ла йөрөлдө, депутат та булып ултырҙы. Дөрөҫөн әйткәндә, яйға һалынған тормошон үҙгәрт­ кеһе лә килеп тормай. Зарланмай ул. Зарланырлыҡ та түгел. Ҡыҙыҡ түгел, тип кешегә һөйләп булмай бит инде. Ғүмер баҡыйына үңәсе өҙөлөрҙәй булып эшләп тә осон осҡа ялғай алмаған күпме ҡарт-ҡоро: «Нимә, ҡус­ тым, осаңа май бөрҙөмө әллә?» —тип күҙеңде сәсрәтер. Әүеҫләк аҫтындағы еләҫтә өмәгә һуңғы әҙерлекте кү­ ҙәтеп ултырған Сафуан ялҡау ғына шул хаҡта уйланы. Хәйер, бынау йәмле йәй көнөндә баш ҡатыра торған нәмә лә түгел инде был. Хатта уй ҙа түгел, йонсотҡос бер тойғо. Ҡатындар, ана, йүгерекләп йөрөп машинаға ашанды тейәй. Әйтерһең, бесән сабырға түгел, оло-ҡара туй яһарға барыуҙары. Хәйер, эштән бигерәк, бер мәрәкә инде. Ҡоҙаның ҡырҙан ике улы, бер ҡыҙы ғаиләләре менән ҡайтҡан. Улар өсөн ялан күреү, саф һауа һулау мөһим. — Бынау ҡымыҙҙы ҡайҙа ҡуяйым, улым? Берәүегеҙ тотоп ултырмаһа, түгелеп әрәм булыр. — Ҡымыҙ быуынды ала бит ул, әсәй, һыуһынға айран яҡшыраҡ. Әсе ҡатығың юҡмы? — Ҡатыҡ та һалдым. Барһын ҡымыҙы ла, машина һөйрәй ҙә баһа. Ул арала урам яҡҡа оҙон арбаға егелгән бер ат килеп туҡтаны. Ишек алдындағылар ҡапҡанан килеп ингән был ир менән ҡатынды шулай ҡыуанып ҡаршы 6алмаһа, Сафуан, моғайын, уларға иғтибар ҙа бирмәгән булыр ине. Икеһе лә йонсоу. Кейемдәре ярлы. Ире арзанлы спорт салбары, ҡәҙимге һиҙрәгән футболка кейгән. Яшыҡ ҡына ҡатыны шул тиклем ҡояшҡа янған. «Ҡара сутыр». Сафуандың иҫенә күптән онотолған ошо һүҙ килеп төштө. Күлдәген дә матур булһын тип түгел, кер күтәрһен өсөн һайлаған, ниндәйҙер бысраҡ төҫ. Бары башына ҡайырып ябынған яулығы ғына аҡ тап булып күренеп тора. Дөйөм иғтибарҙан икеһенең дә йөҙө яҡтырып, ауыҙҙары йырылып китеүгә алғы тештәренең дә теүәл булмауы күҙгә ташланды. — Ҡотла, ҡәрендәш, — тип шарылданы ир ҡаршыла­ рына йүгереп барған Мәстүрәгә, ҡоҙаның Мәскәүҙән ҡайтҡан фән кандидаты ҡыҙына. — Зәбихулла абзыйың да ҡартатай булды! Малай, өс кило ла ете йөҙ. Эргәһендә шулай уҡ балҡып торған ҡатыны Сафуан­ дың ғәжәпһенгән ҡарашын тойоп тартынды, яулыҡ осо менән ауыҙын ҡаплай һалды. «Хәйерсе үрсеткәнгә лә шул тиклем ҡыуана икән кеше». Көтмәгәндә башына килгән уҫал уйына Сафуан үҙе лә ғәжәпләнде. Тик ниңәлер, әллә хөртәмшә ҡиәфәт­ тәре менән ғәҙәттән тыш шәп кәйефтәре тап килмәгән­ гә, ҡаныҡты ла ҡуйҙы был икәүгә. Бигерәк тә ямаҡай бисәһенә. — Етешһеҙерәк йәшәйҙәр шул, — тип ҡуйҙы һәнәк- тырма тотоп эргәһенән үтеп барған ҡоҙаһы Сафуандың уйын төшөнгән кеүек. — Алты малай. Өлкәнен былтыр өйләндереп башҡа сығарғайнылар. Ана, бөгөн ейәнле булып тороуҙары. Икенсеһенә быйыл туй яһанылар. Өсөнсөләре армияла. Игеҙәктәре военкомат юлында. Кин­ йәләре мәктәптә уҡый. Балаларының береһе лә ныҡлап аяҡҡа баҫып китә алмаған шул әле. «Ошолар ҙа, донъяла йәшәйбеҙ, тигән була инде, — тип уйланы Сафуан үҙенән саҡ ҡына йәшерәк был икәүҙе йәлләүҙән аңлайышһыҙ ләззәт кисереп. — Ниндәй генә рәхәт күрҙеләр икән, бахырҙар?» Үҙе лә ауылдан сыҡҡан малай — аҙыраҡ күҙ алдына килтерә Сафуан уларҙың тормошон. Йәйен-ҡышын ре­ зина итектә мал араһында. Ауырырға ла ярамай хатта. Малдың тамағы тук булһын, һыйырың ваҡытында һауылһын. Ғүмерең буйы малға ҡол. Ҡыш көрт баҫып китә, яҙлы-көҙлө тубыҡтан бысраҡ. Өс ай йәйҙе күҙҙә­ре сығырҙай булып көтөп алалар ҙа, йәнә бесән, утын. Йәйге йәннәтен дә инде ташҡа үлсәйем, себен дә серә­ кәй, күгәүен дә һыйыр ҡойроғо. Ауыл кешеһенең тормошон эт көнөләй күргеһе ки­ леүе үҙен бер нәмә лә ҡыуандырмаған, күңеле үҙәктән ҡороған ағас кеүек булып барған өсөн үс алыу инеме? Аңламаны. Урынлы-урынһыҙға бер көләмәс иҫенә төштө. ...Теге донъя, имеш. Дәүләт етәкселәренең төрлөһө төрлөсә шыйыҡ батҡаҡҡа батҡан. Ленин билдән, Ста­ лин муйындан, Андропов тубыҡтан, ә Брежневтың таба­ нынан ғына тора, ти. Бөтәһе лә: «Бәй, һин шул тиклем гонаһһыҙ түгел дә баһа», — тип аптырағанға: «Шаула­мағыҙ, мин Хрущевтың башына баҫҡанмын», — ти икән. Шуның кеүек Сафуан да үҙе батып барған күңел һаҙлығынан бынау ауыл бисәһенең башына баҫып ҡал- ҡырға маташа ине, ахыры. Ниһайәт, әҙерлек тамамланды. Ризыҡ-әүҡәтте, ҡаҙан­ ды машина багажнигына, салғыларҙы ат арбаларына тейәнеләр. — Сафуан ағай, ҡайһы машинаға ултыраһың? — тип көтәүелләгән йәштәрҙе: — Машинала йөрөгән бар ул... — тип шаяртты ла Сафуан ҡоҙаһының арбаһын һайланы. Атайһыҙ үҫкәс, ғүмере буйы утын-бесәнгә ат менән йөрөгән тиҫтер малайҙарына ҡыҙығыуын иҫенә төшөрҙө. — Сәмиғә еңгә, әйҙә, елдертеп кенә алып барам, — тип ямаҡ бисәне саҡырҙылар. Ул башта ымһына биреп ҡуйғайны ла, арба төбөнә тырма-фәләнде йәтешләп бу­ лашҡан иренә ҡарап: — Ҡуй, ярар, — тине, баш тартты. «Әллә ире ҡыҙғаныр тип шөбһәләнә, байғош», — Сафуан көлөмһөрәне. Ҡатын уның уйын аңлағандай: — Рәхмәт, ҡәйнеш, минһеҙ ағайыңа күңелһеҙ була, — тип өҫтәне. Арбаларға урынлашҡан арала Сафуандың күҙе «ҡара сутыр»ҙың балтырҙарына төштө. Ҡан тамырҙары ҡара­ ғусҡыл күк булып ҡалҡып сыҡҡан, ҡайһы бер урында хатта ҡанһырап тора. Ҡарарға имәнес. Ә бит кемдер уны ла, матурым, тип яратҡан булалыр... Келтер-келтер генә юлландылар. Ҡоҙаһы алдан, Зә- бихулланың аты арттан төшөп алды. Сафуан үҙенең лерт-лерт юртҡан ат арбаһында сәскәле болондар аша һуңғы тапҡыр ҡасан үткәнен дә онотҡан икән. Ә ма­ шина тәҙрәһенән донъя бөтөнләй икенсе төрлө күренә, хуш еҫе юғала. Ҡоҙаһы урындағы тәртипһеҙлектәр тураһында һөй­ ләп бара. — Ил ҡайғыһы, халыҡ мәнфәғәте тигән нәмә аслан бөттө. Сафуан ялт иттереп ҡарап ҡуйҙы. «Был һүҙҙәр күп­ тән үҙ кеҫәһен ҡайғыртҡан хәйләкәрҙәр өсөн байраҡҡа әйләнде, баһалары юҡҡа сыҡты бит инде». Унан кем арбаһында ултырғанын, был төшөнсәләр изге һаналған урындар ҙа барлығын самаланы. — Эш буйынса бараһың — бәләкәс кенә дәрәжә эйә­ һе булғаны ла ришүәт көтөп өмөтөн һәлберәтә. Килеп ултыралар ҙа урлаша башлайҙар. «Әгәр ил буйынса миңә мәғлүм булғандың барыһын белһә, нимә тиер ине икән?—тигән уй елдереп үтте Сафуандың башынан. — Әммә икенсе яғы ла бар бит, — тип эстән генә бәхәсләшеп китте. — Берҙән, юғарыла ла бик анһат түгел». Был даирәлә уңыш ҡулыңдан эш килеү-килмәүгә генә бәйләнмәгәнен аңлаған әсәһе улының фән юлынан китмәй, етәкселеккә ынтылыуына, Брежнев заманында уҡ: — Әллә инде, балам. Түрә булыр өсөн һарыҡтар араһында бүре, бүреләр араһында һарыҡ була белергә кәрәк, — тип шикләнгәйне. Әсәһе шуны күҙ уңынан ысҡындырған. Бүреләр араһында бүре — ҡойроҡто бот араһына ҡыҫтырғаны түгел, тешен ыржайтырға әҙер торғаны — була белеү ҙә мөһим. Йыш ҡына, русса әйт­ мешләй: «Йә, был юлы кемгә ҡаршы дуҫлашабыҙ?» — тигән хәлгә ҡалаһың. Ҡорбанлыҡҡа тәғәйенләнгән ул берәүҙе йолҡҡослап ырғытҡас, һәр кем үҙ юлына китә. Икенсе тапҡыр инде ҡорбан һин үҙең булыу ихтималы аңында һәр саҡ ҡалтырап тора. Гелән шул хәүеф менән йәшәйһең. Ә власть, байлыҡ, дәрәжә — үлемесле сир. Уны йоҡторҙоңмо, бөттө. Власть менән дәрәжәңде ҡасан ысҡындырыуың билдәле булмағас, исмаһам, аҫтыңа бол яҫтап алып ҡалғы килә, үҙеңә, балаларыңа, ейәндәреңә етерлек итеп. Ярай Сафуандың был йәһәттән башы ауыртмай хә­ ҙер. Ваҡытында ҡыбырлап ҡалған. Үҙенең ыҡсым ғына 9бизнесын яйға һалғайны. Законлы юл менән, әлбиттә. Хәҙер шул яҡшы сәғәт кеүек текелдәп кенә эшләп тора. «Нисек күрмәйҙәр, нисек белмәйҙәр урлашҡанда­ рын?»—тип аптыраған була ҡоҙа. Ниңә күрмәһендәр? Кеҫәңдәге тинеңә ҡәҙәр беләләр. Артыҡ хаттин ашма­ һаң, итәк-сабыуыңды йыйып йөрөһәң, тейешле кешегә ярай, иң мөһиме, бүлешә белһәң, әлбиттә, аҙмы-күпме үҙ бурысыңды атҡарһаң, түрәлегеңде оҙонайтаһың. Ҡомһоҙ ҡарашы менән гөлгә күмелгән болондо һө­ ҙөп барған Сафуан: — Аһа, ҡоҙа, анау һарына түгелме һуң?—тип ҡыс­ ҡырып ебәрҙе. — Шул. — тип йөпләне ҡоҙаһы ҡәнәғәт тауыш менән. — һуғыш йылдарында күпме кешене ас үлемдән ҡотҡарып ҡалған һарына. Бик һирәк, бөтөү сигендә ине, һуңғы йылдарҙа күренә башланы. Ҡоҙа йәне әсенеп ошо тәбиғәт ҡомартҡыһы булыр­ лыҡ ерҙәрҙе ситтән килгән байҙарға һатырға ҡырсынған түрәләр хаҡында һөйләргә кереште. Битарафлығының сәбәбен зирәк ҡоҙаһы дөрөҫ аңлап ҡуймаһын тип хафаланған Сафуан, ниһайәт: — Тормош арбаһы артыҡ шәп китеп түңкәрелмәһен өсөн тәгәрмәскә таяҡ тығыусылар ҙа кәрәк, тигән фар­ ман күктән үк ебәрелмәнеме икән, ҡоҙа? Һуңғы осорҙа, аптырағас, шулай тип тә уйлап ҡуйыла, — тигән булды. Ҡоҙаһы сәгер күҙҙәрен һирпеп: — Ул таяҡ тығыусылар үтә күбәйеп китте бит әле, — тиеү менән сикләнде. — Арбаны бөтөнләй емереп ҡуйма­ һындар тип ҡурҡыла. — Ҡурҡытырһың һине! Әкәмәт кеше инде ул ҡоҙа. Исеме лә бит уның есе­ менә тап килгән — Ғәҙелгәрәй. Ғүмере буйы түрәләр менән борсағы бешмәне. Күҙ­ ҙәрен сығарғансы әйтә лә үҙе дөрөҫ һанағанды эшләп тик йөрөй. Түҙәләр-түҙәләр ҙә ҡыуып сығаралар. Ул етәк­ селек иткәндә гөрләтеп эшләгән коллектив башта көй­ ләнгән юл менән бара бирә лә оҙаҡ та тормай аҡһай. Быны йәнә саҡырып алалар. Үҙе килә тағы. «Беткә үс итеп тунды утҡа яғып булмай инде». Бына уның ярат­ ҡан әйтеме. Йәнә эште яйға һала. һуңғы бер нисә йыл — ауыл мәктәбендә директор. Инде нисәмә тапҡыр сыға­ ралар ҙа, инәлеп, кире саҡыралар. — Һуңғы саҡырғандарында туп-тура һораным: «Йә, был юлы ниндәй мохтажлығығыҙ бар?» «Мәктәптең башын яптырырға кәрәк тә, бүленгән аҡса етерлек тү­ гел»,— тип асығын әйтеп ултыралар. Спонсор табып, яптырҙыҡ. Инде котельныйға ремонт кәрәк. Шуға күрә әлегә тоталар. Шул арала мәктәпкә бәләкәй генә икмәк бешергес алып ҡайтып ҡорҙоҡ. Ярайһы ҙур ғына урын­ дарҙа элекке уҡыусыларым байтаҡ бит. Шулар ярҙам итә. Умарталығыбыҙ бар, яҙ башынан бер нисә башмаҡ алып һимертәбеҙ ҙә итен һатып тотонабыҙ. Шул арҡала быйыл балаларҙы түләүһеҙ ашаттыҡ, ауыр йәшәгәндәргә китап-дәфтәр, кейем-һалым алырға ла етә, — тип һөйләп ултырҙы ана кисә генә. Шулай булғас, илдә выждан­ лылар ҡалмаған, тип һис тә әйтеп булмай. Булдырам, эшләйем, тигәндәр ҙә күп. Ана, Ғәҙелгәрәйҙең үҙе кеүек. Ихлас һоҡлана Сафуан уға. Ихтирамын ҡәҙер иткән, һанлаған бик һирәктәр араһында ошо ҡоҙаһы иң берен­ се тормай микән? Депутатлыҡҡа тырышып йөрөгәнендә бик көслө, бай, хаяһыҙ конкуренттарын ҡоҙаһы арҡа­ һында йырлап тигәндәй үтте лә китте бит ул. Ҡайһы ғына ауылға бармаһындар: «Ғәҙелгәрәй дим­ләгәс, һайлайбыҙ уны», —ти ҙә ҡуя ине халыҡ. Тик аҡ­ лай алдымы һуң Сафуан ышанысты? Ғөмүмән, уны аҡлау мөмкин түгел икәнен аңлай микән ҡоҙаһы? Сафуан елегенә төшкән уйҙарынан ялҡып йәнә артҡы арбала килгән икәүгә боролдо. Зәбихуллаһы бик мәрәкә икән. Балалар шикелле шарҡылдап көлөп ебәр­ һә, ҡушылмайынса сараң юҡ. Әле лә ямаҡ бисәһенең көңгөр-ҡаңғыр ниҙер һөйләүенә башын артҡа ташлап тороп көлә лә ебәрә, көлә лә ебәрә. Ә теге нимә һөйләй икән? Сафуандың да тындағыһы, рәхәтләнеп көлгөһө килеп китте. Бына ир атын туҡтата һалып, эргәләге тау итәгенә атлыҡты. «Нимә тапты икән унда?» —тип ҡыҙыҡһынған Сафуан уның шул арала бер услам ҡуҙаҡлы еләк өҙә һалып кире йүгергәнен күрҙе. Сәйер булып китте: «Әл­ лә үҙҙәренсә яратыша инде былар ысынлап та?» — тип көлөмһөрәне. Уның был ҡарашын күҙәткән Ғәҙелгәрәйҙең ирененә һиҙелер-һиҙелмәҫ йылмайыу ҡунды. «Яратышыу әллә ҡыҫҡа итәкле, ҡыҙыл тырнаҡлы дорфа секретаршалар менән «һин дә мин — Мөхәммәтәмин» тип кәпрәйгән йыуан ҡорһаҡлы түрәләр араһында ғына була тиһең­ ме?»—тигәнде аңлатманымы икән был мут йылмайыу... Бесәнлеге ифрат матур урында икән ҡоҙаның. Ашантыны, кәрәк-яраҡты бушатҡан арала уҡ Сафуан ни өсөн ҡоҙаның балалары был икәүгә: «Һеҙ юҡта яландың йәме буламы ни ул?» — тип сурытҡандарының сәбәбен төшөндө. Зәбихуллаһы балыҡҡа әүәҫ икән. Тәбиғәткә һыуһа­ ған ҡала халҡы уның тирәһенә өймәкләшкән. Арба төбөнән йәтеш кенә мурҙа кеүек нәмәһен килтереп сы­ ғарҙы. Эргәләге тап-таҙа йылғаға күрһәтеп, нимәлер өй­ рәтә. Үҙе килеп тороп мәрәкәсел, йор һүҙле, шарылдаҡ. Сәмиғәһе шым, бөтмөр. Килеп төшөү менән бөтөн ризыҡты йәтеш итеп урынлаштырҙы: һөтөн-майын яҡын­ дағы шишмәгә, итте сая һалып ҡаҙанға, икмәк-маҙарҙы сысҡан тейә алмаҫтай үргә. Тауыш та күтәрмәй, т ы ң лата ла белә. — Еңгә, һиңә армияға баш командующий булырға кәрәк, — тип шаярталар. «Эйе, ниндәй һәләтле менеджер әрәм булып йөрөй ти­ ҙәк араһында»,— тип уйларға мәжбүр булды Сафуан да. Үҙе кешенең тын алышынан уҡ хәл-әхүәлен, уй- теләген абайлай, ахыры, был Сәмиғә тигәндәре. Ғәҙел­ гәрәй ҡоҙаға дегәнәк япрағы өҙә һалып һондо: — Ағай, фуражкаңдың эсенә һалып кей, башыңдың ауыртҡаны баҫылыр. Үҙе эшкә һанамайыраҡ ҡараған был «байғоштар»ҙың ҡапыл-ҡара дилбегәне ҡулға алыуҙары һәр ваҡыт иғти­ бар үҙәгендә булып өйрәнгән Сафуандың зитына тейә яҙып ҡалды ҡалыуын да: «Ярар, был уларҙың донъя­ һы»,—тип ризаһыҙлығын тыйҙы. Ул арала Сәмиғә ҡыйынһынғандай торған Сафуанға: — Анау түмәләстә еләк тумарлап ята, ағай. Аҡтауҙың һыйынан ауыҙ итегеҙ, — тип ҡуйҙы. — Ейәнсәрегеҙгә күс­ тәнәс тиһәгеҙ, бына, йәтеш кенә тырыз да бар. Ниһайәт, сабынға төшөргә йыйындылар. Сафуан үҙе- нә оҙон һаплы, елле бер салғы эләктермәксе ине, әлеге лә баяғы, күрмәгәне юҡ Сәмиғә икенсе бер еңел генә- һен тотторҙо: — Ошоноһон алығыҙ, ағай, уныһының тотҡаһы уңайһыҙ. Саба торған урын — һөҙәк кенә тау итәге. Теҙелешеп төшөп киттеләр. Сафуан да ҡалышманы. Алдындағы сәскә келәменә хайран булып, бындай ҙа матурлыҡҡа ҡул күтәрергә ҡыймай ҡарап торҙо бер аҙ. Унан тәүәккәлләне. Өйрөлтөп һелтәп ебәреүгә хуш еҫле сәскә көлтәһе ҡаршылдап, аяҡ аҫтына түшәлде. Салғының да сәс бәкеһе кеүек үткере эләккән, көс- ҡеүәт тә бар икән үҙендә. Инде артыҡ уйланып торма­ ны, еңел генә өйрөлтә сабып алды ла китте. Тән бер белгән һәнәрҙе һис онотмай икән. Тол ҡалған әсәйгә быуыны ҡатмаҫ борон уҡ таяныс булып салғы тотҡан малай бит ул. Тәүге бер-ике бакуй ҡыҫҡа булған икән. Тора-бара эштең уйын түгеллеге һиҙҙертә башланы йыл әйләнә­ һенә ҡәләмдән ауыр нәмә күтәрергә тура килмәгән Сафуанға. Йәштәр йылғыр: — Ағай, үксәнде абайла, — тип уҙалар ҙа китәләр. Был бакуйы самаһыҙ оҙон, ахыры юҡ кеүек тойолдо Сафуанға. Маңлайынан шауҙырлап аҡҡан ҡара тир кү­ ҙен әсеттерә, шуны һыпырып алыу ҡайғыһы ла юҡ. Ҡолағы шаулап, күҙе тона башлаһа ла, бирешкәнен күрһәтмәҫкә тырышып ятыуы. Ә башында бер уй үр­ мәксе ауына эләккән себен кеүек тыбырсына: нисек тә осҡа барып сығырға, ошонда һөрлөгөп барып ҡаплан­ маҫҡа. Ярай әле иң артта һөйрәлмәй. Унан бер нисә аҙымда Сәмиғә, һәлмәк кенә һелтәнеп, ҡыршылдығын сыға. Ҡабаланмай, тора-тора ла туҡтап салғыһын яный. Эйе­ леп еләк тә ҡабыштыра, буғай. Арттан беренсе булма­ ғаны Сафуанға саҡ ҡына булһа ла көс өҫтәне. Ул да йәнтәслим ашыҡмай башланы. Дөрөп алып барған йәш­ тәр ҙә, ана, күләгәгә ултырып, тәмәке көйрәтә, рәхмәт яуғырҙары. Салғы үткерләү һылтауы менән аҙыраҡ хәл алырға ла була икән. Ә шулай ҙа арығас, сабыуының рәте китеңкерәне. Тәүҙә алын таҡыр итеп ҡыра тартһа, әле сапҡан ере малайҙарҙың үтмәҫ ҡайсы менән мөнтәлгән башы кеүек: унда ла, бында ла тырпайып ҡала. Үпкәһе үңәсенә тығылһа тығылды, Сафуан бакуйы­ ның осона барып сыҡты. Хатта ергә ҡапланмаҫҡа ла ихтыяр тапты, һыр бирмәгәненә һөйөндө. Ә Сәмиғә байтаҡ артта ҡалған. «Арыйҙыр ҙа инде». 13Айранлы сәйгүндән тамаҡ сылатып, аңды-тоңдо абай- ларлыҡ хәл алғас, үткән юлына тағы бер ҡарағайны, ҡапыл бөтәһен дә аңланы ир аҫылы. Сәмиғә таһылы юҡлыҡтан түгел, Сафуандың хәлен аңлап, уның сәмен аяғанға артта килә. Етмәһә, башта үҙ рәтен самаламай үтә киң һелтәнгән Сафуан, арығас, ҡоласын тарайта барған. Әле Сәмиғә бер үҙе ике кеше­ лек араны өйрөлдөрөп ҡырырға мәжбүр. Хатта, ана, Сафуан артынан уның булдыҡһыҙлығына көлгәндәй үрә ҡатып ҡалған үләндәр ҙә ауған. Бына ҡатын, бакуйҙың осона сығып еткәс, туҡтап маңлай тирен һөрттө лә күҙҙәре Сафуандың ҡарашы менән осрашты. Уның, ғәфү үтенгәндәй, тыйнаҡ ҡына йылмайыуынан түрәнең йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Көтмә­ гәндә күргән ярҙам өсөн рәхмәт инеме был? Ә тотанаҡлы йылмайыуы, аҡыллы ҡарашы, ни ғә­ жәп, уғата һөйкөмлө күренде. Сафуандың күптән инде бер кемдең дә күҙенә шул рәүешле ҡарағаны юҡ ине, ҡараһында емелдәгән һипкел кеүек таптарына тиклем абайланы. Ул арала ҡаҙан эргәһенә саҡырып, тимер зыңҡыл­ даттылар. Төшкө аштан һуң, ә ҡымыҙ ысынлап та быуынды ала икән — Сафуанды рәхәт кенә итеп йоҡо баҫты. Бар­ маҡ ҡыбырлатырлыҡ та хәле ҡалмауынан ләззәтләнеп — «нирвана» ти торғайны бындай нәмәнең рәтен белгән бер һөйәркәһе — ҡайын күләгәһендә ойоп китте. Йоҡо аралаш эргәһендә тырма теше рәтләгән ҡоҙаһының рә­ хәт ҡыштырлауын тойҙо. Ҡатынының бөгөн нишләптер кешенән артта ҡалы­ уын, салғыһы үтмәҫкә юрап, үҙен ғәйепле һанаған Зәби­ хулла бөтә салғыларҙы ла тапарға булып киткән, зыңғыл- дауы әллә ниндәй ҡәҙерле хәтирәләргә һөйрәй. Йәштәр йылға буйында сырҡылдаша. Ҡолағына ҡатындарҙың мөңгөр-мөңгөр генә әңгәмәләшкәне салынды. — Айсыуаҡтың ҡайтҡанын көтәбеҙ инде, — тине Сә­ миғә балалары хаҡында һорашҡан Мәстүрәгә. — Бер көн телефондан һөйләшеп алдыҡ. Ҡалырға өгөтләйҙәр икән. — Эргәмдә командирым баҫып тора. Нимә эшләйем икән, әсәй? — ти. — Ағайың Чечнянан урап ҡайтҡансы тешләнеп йөрөп ауыҙымда тешем ҡалманы, һинән хат көтөп күҙем сыға яҙҙы, — тинем. — Диңгеҙ төбөнә төшөп китәләр ҙә, ярты­ 14шар йыллап хаты килмәй. Үҙәккә генә үтте бит. Берәй эш табылыр, ҡайт, балам, тинем. Тыңланы, рәхмәт яуғы-ры. — Улдарығыҙ үҙегеҙгә оҡшап уңған, аҡыллы, еңгә. Әрәм булмаҫтар, — тип йыуатты Мәстүрә. — Хәҙер бына Айнур менән Илнур китергә тора инде. Үҙем барҙым хәрби комиссариатҡа. Айырһағыҙ, риза түгелмен, тигәйнем. «Юҡ, игеҙәктәрҙе айырмаҫҡа тигән закон бар», тип торалар. Икәү булғас, бик ҡыйынға төшмәҫ әле, тип йыуанған булабыҙ. «Күпме ғәм, хәстәрлек бер башына». Сафуан табын артында ла Сәмиғәнең барыһын да ҡарап, йә теге, йә был ризыҡты ҡул һуҙымына шылдырып ултырғанын күҙ алдына килтерҙе. «Ниңә бөтөн ил хәстәрен бер Сәмиғә йөкмәргә тейеш? Бына һеҙ эшкә ашмай, һалдаттан ҡасып ятҡан улдарығыҙға ҙур-ҙур коттедждар һалаһығыҙ. Нишләп Сәмиғә һеҙҙекеләр өсөн дә хеҙмәт итеп, Ватан алдында­ ғы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан улдарына үңә­ се өҙөлөрҙәй булып үҙе өй һалырға мәжбүр? Ҡайҙа ғәҙеллек? Сәмиғәнең дә был донъяла аҙыраҡ рәхәт кү­ рергә хаҡы юҡмы ни?» Сафуан трибунаға йоҙроғо менән асырғанып һуҡ­ ҡайны, тирә-яҡ гөрһөлдәп китте. Ә залда ултырған ҡалын-ҡалын ирҙәр бер-береһенә ҡарашып: — Кем ул Сәмиғә? Ҡайҙа ул Сәмиғә?—тип апты­раша. Бейек мөнбәр артына баҫып Сәмиғәнең мәнфәғәтен яҡларға йөрьәт итеүенән бигерәк был хәстәрҙең йәнә күңел талабына әүерелеүенә йөрәкһенгән Сафуандың сикәһен еүешләтеп күҙ йәштәре туҡтауһыҙ аға, имеш. Уянып китһә, баш осондағы киҫәк кенә болоттан ям­ ғыр яуа. Хатта күк күкрәп маташа. Ҡояш балҡып тор­ ғанда йәшен дөһөрләгәнгә ғәжәпһенеп, был донъяға яңы тыуғандай, ҡымшанмай ята бирҙе Сафуан. Эре тамсы­ ларҙың йәйғорҙоң бөтөн төҫтәрендә йылҡылдап өйрөлә- өйрөлә төшөүе әллә ҡайҙан, бейектән үк күренә. Сафуанға элек тә бында булғаны бар кеүек тойолдо. Бынау аҡ ҡайындың анау ботағындағы суҡ тәлгәштә тирбәлгән семәрле япраҡ уға таныш бит. Ул ошоларҙың барыһын да күргәйне, бына был ҡоштоң һандуғасҡа оҡшатып сутылдатып һайрағанын, күгәүендең жыуылдап 15осоп йөрөгәнен элек тә ишеткәйне. Ҡолағына салынған, күҙҙәренә ташланған, зиһене теркәп тә ҡуйған. Әммә элек ул был матурлыҡтан тышта ҡалған. Әле Сафуан, ни ғиллә менәндер, уларҙың бер өлөшөнә әйләнгән: анау үләндең йөнтәҫ япрағында дерелдәгән ынйыла, мөһабәт ағастарҙа, зәңгәр күктә мәғрур талпынып яй ғына осоп йөрөгән ыласында ул да бар. Ул — йыһанда, йыһан унда... Уҙаман төшөм дауам итәме әллә тигәндәй, һаҡ ҡына ҡалҡынды, тирә-яғына күҙ һалды. Шул саҡ тормоштоң ҡабат үҙенә килеп ҡунғанын айырым-асыҡ тойҙо. Тотош йәшәйеш, ғаләм ҡабат килеп тулған да һулҡылдап ҡан тамырҙары буйлап тарала. Бына инде бер һыуһын сабып өлгөргән бесәнселәр, салғыларын яурындарына һалып, еүеш үләнде яра-яра күтәренке кәйеф менән был яҡҡа ыңғайлай. Төш түгел, өн барыһы ла. Ул уяу, ә бал еҫе аңҡытҡан тылсым юғалманы. Ҡапыл Сафуан ошо матур донъяла Зәбихулла менән Сәмиғәләрҙең ихлас көлөүе яңғырап торһа, был мөғжизәнең бер ҡасан да юғалмаясағын аңланы.