Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
10 Апрель 2020, 21:00

Баҡсасы кәңәштәре

Әлеге ваҡытта баҡсасылар ниндәй мәшәҡәттәр менән яна икән. Был турала Үтәғол ауылынан Ғәлиә Иҙелбәкованан һораштыҡ.– Теплицаны яптыҡ, йылыта башланыҡ. Әлегә унда сығарырға иртәрәк. Һыйыр тиҙәге һалдыҡ, тиреҫ индерәбеҙ, үҫентеләрҙе ултыртыр алдынан эсен төтөн шашкаһы менән төтәтеп алабыҙ. Был ундағы бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Помидор, борос, баклажан, петуниялар әлегә өйҙә ултыра. Әле ҡыярҙар сәскәнмен, улар 40 көндә өлгөрә, майҙың 15-20-ләрендә

Әлеге ваҡытта баҡсасылар ниндәй мәшәҡәттәр менән яна икән. Был турала Үтәғол ауылынан Ғәлиә Иҙелбәкованан һораштыҡ.
– Теплицаны яптыҡ, йылыта башланыҡ. Әлегә унда сығарырға иртәрәк. Һыйыр тиҙәге һалдыҡ, тиреҫ индерәбеҙ, үҫентеләрҙе ултыртыр алдынан эсен төтөн шашкаһы менән төтәтеп алабыҙ. Был ундағы бөжәктәрҙән ҡотолорға ярҙам итә. Помидор, борос, баклажан, петуниялар әлегә өйҙә ултыра. Әле ҡыярҙар сәскәнмен, улар 40 көндә өлгөрә, майҙың 15-20-ләрендә тәүге уңышты ашарбыҙ тип торабыҙ. Ҡыярҙың “Маша” тигән сортын алдан ултырттым, һуңғары “Ҡытай”, “Злозуля” һ.б. төрлөләрен сәсәм. Былай шул “Маша”ға өҫтөнлөк бирәм, иң һәйбәт сорт беҙҙең һауа шарттары өсөн. Помидор, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсәләрҙе лә туранан-тура теплицаға ла сәсәм. Өлгөрәләр ул. 15 апрель беҙҙең яҡта сәсеү өсөн иң ҡулай ваҡыт, иртә сәсһәң, улар буйға ғына үҫеп китәләр.
Баҡсала сейә, ҡарағат, крыжовниктарҙың төптәренә көл һалып, ҡайнар һыу менән ҡойондорҙом. Әле был эштәрҙе башҡарырға һуң түгел, бөрөләре асылмаған. Булған телә, башҡа бөжәктәрҙе үлтерә.Торараҡ, баҡыр купоросы һибәһең. Ә төтөн шашкаһы яҡһаң, бер бөжәк тә, ауырыу ҙа булмай. Ә бына емеш-еләк сәскә атырға йөрөгәндә шул төтөн шашкаһын, йә иһә бал ҡортона зыян булмаһын тиһәгеҙ, һалам яҡһаң, сәскәләре һәйбәтерәк асыла, тиҙерәк һеркәләнә, емеште лә күп бирә, теләһә нимә эйәләмәй, ҡырау ҙа һуҡмай. Төтәтеү ағастарға ғына түгел, ә үҫентеләргә лә берҙәй файҙалы.
Теплицаға сәскәләр сәсәм шулай уҡ. Шылдырғанда бәрхәттәрҙе теплицала ҡалдырам, теплица эсендәге, баҡсалағы әремдәрҙе өҙмәйем, улар ҙа бөжәк килмәүенә булышлыҡ итә.
Ашлауға килгәндә, һыйыр тиҙәге, үләндәр әсетеп һыу менән шыйыҡлап һибәм, тағы ла зеленка, йодты ла ҡулланам. Уларҙы нисек әҙерләү тураһында интернет селтәре тулған. Ә буйға үҫеп китмәһен, һәйбәт тамырланһын өсөн баҙар тулған һәр төрлө препараттар араһынан “Атлет” тигәненә өҫтөнлөк бирәм. Гел шуны ғына ҡулланам.
Баҡсаны тәрбиәләп, ҡарап торорға кәрәк, әтеү, сәстем дә, һыу ҡойҙом да бөттө түгел. Ҡараһаң ғына емеш бирә ул. Беҙҙең баҡса балаларымды, уларҙың ғаиләләрен туйындырып ҡына ҡалмай, артҡан үҫентеләрҙе, емеш-еләкте һатып та аҡса эшләргә ярҙам итә.
Читайте нас: