Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Апрель 2020, 18:00

Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы кемдәргә?

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 6 апрелдән үҫешендә үҙенсәлектәре булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк.

Дүшәмбенән Башҡортостанда һәм илдә дистанциялы уҡыу башланды. Был балалар өсөн дә, уҡытыусылар өсөн дә, ата-әсә өсөн дә ҙур һынау. Тармаҡта проблемалар етерлек.
Ҡайҙалыр интернет бөтөнләй юҡ, ҡайҙалыр гаджеттар етмәй, икенсе урында Интернет селтәренә булған көсөргәнеш арҡаһында проблемалар тыуа. Иң ҙур ауырлыҡ – Интернет көсөргәнеште күтәрә алмай һәм система бөтөнләй эшләмәй. Власть органдары, Мәғариф министрлығы, Һанлы үҫеш министрлығы уларҙы хәл итеү өсөн барыһын да эшләй. Кем дистанциялы уҡый алмай, уларға башҡа юлдар менән дәрестәр һәм өйгә эштәр биреләсәк. Уны уҡытыусы ҡағыҙ форматта килтереп бирергә һәм аҙаҡ килеп алырға тейеш. Нисек кенә булмаһын – был тармаҡта проблема булмаҫҡа тейеш. Һәр бала ваҡытында уҡырға һәм белем алырға хоҡуҡлы. Радий Хәбиров бер нисә көн эсендә барлыҡ ауырлыҡтарҙы хәл итергә һәм балаларҙы тейешле кимәлдә уҡытыуҙы ойошторорға ҡушты.
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 6 апрелдән үҫешендә үҙенсәлектәре булған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк. Төбәк етәксеһе улар менән танышып сыҡҡан һәм был аҙыҡ-түлек араһында Башҡортостан етештереүселәре тауары булмағанға ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Тауарҙар араһында макарон, ярма, шәкәр, май, печенье кеүек ризыҡтар бар. Тик улар башҡа төбәктәрҙә етештерелгән.
- Үҙебеҙ ярма, май етештерәбеҙ, ә йыйылмала улар башҡа төбәктәрҙән. 85 мең кешене тәьмин итеү – был бер индустрия, предприятиеларыбыҙҙы эшле итеү мөмкинлеге. Операторҙар үҙебеҙҙең етештереүселәргә сыҡһын, улар хаҡтар буйынса һөйләшергә әҙерҙер тип уйлайым. Киләһе аҙнала был йыйылманы кире ҡараясаҡмын, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Бәйләнештә.
Читайте нас: