"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Апрель 2020, 14:00

Балаларҙы яратырға өйрәтәбеҙ, тиҙәр...

Балаларҙы яратырға өйрәтәбеҙ, тиҙәр...Яратырға өйрәтеп буламы ул? Уның формулаһы ниндәй?

Балаларҙы яратырға өйрәтәбеҙ, тиҙәр...
Яратырға өйрәтеп буламы ул? Уның формулаһы ниндәй?
Дөрөҫ, ниндәйҙер һәләткә йәки һөнәргә өйрәтеп була. Ә мөхәббәт нимә ул: һөнәрме әллә һәләтме? Әгәр шуларҙың береһе икән, бөтә халыҡты, яҙырға өйрәткән һымаҡ, яратырға ла өйрәтеп бөтөрҙәр ине. Бөгөн бөтә донъя менән мөхәббәт идара иткән булыр ине...
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошобоҙға күҙ һалһаҡ: йыш ҡына мөхәббәт өҫтөнә нәфрәт менеп баҫа...
Шуныһы ҡыҙыҡ: берәү ҙә, беҙ балаларҙы нәфрәтләнергә өйрәтәбеҙ, тип оран һалмай. Уға береһе лә өйрәтмәй. Ә ул - бар, кешеләр араһында һин дә мин рәхәтләнеп йәшәй бирә...
Яратырға өйрәтеп булмай, сөнки ул - тойғо. Аллаһ Тәғәләһе тарафынан бирелгән илаһи тойғо. Ул - ут һәм ялҡын...
Утты ут тоҡандыра...
Шуға балалар мөхәббәтле булып үҫһендәр өсөн, уларҙы тик мөхәббәт менән солғап алырға кәрәк. Был беренсе шарт һәм аҙаҡҡыһылыр...

Наил ЮЛДАШБАЕВ.
Читайте нас: