Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
8 Апрель 2020, 14:00

"Яратҡан шөғөлөм - әсә телемде өйрәнеү..."

4-се рус синыфында башҡорт теле (башгос) дәресе алып барам. Дәрестең темаһы - "Минең яратҡан шөғөлөм". Синыфта төрлө милләт вәкилдәре ултыра: үҙ телен белмәгән башҡорт балалары, рустар, татарҙар һәм бер грузин ҡыҙы.

ЯРАТҠАН ШӨҒӨЛӨМ - ӘСӘ ТЕЛЕМДЕ ӨЙРӘНЕҮ...
4-се рус синыфында башҡорт теле (башгос) дәресе алып барам. Дәрестең темаһы - "Минең яратҡан шөғөлөм". Синыфта төрлө милләт вәкилдәре ултыра: үҙ телен белмәгән башҡорт балалары, рустар, татарҙар һәм бер грузин ҡыҙы.
... Бына һөйләү телмәрен үҫтереү мәле етте. Уҡыусылар башҡорт телендә үҙенең яратҡан шөғөлө тураһында бер нисә һөйләм менән генә һөйләп ишеттерергә тейештәр. Беренсе партанан башлап киттек:
— Минең яратҡан шөғөлөм - бейеү. Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм, - тине беренсеһе.
— Минең яратҡан шөғөлөм - һүрәт төшөрөү, - тине икенсеһе.
— Минең яратҡан шөғөлөм - шәшке уйнау, - тине өсөнсөһө...
...Сират грузин ҡыҙына ла килеп етте.
— Минең иң яратҡан шөғөлөм - өйҙә туған телемде - грузин телен өйрәнеү, - тине ул, матур ҡара күҙҙәре менән миңә туп-тура ҡарап. Ҡарашында ғорурлыҡ бөркөй ине. Уның янында һүҙһеҙ ҡалдым. Уға аптырап та, һоҡланып та ҡараным...
Башҡорт районында тыуып үҫеп килгән ҡыҙ... Районда бер нисә ғаиләнән башҡа грузин телендә береһе лә һөйләшмәй... Мәктәптә лә уҡытылмай... Ул телдә дәүләт имтихандары ла юҡ... Юғары уҡыу йорттарында ла тик рус телендә генә уҡытыла... Ә уның иң яратҡан шөғөлө - туған телен өйрәнеү... Иң яратҡан шөғөлө...
... Шул ваҡыт бәләкәй генә ҡыҙ минең күҙ алдымда үҫеп киткәндәй тойолдо. Уның күҙҙәрендә Кавказ тауҙары, уның туған халҡы салынып ҡалғандай булды. Ошо бәләкәй генә ҡыҙға ҡарап, ирекһеҙҙән шундай фекергә килдем: грузин халҡы яҡын киләсәк тә генә түгел, алыҫ киләсәктә лә баштарын ғорур күтәреп йәшәйәсәктәр әле...
НАИЛ ЮЛДАШБАЕВ.
Читайте нас: