Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы ошо һорауға асыҡлыҡ индерҙе. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, кешеләр менән аралашҡанда ғына танау һәм ауыҙ ҡапланған булырға тейеш: “Әгәр ҙә кешеләр бер-береһенән 2 метр һәм унан да алыҫыраҡ арауыҡта икән, үҙеңде йонсотоп битлек кейеү мотлаҡ түгел. Битлек тик бәйләнешкә ингәндә: яҡын килгәндә, аралашҡанда ғына кәрәк.”