Эй, был кеше алдап аҡса эшләргә тырышып ятҡан әҙәмдәр әрһеҙ ҙә инде. Замандан һис артта ҡалмайҙар. Бына әле лә, коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы саралар иғлан ителеүен улар үҙ файҙаларында ҡуллана икән.
Һуңғы арала ҡайһы берәүҙәргә ошондай (фотола) эстәлекле смс-тар килә башлаған. Әгәр һеҙ ҙә үҙизоляция режимын боҙған өсөн түләү талап иткән хәбәр алһағыҙ, белегеҙ – был алдаҡ! Штраф һалыу тураһындағы ҡарарҙы бары власть органдары һәм һеҙҙең янығыҙҙа төҙөлгән протокол нигеҙендә генә ҡабул итә.
Райондаштар, бигерәк тә өлкән быуын! Өйҙә ҡалығыҙ һәм үҙегеҙҙе алдауға юл ҡуймағыҙ!