Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
4 Апрель 2020, 22:00

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр! Шулай итеп, апрель бәйгеһенең тәүге кисен йомғаҡларға ла ваҡыт етте. Һорау бигүк ауырҙан булманы, шикелле. Шулай ҙа ҡайһы бер яуаптарҙың “коронавирус” тирәләй өйрөлөүе ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Юҡ, дуҫтар, ул һүҙ бөгөнгө тормошобоҙға үтә ныҡ үтеп инһә лә, ял сәғәттәрендә уға урын юҡ!Ә яуапҡа килгәндә

Хәйерле кис, төркөмдәштәр! Шулай итеп, апрель бәйгеһенең тәүге кисен йомғаҡларға ла ваҡыт етте. Һорау бигүк ауырҙан булманы, шикелле. Шулай ҙа ҡайһы бер яуаптарҙың “коронавирус” тирәләй өйрөлөүе ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Юҡ, дуҫтар, ул һүҙ бөгөнгө тормошобоҙға үтә ныҡ үтеп инһә лә, ял сәғәттәрендә уға урын юҡ!
Ә яуапҡа килгәндә, һүрәттә “Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?” тип “яҙылған”. Дөрөҫ яуап ҡайтарған Эльмира Дәүләтшина, Рәүфә Аҫылғужина, Вадим Сырлыбаев, Динара Аҫылбаева, Гөлзирә Әмерханова, Фатима Исхакова, Резеда Юланова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлназ Ҡылысбаева, Әминә Исхаҡова һәм Гүзәл Атнағолова үҙ иҫәптәренә тәүге мәрәйҙе яҙып та ҡуйҙы. Ҡотлайбыҙ!
Бөгөнгө һорауға килгәндә, ул сәләмәтлек өлкәһенән: Стресс кисергәндә организмда токсиндар бүленеп сыға икән. Кеше һаулығы өсөн бик зарарлы булған был матдәләрҙән нисек ҡотола ала?
Яуаптар иртәгә, һәр ваҡыттағыса 15.00 сәғәткәсә ҡабул ителә.
Читайте нас: