Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәт йортонда барған оператив кәңәшмәлә коронавирусҡа бәйле хәл тураһында түбәнге мәғлүмәттәрҙе еткерҙе. Мәғлүм булыуынса, әле республиканың 40 районында коронавирус инфекцияһын йөрөтөүселәр бар.
– Хәл бик тиҙ ҡатмарлаша. Әлеге мәлдә беҙҙә 191 кеше ауырый. Сирләгән кешеләрҙе күберәк асыҡлаған һайын, был хәлдән тиҙерәк сығасаҡбыҙ. Юғиһә ул республика биләмәһе буйынса контролһеҙ тараласаҡ, – тине төбәк Башлығы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сит илдәрҙән һәм Мәскәүҙән килгән кешеләргә ҡарата талаптарҙы ҡәтғиләндереү кәрәклеген белдерҙе.
– Уларҙың да вирус йөрөтөүсе булыуы ихтимал, – тип юлсыларҙың мотлаҡ ике аҙнаға карантинға китергә тейешлеген белдерҙе Башлыҡ. – Улар шығырым тулы ҡала-ара автобустарында ла килә. Унышар сәғәт бер урында ултыралар һәм ундай шарттарҙа бер ниндәй ҙә дезинфекция юҡ. Автобустарҙы тикшерергә кәрәк.
Шулай уҡ ул муниципалитеттар башлыҡтарына Башҡортостанға килгән кешеләрҙе күҙәтеүгә алыу буйынса ныҡлы эшләргә ҡушты.
Һаҡланыу сараларын көсәйтеү маҡсатында, 20 апрелдән бөтә социаль учреждениелар карантинға ябыласаҡ. Атап әйткәндә, ҡарттар йорттары һәм интернаттар.
– Быға өс көн бирелә – дүшәмбегәсә. Дүрт учреждение буйынса указға ҡул ҡуйҙым инде. Муниципалитет башлыҡтары, был мәсьәләгә үҙегеҙ шәхсән төшөнөгөҙ, – тине республика Башлығы.