"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Апрель 2020, 19:00

“Ҡараңғылыҡты ҡәһәрләгәнсе, бер бәләкәй генә шәм яндырыу күпкә яҡшыраҡ”, – ти бар ғүмерен рухиәткә арнаған Нурия Ҡунысбаева.

Мәңгелек аҡыл-ғилем тупланған район үҙәк китапханаһында сирек быуат хеҙмәт иткәндән һуң башҡорт гимназия-интернатында, икенсе һулышы асылғандай, ең һыҙғанып эшләүен дауам итеүсе, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, район сәхнәһендә әленән-әле сығыш яһаусы, район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нурия Мәхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.

Мәңгелек аҡыл-ғилем тупланған район үҙәк китапханаһында сирек быуат хеҙмәт иткәндән һуң башҡорт гимназия-интернатында, икенсе һулышы асылғандай, ең һыҙғанып эшләүен дауам итеүсе, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, район сәхнәһендә әленән-әле сығыш яһаусы, район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Нурия Мәхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева бөгөн беҙҙә ҡунаҡта.
- Хәйерле көн, Нурия Мөхтәр ҡыҙы! Һеҙҙе районда белмәгән кеше юҡтыр. Шулай ҙа ҡайҙан булыуығыҙҙы, бала сағығыҙҙы белеүселәр әҙҙер. Үҙегеҙ тураһында ҡыҫҡаса һөйләп китегеҙ әле.
- 1963 йылдың 21 ғинуарында Силәбе ҡалаһында донъяға килгәнмен. Миңә биш йәш тулғанда, атайымдың тыуған ауылы Күгәрсен районы Үрге Сирбай ауылына күсеп ҡайтҡанбыҙ. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө китапхана техникумына юлландым. Бала саҡтан ике хыялым булды. Беренсеһе – сәхнә, икенсеһе – уҡытыусы булыу. 10-сы кластан һуң Стәрлетамаҡ культура-ағартыу техникумына документтарымды тапшырғайным, үтмәнем. Ауыр кисерҙем, әлбиттә, шул саҡ ағайым: ”Һылыу, ҡайғырма, бәлки, унда уҡырға инә алмауың яҡшыраҡтыр ҙа. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләү еңелдән түгел. Сәхнәлә йөрөү өсөн мәҙәниәт өлкәһендә эшләү кәрәкмәй. Матур һөнәрҙәр күп, һайла ғына. Китапханасы булыу ҙа – һәйбәт эш. Ә сәхнәгә сығыу теләге көслө булһа, бер ҡасан да һуң түгел,” – тине.
Техникумды тамамлағас, Күгәрсен районының Туйымбәт ауылында эш башланым. Ул йылдарҙы һаман да һағынам, иҫ киткес асыҡ күңелле ауыл халҡы, төрлө саралар гөрләп үтә. Зәйнәп апай Биишева ауылдаштары менән осрашыуҙарға йыш ҡайта ине. Мин йәшәгән Хәзирә инәйҙең яҡты, таҙа өйө, урындыҡта ултырып, балан ҡатығы, бәлеш менән самауыр сәйе эсеү, инәйҙең мәрәкәләре, кис клубта уйындар, кисәләр... Күңел сөмбәйҙәрендә ошо матур хәтирәләр һаман да баҙлай. Һуңынан бер нисә йыл Салауат ҡалаһында йәш үҫмерҙәр китапханаһында эшләнем. Китапханасы һөнәренең күп нескәлектәренә шунда төшөндөм. Коллектив һәйбәт ине. Тик әтейем ауырып китеү сәбәпле, ҡайтырға тура килде. Яҡын-тирәлә эш эҙләй башлағайным, Иҫәнғолда тәҡдим иттеләр.Шулай итеп, 25 йыл Ейәнсура район китапханаһында эшләп ташланым. Баласаҡ хыялым да тормошҡа ашты, 20 йылдан артыҡ район мәҙәниәт йорто сәхнәһендә юмористик монологтар менән сығыш яһайым, “Үҫәргән» халыҡ театрында уйнайым. Әйткәндәй, икенсе хыялымды ла тормошҡа ашырҙым. 2005 йылда БДУ-ны тамамлағас, гимназияла журналистика түңәрәген алып бара башланым. Һуңынан башкөлләй гимназияға саҡырҙылар.
- Үҙегеҙҙе бер-ике һүҙ менән нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ?
– Ысынбарлыҡҡа – еңелсә юмор, тормошҡа һөйөү менән баҡҡан ябай башҡорт ҡатыны.
- Һеҙҙең тормош юлы, ҡайҙа эшләүегеҙгә ҡарамаҫтан, гел мәҙәниәт, рухиәт менән бәйлеһегеҙ...
– Баласаҡтан сәхнә тартты мине. Үткән тормош юлын, тиҫбе булып бер-бер артлы теҙелгән йылдарҙы барлайым да, минең бар ғүмерем шул тирәлә әйләнгән тигән уйға киләм. Мәҙәниәт өлкәһен һайлауым – ысынбарлыҡтағы тормоштан бер аҙ ғына өҫтөн булыу мөмкинлеге арбағандыр.
– Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтары?
– Эшемдең тик ыңғай яҡтарын ғына күрәм. Миңә китаптар аша, рухлы һүҙ аша йәш быуын күңелендә халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәренә, тарихына, традицияларына һөйөү тәрбиәләү мөмкинлеген бирҙе ул. Ниндәйҙер кимәлдә халҡыма хеҙмәт итеү юлын күрһәтте, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашыу теләген уятты. Быуаттар төпкөлөнән килгән аҡылды, зиһенде, белемде үҙендә туплаған изге йорт булды хеҙмәт урыным. Эш урыныма байрамға килгән кеүек килдем һәр саҡ. Шуның менән бәхетлемен. Янымдағы кешеләрҙән уңдым. Эргәмдә һәр саҡ дәртләндереүселәр, ҡанат ҡуйыусылар булды. Эшкә яуаплылыҡ тигән төшөнсәне Венера Әүхәҙи ҡыҙы Түләбаева һалды, ғөмүмән, мин уға шул тиклем рәхмәтлемен. Юғары белем алырға, тормошта ҡайнап йәшәргә, үҙ хеҙмәтеңде ҡәҙерле итеп кенә түгел, файҙалы итергә лә йүнәлеш бирҙе. Милли рух, илһөйәрлек, телһөйәрлек тойғоларын ағайҙарым Рәшит Ғәли улы, Шаһивилдан Уйылдан улы Иҙрисовтар, ил, район тарихына тоғро йән Мирсал ағай Исмәғилев һалды. Тормошомда, хеҙмәт юлымда осраған һәр кемгә сикһеҙ рәхмәтлемен. Эшем миңә рухи ҡәнәғәтлек менән бер рәттән, матди ҡәнәғәтлек тә бирҙе. Донъя көтөүҙең бөтә мәшәҡәте яңғыҙ иңемә төшкәндә, ике баламды аяҡҡа баҫтырғанда, төрлө сараларҙы алып барыу оҫталығы туй, юбилейҙар үткәрергә ярҙам итте, бер бол булды.
– Иң ҙур ҡаҙанышығыҙ, еңелеүегеҙ?
– Иң ҙур ҡаҙанышым – балаларым. Бөгөнгө көндә булмыштары, тормоштары менән һөйөндөрәләр, кеше алдында йөҙөм яҡты, иғтибар, ихтирамдарын, хәстәрҙәрен тойоп йәшәйем, әлхәмдүлиллаһ. Еңелеүҙәргә килгәндә... Донъя бит, улары ла булды. Тик ҡайһылыр осраҡтарҙа, ҡайһы бер һай күңелле кешеләрҙең өҫтөн ҡалыуы күңелде ҡырҙы, әлбиттә, әммә мин халыҡ аҡылына таянам һәр саҡ. Нимә тиҙәр әле, “аҡыллы ҡуйҙым тейер, иҫәр еңдем тейер”.
– Уңышығыҙҙың сере нимәлә?
– Хеҙмәттә.
– Илһам ташлап киткән, ҡулға эш бармаған саҡтар буламы?
– Була. Ул саҡтарҙа ҡул менән кер йыуам. Йәки...тәбиғәткә сығам. Унда бөтә нәмә лә камил.
– Һөнәрегеҙҙе үҙгәртеү уйы башығыҙға килгәне булдымы?
– Бер ваҡытта ла.
– Ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
- Башҡортлоҡтоң ауыр ҙа, яуаплы ла, изге лә бурысын иңендә, йөрәгендә, булмышында йөрөткән ағинәйҙәребеҙ менән алдыбыҙға алған эштәрҙе башҡарып йәшәргә.
– Тәүге эш көнөгөҙ ҡайҙа нисек үтте?
– Күгәрсен районының Айһай-Мөрсәләй ауылы. 23 июнь. Йәмле йәйге көн. Аҡ блузка, ҡыҙыл юбка кейгән ҡараҡай ғына ҡыҙыҡай ҡыйыр-ҡыймаҫ китапхана ишеген асты. Һуңынан уны Туйымбәт ауылына күсерҙеләр.
– Ҡаҙаныштарығыҙ, һөҙөмтәле осор.
– Хеҙмәт юлымдың һәр мәле күңелемә яҡын. Шулай ҙа хәтер усағында иң баҙлап янған осоро – Нәзирә Фәтхелислам ҡыҙы Кәримова менән ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгән ваҡыт. Әҙәбиәт үҙ маҡсатына ирешһен өсөн, өс таған: яҙыусы, китапханасы, китап уҡыусы бер тулҡында, бер тында булырға тейеш. Уларҙың бер терәүе генә булмаһа ла, гармония юғала. Шул осорҙа яҙыусылар менән осрашыуҙар, китап уҡыусылар конференциялары, китап презентациялары гөрләп үтте. Әмир Әминев, Нияз Мәһәҙиев, Хисмәт Юлдашев, Рәмил Йәнбәк, Әхмәҙин Әфтәх, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафин, Лира Яҡшыбаева, яҡташ шағирҙарыбыҙ Хәсән Назар, Азамат Юлдашбаев, Ғилман Ишкинин менән осрашыуҙарҙы китап уҡыусылар хәҙер ҙә һағынып иҫкә алалыр. Ижади мөхиттә ҡолас ташлап эшләнек. Һәр ҡатлам өсөн ихлас эшләнек: зыялылар өсөн дә, ижад менән янғандар өсөн дә, мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә, ябай китап уҡыусылар өсөн дә. Ихлас осрашыуҙарҙан, нәфис һүҙ тантанаһынан рухланып, күңелдәренә ижади ҡуҙ һалыныуҙан ялҡынланып ҡайтып китә ине һәр кем. Ул йылдарҙа “Үҫәргән” әҙәби берекмәһе ағзалары әүҙем ижад итте, ”Йәнтөйәк” зыялылар ойошмаһы барлыҡҡа килеп, районыбыҙ зыялылары өсөн рухи майҙан булды.
– Һеҙҙең тормош фәлсәфәһе, девизы.
– Донъяла иң яратмағаным –тормоштоң тик кире яғын күргән, һәр нәмәнән ҡара тап эҙләгән ризаһыҙ кешеләр. Шуға ла тормош девизым бер бөйөк аҡыл эйәһенең һүҙҙәре: Ҡараңғылыҡты ҡәһәрләгәнсе, бер бәләкәй генә шәм яндырыу күпкә яҡшыраҡ.
Әңгәмәнең тулы вариантын "Ейәнсура таңдары" гәзитенең бөгөнгө һанында (№29, 10.04.2020) уҡығыҙ.
Читайте нас: