Федераль медик-биологик агентлыҡ етәксеһе Вероника Скворцова хәбәр итеүенсә, коронавирус инфекцияһының тотороҡло хәленә сығыр өсөн 10-14 көн ҡалған, ошонан һуң эпидемия кимәле бер ни тиклем бер самала һаҡланасаҡ та түбәнәйә башлаясаҡ. Был мәғлүмәттәр математиктар һәм биологтар ингән күҙаллау төркөмдәре тарафынан иҫәпләп сығарылған.
Вероника Скворцова хәлдең үҫешен синусоида менән сағыштырған, тест үткәреү һәм диагностика артҡан осраҡта ошондай сценарийҙың ихтималлығын билдәләгән.
"Түбәнән төшөү" уға күтәрелгән тиклем үк ваҡыт талап итәсәк. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә был хәл июнь башына тиклем торасаҡ. Йәғни хәл үҙенең юғары нөктәһенә етәсәк һәм артабан көн дә уртаса бер үк күләмдәге сирлеләр өҫтәлеп барасаҡ.
COVID-19 пандемияһы донъяның 184 илен ялмаған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, коронавирус менән 1,2 миллион кеше сирләй, 67 меңдән ашыу кеше вафат булған.