Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Апрель 2020, 14:08

#өйҙә_ҡал

Районда үҙҡамалыш режимы үтәлеше дружинниктар тарафынан тикшерелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөнгә Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары Хәбир Танһыҡҡужиндан алған мәғлүмәт буйынса Иҫәнғол ауылында үҙҡамалыш режимын боҙған 27 кешегә телдән иҫкәртеү яһалған. Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.3-сө статьяһы буйынса протокол төҙөлөп, эштәр судҡа йүнәлтелһә, суд ҡарары менән уларҙы 15 меңдән 40 мең һумға тиклем штраф көтә.Райондаштар! Үҙҡамалыш, йәғни самоизоляция режимы осоронда сығып йөрөүҙәр тыйыла. Яҡындағы магазин-аптекаға ғына сығырға мөмкин. Транспорт сараларынан тик “тиҙ ярҙам”, полиция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, аҙыҡ-түлек ташыусы һәм махсус пропусктары булғандары ғына йөрөй ала. Өйҙә ҡалығыҙ!

Районда үҙҡамалыш режимы үтәлеше дружинниктар тарафынан тикшерелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Бөгөнгә Эске эштәр министрлығының Ейәнсура районы буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары Хәбир Танһыҡҡужиндан алған мәғлүмәт буйынса Иҫәнғол ауылында үҙҡамалыш режимын боҙған 27 кешегә телдән иҫкәртеү яһалған.Полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 6.3-сө статьяһы буйынса районда 4 кешегә протокол төҙөлөп, эштәр судҡа йүнәлтелгән. Суд ҡарары менән уларҙы 15 меңдән 40 мең һумға тиклем штраф көтә.
Райондаштар! Үҙҡамалыш, йәғни самоизоляция режимы осоронда сығып йөрөүҙәр тыйыла. Яҡындағы магазин-аптекаға ғына сығырға мөмкин. Транспорт сараларынан тик “тиҙ ярҙам”, полиция, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, аҙыҡ-түлек ташыусы һәм махсус пропусктары булғандары ғына йөрөй ала. Өйҙә ҡалығыҙ!
Читайте нас: