Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
7 Апрель 2020, 16:00

Күптәргә үрнәк булып торалар

Үҙемдең инәйем һәм олатайым тураһында һөйләгем килә.

Күптәргә үрнәк булып торалар

Үҙемдең инәйем һәм олатайым тураһында һөйләгем килә.
1950 йылда йәмле Үрген ауылында минең олатайым Зәкир Мөхәмәтйән улы Искәнйәров 7 балалы ғаиләлә бишенсе булып донъяға килгән. Олатайым бәләкәй сағынан уҡ шундай уңған, хәстәрлекле, шуҡ малай булған. Уҡып сығып, әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, инәйем – Өмбәт ауылы ҡыҙы Зөлфиәне осрата. Ул ваҡытта инәйем кондитер профессияһын үҙләштереп, Иҫәнғолда эшләп йөрөгән була. Улар бер-береһен күреү менән ғашиҡ булып, 1974 йылда сәстәрен сәскә бәйләйҙәр.
Олатайым һыуыҡ Себер яҡтарына эшкә урынлашып, 20 йылға яҡын вахта ысулы менән эшләне. Ә инәйем, олатай өйҙә юҡ тип торманы, малын да ҡарарға өлгөрҙө, баҡсаһын да сәсте, эшен дә алып барҙы. Шулай донъя ҡыйынлыҡтарына бирешмәй, йәшәргә тырышып, ҙур өй һалып сыҡтылар, береһенан-береһе матур, уңған өс ул үҫтерҙеләр. Өсөһөнә лә өй һалыштылар, башлы-күҙле иттеләр, дүрт ейәнсәргә һәм ике ейәнгә ҡартай менән ҡәрсәй булдылар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар һаман да баҡсаһында ниндәй генә емеш-еләк үҫтермәйҙәр, йәйгеһен сәскәләрҙең баҡса тулы булыуы килгән бар кешене һоҡландыра. Улар икеһе лә шундай ярҙамсыл, киң күңелле, асыҡ йөҙлө кешеләр. Өйҙәренә килгән бер кешене яҡты йөҙҙәре, тәмле сәйҙәре менән ҡаршы алып, оҙатып ҡалалар. Шулай матур, татыу, бергә ғүмер итеүҙәренә быйыл 46 йыл да булып китте. Олатайым яңыраҡ ҡына 70 йәшлек матур юбилейын билдәләне, Аллаға шөкөр.
Уларҙың ғаиләһенә һоҡланмаған кеше юҡтыр. Күп кешегә инәйем менән олатайым үрнәк булып тора. Шундай кешеләр күберәк булһын ине.
Айгөл Сырлыбаева.
Читайте нас: