Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Апрель 2020, 18:30

Кредит каникулдары. Төп һорауҙарға яуаптар

Кредит каникулдары. Кемдәрҙең хоҡуғы бар, нисек алырға, ниндәй документтар кәрәк. Төп һорауҙарға яуаптар.Мартта Рәсәй президенты коронавирус эпидемияһы арҡаһында айлыҡ килеме 2019 йылдағы уртаса айлыҡ килеме менән сағыштырғанда 30% ашыуға кәмегән граждандарға ярты йылға кредит каникулдары бирергә ҡушты.Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт кредиттарҙың суммаһы буйынса сикләү билдәләне - ипотека буйынса 1,5 миллион һумға тиклем, автокредит буйынса 600 мең һумға тиклем, эшҡыуарҙар өсөн ҡулланыусылар кредиты буйынса 300 мең һумға тиклем, физик берәмектәр өсөн ҡулланыусылар кредиты буйынса 250 меңгә тиклем, кредит карталары буйынса 100 мең һумға тиклем.Тулыраҡ сайтта.

Кредит каникулдары. Кемдәрҙең хоҡуғы бар, нисек алырға, ниндәй документтар кәрәк. Төп һорауҙарға яуаптар

-Нимә булды?

Мартта Рәсәй президенты коронавирус эпидемияһы арҡаһында айлыҡ килеме 2019 йылдағы уртаса айлыҡ килеме менән сағыштырғанда 30% ашыуға кәмегән граждандарға ярты йылға кредит каникулдары бирергә ҡушты

Шул уҡ ваҡытта Хөкүмәт кредиттарҙың суммаһы буйынса сикләү билдәләне - ипотека буйынса 1,5 миллион һумға тиклем, автокредит буйынса 600 мең һумға тиклем, эшҡыуарҙар өсөн ҡулланыусылар кредиты буйынса 300 мең һумға тиклем, физик берәмектәр өсөн ҡулланыусылар кредиты буйынса 250 меңгә тиклем, кредит карталары буйынса 100 мең һумға тиклем.

-Килемдең кәмеүен нисек иҫбатларға?

1. Һалым хеҙмәтенән белешмә;
2. Хеҙмәт биржаһында теркәлеү тураһында белешмә;
3. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы күрһәтергә;

Әгәр кредитор (банк йәки МФО) ниндәй документтар талап итәсәген белмәһәгеҙ, үҙенән һорағыҙ. Кредиторға дәлилләүсе документтарҙы ғариза биргәндән һуң 90 көн эсендә ебәрергә мөмкин.

▪Каникулды күпме ваҡытҡа һәм нисә тапҡыр алырға мөмкин?

Каникулдың оҙайлығы заемсының ихтыяжына бәйле, ләкин алты айҙан артыҡ булырға тейеш түгел. Бер кредит (займ) буйынса льготалы осор бер тапҡыр ғына бирелә.

▪Льготалы осорҙо (каникулды) иҫәпләү ниндәй көндән башлана?

- кредит карталары өсөн банкка каникулдар тураһында талап менән мөрәжәғәт иткән мәлдән;

- һорау буйынса ҡулланыусылар кредиты өсөн льготалы осор мөрәжәғәт иткәнгә тиклем 14 көн алдан башланырға мөмкин;

- ипотека кредиттары өсөн льготалы осор мөрәжәғәт иткәнгә тиклем 30 көн алдан башланыуы мөмкин.

▪Миңә кредит каникулы биргәндәрен нисек белергә?

Кредитор каникул тураһында талапты 5 көн эсендә ҡарарға һәм шунан һуң заемсыға льготалы осор башланыуын хәбәр итергә бурыслы.

▪Каникул ваҡытында аҡса түләмәгән өсөн штраф түләргә тура килмәҫме?

Юҡ. Кредит каникулы осоронда кредиторҙың штраф йәки пеня яҙырға йә иһә залог түләтергә (ипотека булһа) хоҡуғы юҡ. Әммә заемсы теләһә ниндәй ваҡытта льготалы осорҙо ғәмәлдән сығарырға мөмкин. Был хаҡта кредиторға хәбәр итергә кәрәк.

▪Льготалы осорҙан һуң кредиттар буйынса нисек түләргә?

Ҡулланыусылар кредиты өсөн

Кредит каникулы ваҡытында иҫәпләнгән проценттарҙы кредитты түләп бөткәс түләргә кәрәк. Ләкин түләүҙең күләме кредит буйынса айлыҡ түләүгә ҡарағанда юғарыраҡ була алмай.

Ваҡытында түләнмәгән проценттар, льготалы осор башланғансы йыйылған пеня һәм штраф өсөн дә шундай шарттар ғәмәлдә.

Ипотека кредиттары өсөн

Ипотека кредитын түләгәс, заемсы кредит каникулы ваҡытында түләнмәгән төп бурысы һәм проценттар буйынса түләй. Түләүҙең күләме кредит буйынса айлыҡ түләүгә ҡарағанда юғарыраҡ була алмай

▪Уҙған йылда ипотека каникулын алғандарға быйыл алырға мөмкинме?

Эйе. Әгәр һеҙ яңы закон буйынса кредит каникулына хоҡуҡтан файҙаланһағыҙ, был 2019 йылда ҡабул ителгән ипотека каникулы тураһында законға ярашлы түләүҙәрегеҙҙе кисектереүгә хоҡуғығыҙҙы сикләмәй, һәм киреһенсә.

Сығанаҡ: Рәсәй банкы