Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Апрель 2020, 17:00

Алма пирогы

#үҙ_ризығыбыҙ_дауаАлма пирогыЕңел генә, бик тәмле лә!

#үҙ_ризығыбыҙ_дауа
Алма пирогы
Еңел генә, бик тәмле лә!
ҠАМЫР ӨСӨН: 200 грамм он, 1 сәй ҡалағы йомшартҡыс, семтем тоҙ, 150 гр. Һыйыр майы, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ. Йомшаҡ ҡына ҡамыр баҫабыҙ. Ял иттерәбеҙ. Шунан йоҡа ғына итеп йәйеп, ҡырыйҙарын ҡалдырып, табаға һалабыҙ.
Крем өсөн:
5 йомортҡа, 4 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 350 гр. Ҡаймаҡ, 1 аш ҡалағы кукуруз крахмалы, 1 гр.ванилин. Миксер менән туғыйбыҙ.
2-3 алма (туң алма ла ярай) кәрәк була. Йоҡа алма телемдәрен ҡамыр өҫтөнә теҙеп сығабыҙ ҙа әҙер кремды ҡойоп ебәрәбеҙ.

200 градусҡа тиклем ҡыҙған мейестә б35-40 минут тирәһе бешереп алабыҙ.
Сәйегеҙ тәмле, көнөгөҙ йәмле булһын!

Читайте нас: