Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Апрель 2020, 14:00

... Ер шары өсөн дарыу ул

..Коронавирус кешелек өсөн ҡурҡыныс ауырыу булһа, Ер шары өсөн дарыу ул: тәбиғәтте көнө-төнө юҡ иткән кешелекте дауаларға - аҡылға ултыртырға тырыша...

...Коронавирус кешелек өсөн ҡурҡыныс ауырыу булһа, Ер шары өсөн дарыу ул: тәбиғәтте көнө-төнө юҡ иткән кешелекте дауаларға - аҡылға ултыртырға тырыша...
...Әлбиттә, кешеләр бөгөн-иртәгә коронавирусты еңер... Ә бына аҡылыбыҙға килмәһәк, күпмелер ваҡыттан һуң сираттағыһы – ҡурҡынысырағы килеп етер... Бәлки, уныһын да еңербеҙ... Ҡомһоҙлоғобоҙға баш була алмаһаҡ, тағы ла яуызырағы ишек ҡағыр...
...Ғөмүмән, кеше тәбиғәтте ысын мәғәнәһендә һаҡларға өйрәнгәс кенә, уға табынып, уның менән гармонияла йәшәй башлағас ҡына, яуыз вирустар беҙҙе оноторҙар...
...Әйткәндәй, был хәҡиҡәтте беҙҙең халыҡ меңәр йыдар элек үк яҡшы аңлаған. Бына шуға беҙҙең Урал батырыбыҙ Тәбиғәтте һаҡларға саҡыра. Бына шуға йәншишмәнең һыуын үҙе лә эсмәгән, яуыз дошмандарға ҡаршы көрәшеү өсөн үлемһеҙ ғәскәр төҙөргә лә йыйынмаған, ә Тәбиғәткә бөрккән.
Наил ЮЛДАШБАЕВ.
Читайте нас: