31 мартта, киске сәғәт 8-ҙән Башҡортостан территорияһында тулы үҙизоляция режимы индерелде. Үҙизоляция, тимәк һәр кем үҙе йәшәгән урында урында булырға тейеш. Коронавирус инфекцияһы таралыу менән көрәш осоронда бер кемгә лә сәбәпһеҙ өйҙәренән сығып йөрөргә ярамай. Был тыйыу тиҙ медицина ярҙамы талап ителгәндәргә һәм эшкә йөрөргә рөхсәт ителгәндәргә ҡағылмай. Һуңғыларының был осраҡта рөхсәте - махсус пропуск булырға тейеш. Әйткәндәй, сүп-сар сығарыусылыр һәм йорт хайуандарын йөрөтөп алырға сығырға ла рөхсәт ителә. Тик йәшәгән йорттан 100 м-ҙан ары китергә ярамай.
Кисә хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәре, ирекле халыҡ дружинаһы һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән торған патрулдәр район үҙәге халҡы тарафынан талаптар һәм пропуск режимы үтәлешен тикшереү буйынса рейдтар башланды.
Бындай рейдтар Башҡортостандың башҡа ауыл-ҡалаларында ла үтә. Кисә, мәҫәлән, Өфөнөң Затон биҫтәһендә үҙизоляция режимын боҙған 33 йәшлек иргә 15 мең һум күләмендә штраф һалынған. Баш ҡалала талапты һанға һуҡмаған тағы ла 14 кешегә административ тәртип боҙоу хағында протокол төҙөлөп, эштәре судҡа йүнәлтелгән.
Райондаштар! Барыһы ла һеҙҙең, беҙҙең һаулыҡ өсөн эшләнелә. Әйҙәгеҙ талаптарҙы теүәл үтәп, өйҙә генә ултырып торайыҡ!