Республикала карантин режимын боҙоп урманға, тәбиғәткә, балыҡҡа сыҡҡан өсөн штраф һаласаҡтар. Бындай тәртип боҙоусыларҙы асыҡлау Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы инспекторҙары иңенә һалынған.
Министрлыҡ һәм тәртип һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре Өфө һәм Стәрлетамаҡ халҡына аңлатыу эштәре уҙғарған да инде. Бынан тыш, тәртип боҙған осраҡ өсөн 38 протокол да төҙөлгән. Өйҙә ҡалыу тәртибен боҙған бөтә материалдар ҙа судҡа тапшырылған. Бер нисәүһен ҡарап, бер мең һум күләмендә штрафтар ҙа һалынған.
Бынан тыш, ведомствоның ун территориаль идаралығы һәм комитеттары тәбиғәте айырыуса кире эҙемтәгә дусар булған район һәм ҡалаларҙа эш алып бара. Был иһә тирә яҡ мөхитте бысратыуға бәйле хәлдәр, граждандар мөрәжәғәте буйынса ваҡытында сара күреү мөмкинлеген бирә. Ведомствоның оператив хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләй, шулай уҡ Өфө ҡалаһының граждандар яҡлау идаралығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы һәм тәртип һаҡлау, күҙәтеү органдары менән хеҙмәттәшлек итә
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙизоляция режимын боҙған өсөн Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 20.6.1-се статьяһы буйынса яуаплылыҡ ҡаралған. Йәғни граждандарға – 1 мең һумдан алып 30 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә – 10 мең һумдан алып 50 мең һумға тиклем, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә – 30 мең һумдан алып 50 мең һумға тиклем, ойошмаларға 100 мең һумдан 300 мең һумға тиклем штраф һалына. Ҡабаттан эләккәндәр өсөн яза ҡатылана, енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙары ихтимал, хатта ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеү кеүек сара ҡаралаған.