1961 йылдың 12 апрелендә барлыҡ доньяны иҫ киткес яңылыҡ солғап ала. Ғәләмдә кеше һәм ул – совет кешеһе. Беренсе йыһан гиҙеүсе Юрий Гагариндың “Восток” карабындағы был сәйәхәте 108 минут дауам итә. 1962 йылда кешенең йыһанға осоуының бер йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә СССР Юғары Советы Президиумы Космонавтика көнөн байрам итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуя.
Был ҡаҙаныш Советтар Союзын донъяла алдынғы урынға сығара, илдең халыҡ-ара абруйын күтәрә. 2011 йылдың 7 апрелендә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының махсус пленар ултырышында 12 апрель – Халыҡ-ара космонавтика көнө, тип иғлан итеү тураһында резолюция раҫлана. Был иҫтәлекле көндө үҙҙәре аша үткәргән өлкән быуын вәкилдәренең фекере менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
Хәбир Иҙрисов, Абзан ауылы:
– Радионан кешенең беренсе тапҡыр космосҡа осоуы тураһында ишеткәс, бөтәбеҙ ҙә шул тиклем ҡыуандыҡ. Беҙ хатта космостың нимә икәнен күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, ә уның һауала, бик алыҫта һәм унда һыуыҡ һәм ҡараңғы икәнен генә белә инек. Бер-беребеҙҙән Юрий Гагариндың кем икәнлеген һорашабыҙ. Был яңылыҡты, үҙебеҙ осҡандай итеп ҡыуанып, бер-беребеҙгә һөйләйбеҙ! Был ваҡиғаның фәҡәт беҙҙең илдә һәм ер йөҙөндә беренсе тапҡыр булыуына бик ныҡ ғорурландыҡ.
Фәниә Дәүләтбәкова, Иҙәш ауылы:
– Был көндө мин бик яҡшы хәтерләйем. Радио аша тыңланыҡ был яңылыҡты. Ҡыуаныстан эй бейегәнебеҙ һаман күҙ алдымда тора. Шундай ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Сөнки космосҡа беренсе осҡан кеше беҙҙең илдән бит.
Күгәрсен тотоп төшкән фотоһы булды миндә, мәктәптә уҡытҡанда шуны ҡулдан-ҡулға йөрөттөләр. Уҡытыусылар дәрескә һорап ала торғайнылар. Уның биографияһын яттан белә торғайныҡ. Әле һөйләйҙәр бит, йәнәһе, Юрий Гагарин тере тип. Мин бындай имеш-мимештәргә ышанмайым бер ҙә. Әле яңыраҡ ҡатынының үлгәнен ишеттек, ауыр тупрағы еңел булһын инде.
Быйыл мартта Юрий Гагаринға 86 йәш тулған булыр ине. 46 йәшендә генә һәләк булһа ла, даны быуаттарға күсә уның. 70-се йылдар Геройы, космонавтика хаҡында XXI быуат уҡыусылары нимә белә икән, үҙҙәренән һорашайыҡ.
Юлиә Бикбаева, башҡорт гимназия-интернаты, 5-се класс:
– 12 апрель – Космонавтика көнө. Был көндө Гагарин – Беренсе космонавт йыһанға оса. Бәләкәй сағында баскетбол уйнарға яратҡанын беләм. Беҙҙең мәктәптә Юрий Гагарин исеменә олимпиада уҙғарыла йыл һайын.
Наҙлыгөл Ҡәҙербәкова, Яңыбай мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы:
– Юрий Гагарин йыһанға осоусы тәүге летчик-космонавт. Ул “Восток” ракетаһында осҡан. Уға тиклем космосҡа Белка менән Стрелка тигән эттәр осҡан. Тағы ла космонавт Титовты беләм. Улар хаҡында мин мәктәп дәреслектәре, телевидениелағы тапшырыуҙар аша беләм. Әсәйем китапханала эшләй, ул космонавтар тураһында сара үткәргәйне былтыр. Шунан хәтеремдә ҡалған.