Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
3 Апрель 2020, 16:00

#өйҙә_ҡал

Районда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” проекты сиктәрендә яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге граждандарға, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алып килеү буйынса ярҙам күрһәтелә. Тулыраҡ - сайтта.

Ринат Ғәйнетдин улы Ғөбәйҙуллин, “Берҙәм Рәсәй” парияһының урындағы бүлексәһенең башҡарма секретары:
– Коронавирус пандемияһы осоронда өлкән йәштәгеләргә өйҙә ҡалырға, хатта кибет-аптекаларға йөрөмәй тороу кәңәш ителә. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән берлектә “Беҙҙең хәстәрлек” проектын башлап ебәрҙе. Уның маҡсаты яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге граждандарға, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алып килеү буйынса ярҙам күрһәтеү. Был ярҙам тәүлек әйләнәһенә эшләгән колл-үҙәк телефонына 8-800-201-89-03 (шылтыратыу бушлай) килгән заявкалар буйынса башҡарыласаҡ. Мөрәжәғәт, әгәр беҙҙең райондан булһа, ул беҙҙең штабҡа йүнәлтелә. Беҙ заявкала күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратып, нимәләр һатып алыу кәрәклеге хаҡында һорашҡас, ярҙам күрһәтелә. Әле район үҙәгендә – өс һәм һәр ауыл биләмәһендә берәр ирекмән беркетелгән. Карантин иғлан ителеүгә күп ваҡыт үтмәгәс, бөгөнгә ярҙам һорап мөрәжәғәттәр юҡ. Әммә халыҡтың тупланған запасы кәмеһә, мөрәжәғәттәр булыр тип көтәбеҙ.
Читайте нас: