Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Апрель 2020, 14:34

Тағы янғын, тағы ҡорбан...

Янғын сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү!Бәхетһеҙлеккә күрә, үткән төндә район үҙәгендә сыҡҡан янғында ла кеше һәләк булған.Янғын тураһында хәбәр 2020 йылдың 15 апрель төнөндә ҡабул ителгән. Янғын һүндереүселәр килгәндә, тораҡ йорттоң таҡтанан эшләнгән верандаһы һәм аш бүлмәһен янғын солғап алған була. Утты һүндергән ваҡытта йортта һәләк

Янғын сәбәбе – ут менән һаҡһыҙ эш итеү!
Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Мәләүез бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылда беҙҙең районда бөтәһе һигеҙ янғын осрағы теркәлгән, уларҙа өс кеше һәләк булған. Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, янғындар өсәүгә күберәк.
Бәхетһеҙлеккә күрә, үткән төндә район үҙәгендә сыҡҡан янғында ла кеше һәләк булған.
Янғын тураһында хәбәр 2020 йылдың 15 апрель төнөндә ҡабул ителгән. Янғын һүндереүселәр килгәндә, тораҡ йорттоң таҡтанан эшләнгән верандаһы һәм аш бүлмәһен янғын солғап алған була. Утты һүндергән ваҡытта йортта һәләк булған ир-егеттең кәүҙәһе табыла.
Янғын сәбәбе асыҡлана.
Хөрмәтле граждандар!
Тәмәке тартҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тотмау, ҡағиҙә булараҡ, янғын сәбәпсеһе була.
Һүндерелмәй ташланған шырпы бөртөгө, тәмәке төпсөгө, өйҙәме ул һарайҙамы, лоджия, йә иһә балкондамы, дача йә урмандам ы – былар бөтәһе лә оло бәләгә килтерергә мөмкин. Бушҡа әйтмәйҙәр бит, бер ағастан миллион шырпы эшләргә була, ә бер шырпы менән миллион ағасты юҡ итергә мөмкин.
Күп осраҡтарҙа ут сығыуҙың сәбәбе – өйҙә, йоҡлаған ерҙә тәмәке тартыу. Ә янған әйберҙәрҙән сыҡҡан ағыулы бүлендекле төтөнгә кеше ағыулана, уяна алмай.
Район халҡына ут менән һаҡ булығыҙ, тип мөрәжәғәт итәбеҙ. Үҙегеҙҙең ғүмерегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлағыҙ. Асоциаль тормош алып барған граждандарҙы иғтибарығыҙҙан ҡалдырмағыҙ – улар вайымһыҙлығы арҡаһында һеҙ бәләгә тарый алаһығыҙ. Ундай граждандар һеҙҙең эргәлә йәшәһә, йыш “ҡунаҡ” булырға яратһа, власть органдарына хәбәр итегеҙ. Өйҙә тәмәке тартмағыҙ. Бәләкәс балаларығыҙҙың үҙҙәрен генә өйҙә ҡалдырмағыҙ, шырпы, зажигалкаларҙы күренгән урынға һалмағыҙ. Мейесте яғылған, электр приборҙарын розеткаға тығылған көйө ҡалдырып китмәгеҙ. Етешһеҙлектәре булған электр сымдары, һүндергес, розеткалар менән ҡулланмағыҙ, ремонтлағыҙ, мейестәрҙе лә ваҡытында тикшереп тороғоҙ.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: янғынды һүндереүгә ҡарағанда, иҫкәртеү еңелерәк. Ут сығыу осрағын күрһәгеҙ, 01, кеҫә телефонынан 112 номерҙарына шылтыратығыҙ.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Мәләүез район-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактикалау эштәре бүлеге
Читайте нас: