Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
6 Апрель 2020, 23:55

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов:

Райондаштар!Социаль селтәрҙәрҙә районда, йәнәһе лә, коронавирус осрағы теркәлгән, тигән мәғлүмәткә асыҡлыҡ индерергә теләйем. Бөгөн Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегенә коронавирус шиге менән бер пациент һалынған. Ул – Мәскәүҙә вахта ысулы менән эшләгән Ейәнсура кешеһе. Ул Мәскәүҙән ҡайтыу юлында үҙен насар тоя һәм дауаханаға мөрәжәғәт итә. Уны шунда уҡ изоляторға һалалар. Унан барлыҡ анализлар алынып, махсус лабораторияҡа ебәрелгән. Әле уның менән бәйләнештә булғандар асыҡлана.Анализ һөҙөмтәләре килеү менән хәл-торошто хәбәр итербеҙ. Ә әлегә барығыҙҙан да үҙизоляция режимын һаҡларға һәм #өйҙәҡалырға саҡырам. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Райондаштар!
Социаль селтәрҙәрҙә районда, йәнәһе лә, коронавирус осрағы теркәлгән, тигән мәғлүмәткә асыҡлыҡ индерергә теләйем. Бөгөн Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегенә коронавирус шиге менән бер пациент һалынған. Ул – Мәскәүҙә вахта ысулы менән эшләгән Ейәнсура кешеһе. Ул Мәскәүҙән ҡайтыу юлында үҙен насар тоя һәм дауаханаға мөрәжәғәт итә. Уны шунда уҡ изоляторға һалалар. Унан барлыҡ анализлар алынып, махсус лабораторияҡа ебәрелгән. Әле уның менән бәйләнештә булғандар асыҡлана.
Анализ һөҙөмтәләре килеү менән хәл-торошто хәбәр итербеҙ. Ә әлегә барығыҙҙан да үҙизоляция режимын һаҡларға һәм #өйҙәҡалырға саҡырам. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Читайте нас: