Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
15 Апрель 2020, 14:00

Һыңар алҡа (Ғибрәтле хәл)

Тупһаһы төбөндә табып алған һыңар алҡаны ҡолағына терәгәндә Хәжирәнең шатлығының иге-сиге юҡ ине. Тик ниңә ул берәү генә? “Икенсеһе ятмаймы икән?” тип күпме генә эҙләнмәһен, таба алманы.Артабан нимә булған? Яҡташыбыҙ Илдар Аҡъюлов бәйән итә:

Тупһаһы төбөндә табып алған һыңар алҡаны ҡолағына терәгәндә Хәжирәнең шатлығының иге-сиге юҡ ине. Тик ниңә ул берәү генә? “Икенсеһе ятмаймы икән?” тип күпме генә эҙләнмәһен, таба алманы.
Шунда уҡ әхирәтенә шылтыратып, һөйөнөсө менән бүлеште, ул иһә: “Барыбер тағып йөрөй алмаҫһың, һат”, - тип кәңәш бирҙе. Әммә тыңламаны Хәжирә, ялтырауыҡты үҙендә ҡалдырҙы. Сараһын да тапты: бер ҡолағын гел сәсе менән ҡаплап йөрөй башланы, уның алҡаһыҙ икәне күренмәне. "Ҡайһылай матур!" - тип маҡтағандарында, күкрәге семетеп ҡуя ине лә...
Ваҡыт үтеү менән алҡа бөтөнләй онотолдо, ҡатынды түш ауыртыуы борсой башланы. Ә табипҡа күренеүҙе һаман кисектереп килде. Мөрәжәғәт иткәндә инде һуң ине: яман шеш диагнозы ҡуйҙылар, һуңғы стадия...
Өмөт йәшәтә бит әҙәм балаһын. Бер көн “Шул районда өлкән йәштәге ҡатын яман шештән дауалай” тигән хәбәрҙе ишеткәс, Хәжирә шул тарафҡа юлланды.
"Бигерәк сибәрһең шул. Көнсөл бер бисә сихырлаған үҙеңде, ауырыуың тик шунан ғына", – тине әбей...
Ул биргән өшкөртөлгән тоҙҙо ҡушыуынса файҙаланыр хәлдә түгел ине инде Хәжирә, аяғын саҡ һөйрәп ҡайтып йығылды. Йоҡо аралаш әбейҙең әйткәндәренә яуап эҙләп интекте. Әммә теге саҡ табып алған алҡаны күршеһенең уның ишеге төбөнә сихырлап ташлап киткәне башына ла инеп сыҡманы...
ИЛДАР АҠЪЮЛОВ.
Читайте нас: