– Уйындан уймаҡ сыҡмаҫмы? – Ике уҡытыусы һөйләшеп торғанда, Зөһрә Сабирова методик кабинеттың ишеген асты. Ул инеү менән әңгәмә ниңәлер өҙөлдө.
– Кисә генә университет студенты – бөгөн уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, – тип пионервожатый Рафиға Зөһрәнең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.
– Бәйгене йомғаҡлап, бүләктәр тапшырырға ине, – тигәс, бер ҡосаҡ китап алған ҡыҙ китергә ашыҡты. Ул ишекте ябыу менән Рафиға һүҙен дауам итте:
– Ниндәй зарар инде тағы? Йәштәр араһында әллә ниҙәр булыр, уныһы беҙгә ҡараңғы. Тик теге “мөхәббәт бөркөтө”нә, һөйләшкәнсә, әйтеп ҡуйҙым: “Зөһрә һинһеҙ йәшәй алмай, үҙенән ишеттем”, – тинем. Сабит ҡына түгел, үҙем дә ышандым, әй. 1 апрель булһа ла, икеләнмәне теге. Ул-был була ҡалһа, уйын-көлкө көнөндә шаярттыҡ ҡына, тиербеҙ...
– Рәхмәт инде, Рафиға апай! Йөрәгем тыныс түгел, тик минең дә һөйөүем өсөн көрәшергә хаҡым барҙыр ул. Ана, бесәй тырнағына эләккән сысҡан да, йәшәү өсөн көрәшеп, бесәйҙәрҙе хәйләләргә тырыша. Буш итмәм, – тигәс, Зиниә Рафиғаның ҡулын ҡыҫты. Ике бите уттай янған ҡыҙҙы тынысландырып, тегеһе былай тине:
– Тәтәй ҡыҙыйҙы урынына ултыртыу фарыз! Күҙҙәренә һөрмә тартып, ирем эргәһенән китмәй. Юғары белемле математик, понимаешь, тәжрибә уртаҡлаша, имеш. Фәнил ағай, һеҙ был теманы нисек аңлатаһығыҙ, тип иремдең тәҡәтен ҡорота. Минән һораһа, бер-ике һүҙ менән генә аңлатыр инем үҙенә. Ну, асыуыма тейә шулай бөтөрөлөүе...
– Шамилдың тамам һушын алды! Хәҙер Зөһрәнән башҡа бер кемде лә күрмәй. Ә мин Шамилды ун биш йәштән үк яраттым. Армияға киткәнсе көн дә Зөһрә янында булды. Йөрәгем нисек түҙгәндер? – Серләшеүҙәрен дауам иткән хеҙмәттәштәр, ялғанды сылбырға теҙеп, йәш яҙмышты упҡынға этәргәндәрен баштарына ла килтермәне. Маҡсаттары тормошҡа ашасағын һиҙеп, залға бергәләшеп, етәкләшеп үк сыҡтылар. Ә егет көлкө кисәһен алып барыусы Зөһрәнән күҙҙәрен дә алмай, етмәһә ҡыҙҙың һорауҙарына ҡыҙыҡлы яуаптар ҡайтарып, бәйгеләрҙә ҡатнашты.
Кисә тамам. Уҡыусылар бейергә төштө. Уҡытыусылар иһә сара ахырынаса дежурҙа торҙо.
Өс ай элек хәрби хеҙмәтен тултырған Сабиттың йор һүҙле, йырға, бейеүгә оҫта икәнен ауылдаштары белә. Үҙен күп ҡыҙҙар яратыуы ла сер түгел. Тик кисәге һалдатты Зөһрәнең танау сөйөп йөрөүе генә сәйерһендерҙе. Ғишыҡ утында яныуын кешегә һөйләгән, ә үҙе, бер ни булмағандай, Сабитҡа ҡарамай ҙа. “Ярай, оҙаҡламай миңә дегәнәк һымаҡ йәбешергә тура килмәгәйе, сараһын күрербеҙ”, – тип мәкерле уйҙарына йылмайып ҡуйҙы егет.
– Алып барыусы башҡаларға үрнәк күрһәтергә тейеш! – тигән булып, бейергә саҡырҙы. Зөһрәнең исеме есеменә тура килеүе, һалдаттар йондоҙҙарға ҡарап дөрөҫ юл табыуы, Ҡайынлы ауылының һылыуы был мәктәптең йөҙөк ҡашына әйләнеүе һәм башҡа наҙлы һүҙҙәрҙе бейеү барышында ҡыҙҙың ҡолағына бышылданы ул. Сабиттың һүҙгә оҫталығына таң ҡалды тегеһе. Тик ни сәбәпле бөгөн Зөһрә янынан бер ҙә китмәүе аптырата төштө уны. Ә Шамилдың, телгә әүәҫ булмаһа ла, хистәре күҙ ҡарашының тәрәнлегендә сағылғаны йәшен тиҙлегендә уйына килде. “Армиянан ҡайтырға өс ай ваҡыт ҡалды. Владивосток ҡалаһында хеҙмәт иткәндә күңелең ҡайҙа саҡыра икән үҙеңде? Тыуған ауылыңда эшләп йөрөгән ҡыҙҙы иҫеңә алаһыңмы икән, күңелемде әсир иткән егет?” – тип уйланды Зөһрә. Ә Сабиттың йөрәгендә үҙенең хис ташҡынына битарафлыҡ күрһәткән уҡытыусыға асыу ҡайнаны.
– Ергә төш, ҡыҙый. Мин һиңә һорау бирҙем.
– Ә, ниндәй һорау? – тип туҡтап ҡалды Зөһрә.
– Бәй, дәрестәреңдә лә шулай аяғүрә йоҡлаһаң, беҙҙең ауылдан Пифагорҙар сыҡмаҫ, – тип йомшара төштө физкультура уҡытыусыһы.
– Һиңә дежур итешәйем, тим...
– Рәхмәт, кәрәкмәҫ. Үҙем дә өлгөрәм.
Бейеүҙәр тамамланыу менән уҡыусылар ҡайтырға сыҡты. Тамаша залын тәртипкә килтергәндән һуң уҡытыусылар ҙа өйҙәренә юл алды. Зөһрә, был кисәлә дежур уҡытыусы булғанлыҡтан, мәктәпте үҙе бикләргә тейеш. Рафиға менән Зиниә мәктәптән сыҡҡанда, Сабиттың елдәр уйнаған башына ниндәй уйҙар килгәнен осҡон сәскән күҙҙәренән үк төшөндөләр. Егет һис тә икеләнмәй Зөһрәнең ғишыҡ утына ышанған. Сабиттың ундай уттарҙы һүндереү оҫталығы хаҡында ауылда китап яҙырлыҡ һүҙҙәр йөрөй. “Пландары” майланған кеүек барыуына ҡәнәғәтләнеп, серҙәштәр ҡайтырға сыҡты.
Зөһрә был ваҡытта тейешле урында мәктәп асҡысын тапмай хафаланды. “Йондоҙом, яҡтылығың нурҙарында ҡойонаһым килә”, – Сабит һүҙ башлағанға, Зөһрә һиҫкәнеп, тертләп китте:
– Ай, ҡурҡыттығыҙ. Асҡысты таба алмайым, – тине ҡыҙ, хафаланыуын һиҙҙереп.
– Мин дә, – тип яуапланы егет.
– ?! – ҡыҙ уға аптырашлы ҡараш ташланы.
– Һинең йөрәгеңә асҡыс табырға ине иҫәп, рөхсәтең булһа, – әңгәмә ҡороп ебәрергә ашҡынғандай, Сабит асҡыс бәйләме күрһәтте.
Зөһрәнең һорауы ҡоро яңғыраны. “Бирегеҙ!” – алырға үрелеүе булды, егеттең ҡосағына ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ситлеккә эләккән ҡош кеүек талпынһа ла, Сабиттан ысҡыныуы анһат түгел ине. Барыһын да алдан уйлап ҡуйған егет ут һүндергескә баҫыу менән бүлмәлә ҡараңғылыҡ урынлашты. “Нишләүегеҙ был?” – тип ҡыҙҙың үрһәләнеп һорауына үҙен гүзәл зат күңеленең яҡшы белгесе итеп тойған кеше: “Һинең хистәрең тураһында сереңде систеләр. Үҙең дә миңә оҡшайһың”, – тип Зөһрәнең ирененә үрелде. Ҡыҙ, сәйерһенеп: “Ниндәй сер?” – тип кенә һорап өлгөрҙө. Уның өсөн егеттең ҡайнар ҡосағы мәрхәмәтһеҙ ҡапҡанға әйләнде. Ысҡыныр өсөн күпме тартҡылашһа ла, теләгенә ирешә алманы. Үҙе мөхәббәттән яныуын һөйләп йөрөгән ҡыҙҙың ҡырағай боландай ҡаршылыҡ күрһәтеүе генә егеттең кәйефен ҡырҙы. Хистәренә ирек биреп, кисәге һалдат ҡыҙҙан да ауаздаш тойғолар өмөт итте. Зөһрә һаман ысҡынырға маташты, әммә көслө, мәкерле зат аҙғын теләген тормошҡа ашыра алды...
– Мә, асҡыстарың, бикләрһең! – бер ни булмағандай, һалҡынлыҡ һәм битарафлыҡ күрһәтеп, Сабит епкә беркетелгән асҡыстарҙы Зөһрәгә һуҙҙы. “Мин һеҙҙе күрә алмайым”, – тип йән әрнеүе менән тешен ҡыҫып яуапланы уҡытыусы һәм, иҙәнгә йөҙ түбән боролоп, үкһеп илай башланы.
Шул мәлдә директор Ленар Әғзәмович, мәктәп ишектәрен асып:
“Кисә тамам, ишектәр асыҡ, яҡтылыҡ әҫәре лә юҡ”, – тип утты ҡабыҙҙы. Көтөлмәгән хәлдән ни эшләргә белмәй аптырап ҡалған Сабит һүҙһеҙ генә тороп, кейемдәрен тәртипкә килтерҙе, ә Зөһрәнең, бындай хурлыҡты аңлатып, бер ни әйтергә лә хәле юҡ ине, элеккесә илай бирҙе.
– Ни булды бында, тип һорайым! Мәктәп директорының тауышына, гүйә, тимер сыңлауы өҫтәлде.
– Беҙ, былай, бына... һөйләштек Зөһрә менән, – тип көскә телгә килде Сабит, уңайһыҙланыуҙан ни эшләргә белмәйенсә.
– Уҡытыусы башығыҙ менән балаларға ниндәй үрнәк күрһәтәһегеҙ? Педсоветҡа был һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйғанды теләмәһәгеҙ, иртәгә үк ЗАГС-ҡа бараһығыҙ! – тип екеренә бирҙе етәксе. – Бындай хәл халыҡҡа билдәле булһа, “алдынғы мәктәп” тигән дан тараласағын көт тә тор! – Директорҙы, әлбиттә, иң элек, мәктәп абруйы төшмәгәйе, тигән уйҙар борсоно.
– Ни-сек ЗАГС-ҡа? Мин у-ны бө-төн-ләй ярат-майым бит! – тип тотлоға-тотлоға әйтә алды ҡыҙ үкһеп илаған арала.
– Элегерәк уйларға кәрәк ине. Ә хәҙер күҙемдән юғалығыҙ! Икегеҙ ҙә! Һөйә, һөймәй темаһына иртәгә һөйләшербеҙ, – йәнә ҡысҡырып, директор ишеккә күрһәтте.
— Һәр ҡыҙға өйләнә барһаң?.. Һе, ЗАГС-ҡа, имеш, — һайлау хоҡуғынан тиҙ генә мәхрүм итеүҙәренә бар булмышы менән ҡаршы ине егет. Эс бошороп, Зөһрәһе лә мәмәйләнеп тора. Бер ярата, бер яратмай, имеш.
Егет күңелендәге әле генә ҡыҙға ҡарата кисергән татлы хистәрҙе нәфрәт тойғоһо алыштырҙы. Бындай еңеү кәрәкмәй ине уға. Тик әлегә ҡәҙәр һәр теләге тормошҡа ашҡан егет был юлы үҙен үҙе ситлеккә япты түгелме? Абынғаныңды белһәң, алдан һалам йәйеп ҡуйыр инең, тиҙәр ҙә – һуң хәҙер. Әммә был юлы һаламы ла, бесәне лә эште яйлай алмаясағы егеткә көн кеүек асыҡ ине. “Һүҙен һанға һуҡмай ҡара, Ҡыҙыл байраҡ, вымпелдар алыу өсөн йәнен һатырға әҙер Ленар Әғзәмовичтың үҙеңде мәктәптән генә түгел, һөнәреңдән дә бөтөнләй ҡыуып ебәреүе бар. Уҡыуың нулгә сыға. Ни эшләргә һуң?” — һорауҙарына яуап эҙләп, ҡайтып китте егет. Ҡаршыһына ҡараңғылыҡтан Рафиға пәйҙә булды. “Эй, баламдың спорт костюмы тороп ҡалған. Кереп кенә сығайым әле, мин әйтәм, — тип үҙенән һорамаған һорауға күҙе менән ялт-йолт килеп яуапланы. — Дежур Зөһрә юҡмы ни?” Мәктәп директоры ишектә күренгәс, Рафиғаның һүҙ теҙмәһе арта төштө: “Онотҡанмын баламдың костюмын ыспартивный, алмаш аяҡ кейемем дә ҡалған...” Зөһрәнең тиҙерәк сығып, ҡара төндә юғалғыһы килде. Рафиға иһә: “Зөһрә, ниңә илайһың? Әллә берәй хәл булдымы?” – тип ҡыҙыҡһынды. Ә йәш уҡытыусы, ҡайғыһы менән үҙе генә ҡалырға теләгәндәй, башын аҫҡа эйгән килеш ары йүгерҙе.
“Ҡырағай ҡатын” тип уйлап, Сабит уға бер һүҙ ҙә ҡушманы. Әле генә урғылған наҙын бүләк иткән һылыуҙы хатта оҙатҡыһы ла килмәй ине үҙенең... Рафиға, алан-йолан ҡаранып, һорауҙар яуҙырһа ла, уға әҙәмсә бер һүҙ өндәшеүсе булманы. Алаһы әйберҙәре исем өсөн генә уйланылғанлыҡтан, мәктәпкә инеп торманы. Ә директор, уның менән фәлсәфә һатырға теләмәйенсә, өйөнә табан юл алды.
Был төн Зөһрәнең бар эскерһеҙ хыялдарын селпәрәмә килтерҙе. Ваҡыт туҡталыр, иртәгәһенә ҡояш сыҡмаҫ, мәңгелек төн урынлашыр төҫлө тойолдо уға. Илаған һайын йөрәк яраһы тәрәнәйә барҙы. Ҡайҙа хаталанғанын уйлап, күңеленә тынғы тапманы ул. Әрнеүҙәренә дауа булмаҫы хаҡында йәне һыҡраны. Әсәһе лә бит ҡыҙҙың аңына саф хистәр — ныҡлы ғаилә нигеҙе икәнен кесе йәштән үк һеңдереп, аңлатып үҫтерҙе. Дүрт һеңлеһе өсөн үрнәк булырға өндәне. Мөхәббәт хистәре бөрөләнеп кенә өлгөргән Шамилына ни әйтер ул? Егет ҡыҙҙы ғәфү итә алырмы? Һорауҙар күп, тик Зөһрә береһенә лә яуап таба алманы. Көтөргә вәғәҙә биреп, яҡты йондоҙҙарға ҡарап илһамланғанда, һөйөүен белдереп, Шамилын әрмегә оҙатҡан сағында бындай хәл булыр тип ҡыҙ күҙ алдына ла килтермәгәнгә, донъя аҫты-өҫкә әйләнгәндәй тойолдо.
Сабитты иҫенә төшөрөү менән ҡыҙҙа ытырғаныу хисе уянды. Ул, ҡар алып, илай-илай битен, ҡулдарын ыуа башланы. Янынан уҙып барған йәштәрҙең береһе: “Кит әле, ниңә бысраҡ ҡар менән йыуынаһың?“ — тип өндәште. Ергә яуған ап-аҡ ҡарҙы кеше тапап ҡарайта ла уны бысраҡ тип атай. Әҙәм балаһын да шулай тапап керләндереп була икән, тигән уйҙарынан үҙе ҡурҡты ҡыҙ. Шул ваҡыт уның әлеге хәлдән арығыһы, үлгеһе килде. Әммә ата-әсәһе был ваҡиғаны белһә, улар өсөн ер убыласаҡ, һеңлеләрен, яҡындарын бындай мәғәнәһеҙ ҡайғыға һалыу мөмкинме һуң?! Шул саҡ ул йәшәгән фатирҙың тәҙрәһендә ут ҡабынды. Өй хужабикәһе Рәшиҙә әбей, ишекте асып:
— Ҡыҙым, ҡайттыңмы? Һине көтәм, — тип әйҙүкләне. Зөһрә, әбейҙән күҙҙәрен йәшереп, түргә үтте.
— Ҡыҙым, әйҙә сәй эсеп алайыҡ әле. Самауырҙы ҡайнаттым. Тәҙрәнән ҡарап һине көтөп торҙом. Күңелең де ас, һөйләр һүҙең бар бит. Ауырһынма, — тип өндәшеп, ҡаты итеп яһалған сәйле кәсә ҡуйҙы әбей. Йәш уҡытыусы бер һүҙ өндәшмәй генә уны эсеп бөтөрҙө һәм әбейгә күҙҙәрен күтәреп ҡарағас та, ғазаплы әңгәмәне нисек башларға белмәй, туҡтап ҡалды.
— Күҙҙәрең йәшләнгән, сәбәбе барҙыр. Был донъя ла ниндәй хәл булмаҫ. Ҡыҙым, мин һине аңларға тырышырмын, — әбей үҙе уға ярҙамға килде.
Зөһрә ни булғанын түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. Оло кешенән кәңәш өмөт итеп: “Донъяның йәме ҡалманы. Был хәбәрҙе Рафиға апай белгәс, хәҙер бар ауылға тултыра инде. Ғәйбәт сығарырға теләгән үтә хәйләкәрҙәре кәрәк саҡта хәлде ул түтәйгә сер итеп кенә әйтәләр бит. Бөгөн үк үлһәм…” — тип бер туҡтауһыҙ субырлаған күҙ йәштәрен һөрттө.
— Күрәсәгеңде күрмәй, гүргә инеп булмай, тиҙәр. Яҙмышыңдағы ҙур һынауыңдыр был, ныҡ бул. Кемдеңдер бәхетһеҙлегенә һөйөнгән кеше рухи яҡтан ғәрип ул. Ундайҙарҙы ҡыҙған ғына, сөнки улар йыйған рәнйеүҙәрҙең ауазын балалары күрәсәк. Етмәһә, бер хәҙистә әйтелгәнсә, кешеләрҙе лә һүҙҙәре менән паклап, уларҙың хаталары иҫәбенән ҡылынған гонаһтары хисап көнөндә ғәйбәтселәр иҫәбенә яҙыла әле. Хоҙай ҡушмаһа, ағастағы япраҡ та һелкенмәҫ. Ә үлем Раббыбыҙ ҡулында. Үҙ теләгең менән китергә уйлау Аллаһы Тәғәләгә ҡаршы сығыу һанала. Әллә һин ғүмерҙе Ер шарында ғына тип беләһеңме? Әгәр үҙең теләп мәңгелеккә күсһәң, әлеге ғазаптарың бик ваҡ күренер. Был ҡот осҡос уйҙарыңдан арын! Донъялыҡтағы әрнеүҙәрең үтер әле. Нишләмәк кәрәк, ата-әсәңде йәллә. Ҡыҙым, әгәр кейәүгә сыҡһаң, әллә ни ҡыңғырау ҡаға алмаҫ тар. Яратмаһаң ни, ғүмер буйына яратышып йәшәгәндәр һанаулы, ә беренселәре — донъя тулы. Өйрәнерһең, эйәләшерһең, — ана шулай сабыр тыңлап ултырған ҡыҙҙы әбекәй ғаилә ҡорорға күндерҙе, күңелен тынысландырҙы...
Икенсе көндө Рафиға ханымдың “һуңғы хәбәрҙәре” таралыуы мәғлүм булды. Зөһрәгә дәрес бирергә лә форсат теймәне. Директор үҙ кабинетына саҡыртып, хәл-әхүәл һорашып тормайынса, тауыш ҡуптарҙы:
– Мәктәптә уҡытыусылар күп. Ни өсөн Сабит һине күҙләгән һәм һинең янда ҡалған? Һин үҙең ғәйепле! – тип ҡыҙҙы шикәйәт менән йөрөмәҫлек дәрәжәгә еткерҙе. Илауҙан күҙҙәре шешенгән ҡыҙға ҡарата ҡыҙғаныу хистәре юҡ ине етәкселә. Кейәүгә сығырға ризалыҡ биргәс, мәктәпкә яла яҡмаясағына ышанып, үтәгән миссияһына ҡыуанып ҡалды ул. Ә коллективта ни сәбәптән бик арала яңы ғаилә барлыҡҡа килеүен тикшерҙеләр.
Зөһрәнең елбәҙәк булыуына баҫым яһаған Рафиға байтаҡ миҫалдар килтерҙе. Уның кейемен, йөрөшөн тикшерҙе, үҙенең һүҙе буйынса, керһеҙ йәшлеген иҫкә алып, ҡыҙҙы битәрләне. Математика уҡытыусыһы әйткән һүҙҙәренән ғәйеп эҙләп, үҙенә яйлы йүнәлешкә бороп ебәрҙе. Эйе, тәбиғәт был ҡатынға кеше араһын бутау оҫталығы биргән. Был һәләттең емештәрен Зөһрә тулыһынса үҙ иңдәрендә татыны. Йәш белгес бүлмәнән сығыу менән: “Университеттарҙа уҡыуың менәнме ни, хәреф танымағас”, – тип мыҫҡылланы уны. Тик шул уҡ ваҡытта Зөһрә алдында яһалмалылыҡ күрһәтеп, ал да гөл “сәскә ата” алды. Хеҙмәттәштәре, Рафиғаның булмышын белгәнгәме, быға әһәмиәт бирмәне, әммә барыһы ла был ҡара күңелле ҡатындың “планындағыса” барҙы. Никах уҡытыу – боронғо йола, тип Сабит күтәреп алғас, комсомол туйын яһарға килештеләр. Ул көн еткәнсе йәш уҡытыусылар ҙа Рафиға ханымдың ҡотҡоһона бирелде. Төртмә һүҙҙәре ҡыҙҙың күңелен меңләгән осло энәләрҙәй телгеләне. Һүҙ араһынан һүҙ сыҡҡан арала: “Эй, Зөһрә, кейәүгә аҡ күлдәк кейеп сығырға кәрәк”, – тип уның яраһына ҡағылыу форсатын файҙаланып ҡалдылар.
Ниһайәт, комсомол туйы үтте. Кейәүгә сығаһы ҡыҙ яҙмышына буйһоноу билдәһе итеп ҡаранан килешле күлдәк кейгәйне. Кеше ҡайғыһына тантана итеүселәрҙе һанға һуҡмау кеүек тә тойолдо был аҙым. Әммә улар йән өҙгөс яуҙы дауам итергә әҙер ине. Сабит ата-әсәһе йортона килен алып ҡайтмаҫҡа ҡарар итте. Туйҙан һуң уҡ интернат бинаһының бер ҡыҫыҡ бүлмәһенә алып килде Зөһрәне. Исем өсөн үткән туй сараһын хеҙмәттәштәре оҙаҡлап тикшерҙе. Арала Зөһрәне ҡыҙғанғандары ла бар ине. Тик береһе лә уны яҡлап үтә әүҙем Рафиғаға ҡаршы сыҡманы. Әлегә был ҡатындың фекерҙәштәре күп булғанлыҡтан, шөрләне улар.
Уҡыу йылы уҡытыусылар алдында юғары маҡсаттар ҡуйҙы. Дәрес биреү, төрлө саралар уҙғарыу, мәктәп директоры инициативаһы менән район семинарҙары үткәреү һәр береһенән күп көс талап итте. Әммә Рафиға тиҙ генә тел сарлауҙан туҡтарға йыйынманы. Юҡһа, ирендә был ҡыҙға ҡарата нәфрәт тыуҙырыу мөмкин түгеллеге уға яңынан был теманы дауам итергә этәргес бирҙе.
Шулай бер көндө йәш белгестәр оло остаздарҙың күңелен күреү иҫәбенән туй күлдәгенең аҡлығы – сафлыҡ билдәһе булыуын тикшерә башлағас, Зөһрә уларҙы математика кабинетына саҡырҙы. Ололар иһә һораулы ҡараш менән оҙатып ҡалды. Тел сарлауҙа оҫталығы булмаған Зөһрә билгә ҡәҙәр сисенә башланы. Аптырап ҡалған ҡыҙҙар: “Ниңә, кәрәкмәй”, – тиеште. Уларҙың биргән һорауҙарына яуап ҡыҙҙың тәнендә күренде: сыйылған, күгәргән таптарҙан тыш, кеше тешләгән эҙҙәрҙе лә төҫмөрләп, аңлап була ине. “Кемдең һөйөнәһе килә, һөйөнһөн. Ә был – тормош иптәшемдең “мөхәббәт” эҙҙәре. Минең яратмағанымды тоя, уны мәжбүри өйләндереүҙә минең тырышлығым юҡ. Директорға теше үтмәгәс, миңә бар асыуын сығара”, – тип кейенә башланы ул. Тынлыҡ урынлашты. Ауыр тынлыҡ. Зиниәнән башҡалары Зөһрәнән ғәфү үтенде. Был хәл уларҙың күҙен асҡандай тойолдо. Тик әйтелгән һүҙҙәрен генә кире алып булмаҫын аңлап, йәш ҡатындың йөрәгендәге йәрәхәттәрҙә үҙәренең да эҙҙәре булыуы күптәрҙе уйға һалды...
Шамилдың хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтыуы хаҡында һөйөнөслө хәбәр таралды. Был ваҡиғаны Зөһрә көндәрҙе һанап көтә ине заманында, әммә хәҙер инде йәш ҡатындың күкрәген һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ ауырлыҡ баҫты, тын алырға ҡамасауланы. Йәштәр һалдатты клубта осратыуҙары, аулаҡ өйҙәрҙә булыуҙары хаҡында һөйләгәндә, Зөһрә Шамилды зарығып көтөүен һиҙҙермәне. Һалдат һуңыраҡ үҙе Зөһрәне район үҙәгендә математика буйынса үткәрелгән семинарҙа эҙләп тапты. Ул йөрәге түрендәге кешене ғаилә ҡороуы менән ҡотлап, һүҙ башланы: “Оҙаҡ ваҡыт, йыраҡ ара, мин һиңә асыуланмайым”, – тине ул ситкә ҡарап. Зөһрә ни әйтергә белмәйенсә юғалып ҡалды. Егеттең яңы ғаиләгә теләктәр юллауы йәш ҡатындың күңелен телгеләне. Баҡһаң, Шамил, уның яратҡан Шамилы, өйләнергә йыйынғанлығын әйтеп, Зөһрәнән кәңәш һорап килгән, имеш. “Бәхетле булығыҙ. Иҫәбең бар икән, өйлән”, – тип әйтеүе үтә ауыр ине ҡатынға. Бер ни булмағандай, кәйефе төшөүен һиҙҙермәҫ өсөн: “Һөйгәнең кем һуң?”– тип һорарға батырсылыҡ итте үҙе.
– Һөйгәнем көтөп алманы, ә был һылыу минең өсөн бар ҡорбандарға әҙер булыуын иҫбат итте инде. Исеме – Зиниә, – тип серҙәрен уратып ҡына систе кисәге һалдат. Был хәбәрҙе Зөһрә ҡояшлы көндә йәшен йәшнәгәндәй ҡабул итте. Һәр ҡайһыһы үҙ юлы менән китергә теләп, һаубуллашты. Зөһрә осрашыуҙы былай күҙ алдына килтермәгәйне. Әммә мәкерле Зиниәнең тырышлығы уның яҙмышына ла киҫкен боролош яһаманымы икән, тигән икеләнеү уның күңел тыныслығын юйҙы. “Йәр һөйһәгеҙ, өҙөлөп һөймәгеҙ” тигән йыр һүҙҙәрен ҡат-ҡат ҡабатланы. Ата-әсәһен хафаға һалмаҫҡа, һеңлеләренә үрнәк булырға, уҡытыусы абруйын төшөрмәҫкә һәм башҡа төшөнсәләрҙе тәҡрарлап, Сабиттың мәсхәрәләүен иҫкә алып, илай-илай ҡайтты ул ауылға. Был сыуалған йомғаҡтың осон табыу анһат түгел ине, фәрештә нурҙарына эйә Рәшиҙә әбейгә аяҡтары үҙҙәре алып барҙы һымаҡ. Күңелендәге икеләнеүҙәрен тик уға ғына һөйләп, йәш ҡатын кәңәш һораны.
– Ҡыҙым, һәр кешенең үҙенә лә яҙмышын хәл итергә хоҡуҡ бирелгән. Һин – әҙәм балаһы. Сабит та бит күктән төшмәгән. Уның һине йәберләргә хаҡы юҡ. Шамил, ысынлап яратһа, һинең менән ихлас йөрәктән аңлашырға теләр ине. Имеш, һинең урыныңа кеше таптым, тигәндәй, уның фекере. Киләсәгеңде уйлап, барыһын да күңел бизмәндәренә һал. Сабит менән күҙгә-күҙ ҡарашып аңлаш. Был донъяға бер киләбеҙ. Парлы йәшәү еңелерәк, тик йәберләнеп түгел, ерҙә үҙ алмашыңды ҡалдырыу өсөн кәрәк ул ғаилә, – тип Зөһрәне етди уйланырға саҡырҙы Рәшиҙә әбей. Ваҡыт эҙҙәрен йөҙөнә йыйырсыҡтар итеп һалған бәләкәй генә элекке ударница әбейҙең аҡыл тәрәнлегенә хайран ҡалып сыҡты йәш ҡатын. Ул хәҙер киләсәген күҙаллай ине.
Мәктәптә йәнә бер туйҙы көттөләр. Хеҙмәттәштәрҙән Рафиға ханым ире менән туйҙың түрендә иң ҡәҙерле ҡунаҡтар иҫәбендә ултырҙы. Икенсе көндә Рафиға йәнә ҡыҙҙың аҡ күлдәге хаҡында һүҙ ҡуҙғатып ҡараны, тик йәштәр был теманы элеккесә күтәреп алманы. Һәм битараф булыуҙарын асыҡ күрһәтеүҙәре Рафиғаны урынына ултыртты.
Асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе Сабит та көтмәгәйне. Тик Зөһрә уны яратмаған өсөн үс алыуын һиҙҙермәне. Хәҙер Шамил был ҡатын өсөн күктәге торнаға тиңләшеүенә шатланыуын ғына йәшермәне ул. Йәш уҡытыусы язаланып йәшәүен дауам итмәҫен иренә аңлатырлыҡ итеп белдерҙе. Сабит бындай боролошҡа әҙер түгел ине. Эйе, Зөһрә әлегә тиклем уға дошмандай тойолдо. Ҡатын итеп алған кешеһенең күңелен иҙеп йәшәүҙән аңлата алмаҫлыҡ ләззәт тойғоһо ла кисерҙе үҙе. “Башын эйеп барыһына ла риза булған хәстрүш бөгөн килеп ҡыҙҙарҙың хыялдарына тиң Сабитты ташлап китһен инде. Ул үҙе ҡатынын ҡалдырырға йыйына ине. Тик һуңыраҡ, халыҡ теленә кермәйенсә генә. Холоҡтары тура килмәне, тигән аҡланыу уға иң ҡулайы булыр ине”, – тигән уйҙары уҡытыусыны бер аҙға һүҙһеҙ ҡалдырҙы.
– Үҙеңде фәрештәләй күрһәтергә тырышаһың, һиңә хәҙер эт тә күҙ атмай, кемгә кәрәк һин, меҫкен! – көр тауыш менән ҡатынын “юҡ итергә” тырышып ҡараны Сабит хатта.
...Тик, спорт ярышындағы кеүек, был алышта өҫтөнлөк мускулдары нығыраҡ булғандар яғында түгел шул. Күп бысраҡ атты ул ҡатынына. Зөһрә иһә һүҙ көрәштерергә йыйынмағанын аңлатыу иҫәбе менән кейемдәрен йыя башланы. Әйтерһең, шул ваҡыт Сабиттың башынан аша һалҡын һыу ҡойҙолар. “Юҡ, һин мине түгел, ә мин һине ташлап китәм, фәхишә”, – тип ҡатындың кейемдәре һалынған сумканы тибеп осорҙо. Ул үҙенең кейемдәрен йыйып, сумаҙанына һалды. Икәү төшкән фотоһүрәттәрен асыу менән йыртып ташланы ла, ярһыуын баҫа алмайынса, ишекте тибеп асып, үҙ юлында булды.
Зөһрә күңелендә бушлыҡ. Ул хатта илай ҙа алмай. Йыртылған фотоһүрәттәрҙең киҫәктәрен йыйып: “Тормоштағы хаталарҙы ла шулай юҡ итеп булһасы”, – тип уфтанды. Киләсәге билдәһеҙ, әммә бөгөн ғүмерен ағыулаған әҙәмдән ҡотолоуы уға иң дөрөҫө тойолдо. “Ғәйепһеҙгә яман һүҙҙәр ишеттерҙең. Ғүмереңдә мине аңларлыҡ берәй хәлгә юлыҡмаҫһыңмы икән, беренсе төн хоҡуғына эйә булған кешем. Сибәрһең дә, тыштан ялтырайһың, ә күңелең ҡояш нурҙарында емелдәгән боҙға тиң”, – үҙ алдына һөйләнеп ултырғанда, Рафиға бүлмә ишеген асты.
– Ни эшләп иҙән уртаһында ултыраһың? – зәһәр көлөп килеп инде ул. – Йәштәрҙең хәлен беләйем тип керҙем. Сәй эсерһегеҙ, һөт тә алып килдем.
Туҡтауһыҙ һөйләнә-һөйләнә, Рафиға Зөһрә йәшәгән бүлмәгә йәһәт кенә “ревизия” үткәреп алды. Зөһрә иҙәнгә ташланған әйберҙәрҙе шкафҡа урынлаштырҙы.
– Спортсы менән кәңәшләшергә килдем. Уҡыу сы лар араһында ярыштар үткәрергә ине иҫәп, – тип маҡсатын асыҡланы Рафиға.
– Рафиға апай, Сабиттарҙың өйөнә барырға кәрәк ине, – тип ризаһыҙлығын асыҡ аңлатты Зөһрә.
– Нисек инде? Уның өйө бында түгелме ни? – Һаман үҙенекен ҡайырҙы саҡырылмаған ҡунаҡ.
– Юҡ, был – мәктәп интернаты. Бында барыһы ла ваҡытлыса, – тип яҡты йөҙ күрһәтергә тырышты Зөһрә. – Сәй эсәйек әйҙә.
Теләгәнен ишетә алмағанға Рафиға ханымдың кәйефе төштө. Ашы таш булып керҙе. Ул йәш хеҙмәттәшенең холҡо, етешһеҙлектәре хаҡында һүҙ ҡуйыртып ҡараны, тик уның тетмәһен тетеү уңайы һис сыҡманы. Зөһрә, Сабитҡа битараф булыуын раҫлап, таҫма теллелеген туҡтатты. Әңгәмә өҙөлдө, көтөлмәгән ҡунаҡ ахырҙа ҡайтырға сыҡты.
Был ваҡиғаны Зөһрә яҙмышының ҡәһәрле боролошо итеп ҡабул ҡылды. Их, тыныс ҡына барһа ине тормош ағымы! Юҡ бит, кеше булмышыңды юғалтмаҫ өсөн ут менән һыу араһында көн ит инде. Иртәгәһен имтихандай көттө ул. Байрамса кейенеп, дәрестәренә етди әҙерләнеп, мәктәпкә барҙы. Ә хеҙмәттәштәре ҙур иғтибар менән күптән түгел генә ҡауышҡан йәш парҙы күҙәтте. Сабиттың иһә асыуы йөҙөнә сыҡҡан. Ул яйы сыҡҡан һайын Зөһрәгә әсе теллелеген иҫбатлап торҙо. Йөрәген әрнеткән, бер нисә ай дауам иткән “ғаиләле” ғүмерен, китап битендәй, Зөһрә үҙе өсөн күптән япҡан инде. Рафиға менән Зиниә, йәш ҡатындың иренән айырылыуын яңы яуға саҡырыуҙай ҡабул итеп, тел сарларға кереште.
– Зөһрә, кисә ҡәйнәңде осраттым. Ул ҡайғыға ҡалған. Килендең хыялы тормошҡа ашты, хәҙер уға ниңә ғаилә кәрәк, тисе.
– Барыһын да аңлатып бөтөрөп булмаҫ инде, – тип Зөһрә аҡланғандай итте.
– Ул һинең барыһын да яйлап кейәүгә сыҡҡаныңа төшөнгән. Директорыбыҙ ҙа үҙенең һөйәркәһен башлыкүҙле итер өсөн тырышҡан икән, тип бөтә ауылға хәбәр таратҡан, – Зиниә лә утҡа кәрәсин һибеп ҡалырға ашыҡты.
Зөһрә өнһөҙ ҡалды. Үҙеңдеке – үҙәктә инде, ҡәйнәһенең был хәлдәргә күҙҙәрен асып булмаҫын аңлап, ул һүҙ ҡуйыртырға теләмәне. Һәр кемдең үҙ дөрөҫө. Ә хәҡиҡәт бар. Кем дә яңылыша...
– Ни булһа ла, бер киҫелгән икмәк кире ялғанмай, ғаиләбеҙ юҡ, булмаясаҡ та! – тип әңгәмәнең тамам булыуын өҙөп аңлатҡас, Зөһрә бүлмәнән сығып китте...
Көн артынан көн үтте. Уҡытыусылар йыйылған арала Зиниә үҙҙәренең шатлығы – бала көтөүҙәрен, Шамилдың түҙемһеҙлек менән беренсе сабыйҙары өсөн борсолоуын бәйән итте. Зөһрә иһә Шамил исемен ишетеү менән үк йөрәге яныуын һиҙҙермәҫ өсөн, төрлө сәбәп табып, ситкә китергә ашыҡты. Ул ваҡыттарҙа ҡатынға үҙе менән көрәшергә тура килә ине. Йәшлегенең самими хыялдары менән бергә Шамилды онотһа ғына күңел ярһыуҙарын баҫып буласағына ышанды уҡытыусы.
Айырылғас, Сабит ҡатынын күрә алмаҫ хәлгә етте. Асыуын сығара алмауын тойоп, үҙ ғүмерен үҙе ағыулағанын һиҙҙе ул. “Сабит тураһында ишетерһегеҙ әле”, – тип ҡабатлап, алыҫ яҡтарға бәхет эҙләп сығып китеүҙе хуп күрҙе спортсы. Ваҡыт үтеү менән ҡәйнә кешенең “әсе сәләмдәрен” еткереүселәр ҙә арый төштө. Һәр кемде тормош мәшәҡәттәре баҫты. Зиниә менән Шамилдың улдары тыуыуын ишеткәс, Зөһрә Ҡайынлы мәктәбенә уҡытырға саҡырылыуын белдерҙе. Уҡыу йылының тамамланыуын да көтөп тормайынса, Фәнил ағаһының үҙе урынына эшләп тороуын үтенде. Быны ишеткән Рафиғаға ҡояш яҡтыраҡ яна башлағандай тойолдо.
– Зөһрә бигерәк аҡыллы ҡатын инде. Их, Сабит бәхетенән ҡолаҡ ҡаҡҡанын аңлар ҙа бит, һуң булыр, – тип эш урынын алыштырған хеҙмәттәшенә һүҙ тейҙермәне Рафиға. Зөһрәне был ауылда бер ни ҙә тотмай ине. Байрамдары, һағыштары, яңылышлыҡтары менән тулы ҡыҫҡа ғына ваҡыт йәш ҡатын йөрәгендә эҙһеҙ үтмәне. Фатир хужабикәһе Рәшиҙә әбейенең яҡты күңеле, йылы ҡарашы уға йәшәргә, көрәшергә көс бирҙе.
Ҡайғы-хәсрәттән арыныу сараһын Зөһрә эшендә тапты. Тырышлығын, уҡыусыларының юғары күрһәткестәргә ирешеүен билдәләп, уны уҡытыу эштәре буйынса мәктәп директоры урынбаҫары вазифаһына үрләттеләр. Ата-әсәһенә, һеңлеләрен һөнәрле итеүҙә ярҙам итте апай кеше. Уларҙы хаталарҙан арындырыр өсөн кәрәк саҡта йөрәк серҙәрен асып, кәңәштәр бирҙе. Һәм ауылында мөғәллимә ихтирам яуланы. Уның үткәндәрен һорашып, күңел яраларын яңыртыусы булманы.
Зиниәнең дә ғаилә тормошо үҙе күҙаллауы сиктәренә һыйманы. Көндәшенең күңелен телгеләп йәшәү өсөн уйҙырмалар булдырыу ғына түгел икән ул донъя тигәнең. Шамил ғауға сығара торған ир түгел ине. Уға бригадир йөгөн ышанып тапшырҙылар. Йорт мәшәҡәттәрен һәм хужалыҡ эштәрен тейешенсә алып барҙы һүҙгә һаран ир. Тик бәләкәс улы менән аралашҡанда ғына күңеленә йәм табыуы асыҡ күренә ине. Ә үҙенә ҡарата Зиниә йылы тойғолар кисермәне. Матур кейенеп, оҫта хужабикә күнекмәләрен өйрәнеп, тырышып көс һалһа ла, Шамил уға тик итәғәтле яуапланы. Мәгәр ҡатыны хыялдарының селпәрәмә килеүе менән килешергә ашыҡманы. Ҡайһы саҡ һүҙгә-һүҙ килеп булһа ла, иренең уйҙарын белгеһе килде, эске тойом менән Шамилдың Зөһрәне юҡһыныуын аңлап ғазапланды. Етмәһә, яңы уҡыу йылында улын әсәһенә ҡарарға ҡалдырып, эшкә сығырға ниәтләүен хеҙмәттәштәре хуп күрмәне. Уның эш сәғәттәренә өмөт иткән Рафиға, йәш әхирәтенә аяҡ салырға тырышып, йүләрҙе аҡылға ултыртыу уйы менән уларҙың уртаҡ серҙәре – Зөһрәнең Сабит ҡосағына эләгеү сәбәбен асып һалмаһынмы! Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тигәндәй, аҡылға һайыраҡ ханым үҙенең ҡара эшен фаш иткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Тик йәш ғаилә өсөн иң сетерекле ваҡытта был хәбәр Шамилға килеп етте. Рафиға менән уртаҡ серҙә булыу – иләк менән һыу ташыуға тиң икәнен Зиниә үҙ иңдәрендә тойҙо. Терһәген тешләрҙәй булды йәш ҡатын, әммә һуң ине. Шамилдың һалҡын ҡараш менән: “Яла яғып, кешене бәхетһеҙ яһап, бәхеткә өлгәшеп булмай”, – тип әйтеүе ҡатындың өмөтөн тамам өҙҙө. Ғаиләне һаҡлап ҡалыр өсөн әйтелгән аҡланыу һүҙҙәрен ғәзиз кешеһе ишетергә лә теләмәне. Михнәт һурпаһын эсергә тура килер тип уйламаған ҡатын был хәлде үтә ауыр кисерҙе. Үҙенең ғәйебен тик Шамилды өҙөлөп яратыуында ғына күреп, ирен ҡайтарырға тырышты. Сәстәрен йолҡорға әҙер булып, пландар ҡорҙо...
Был ваҡытта ауылда барыһы ла Сабиттың бик бай ғаиләнән ҡыҙ алыуын тикшерҙе. Ниһайәт, егет үҙ бәхете ишегенә асҡыс табыуына шатланғандыр, тип элекке хеҙмәттәштәре фәлсәфә ҡорҙо. Сабиттың ата-әсәһе ҡоҙалары алдында кәм-хур булмаҫ өсөн күп көс сарыф итеүҙәрен ауылдаштары ҡыҙыҡ табып күҙәтте. Улдарының туйын ресторанда үткәреү өсөн бар малдарын һатыуынан ауылдаштарының ҡайһылары мәрәкә табып көлһә, икенселәре ҡайғыларын уртаҡлашырға ғына ҡала, тип быға ҡыҙғанып ҡараны. Был киленгә ярау өсөн бер иҙән таҡтаһынан ғына йөрөргә тура килмәгәйе. Икенсе ҡатынынан үс алыу форсаты теймәҫ. Сабит үҙе шул хәлдә ҡалмағайы, тип юраусылар Зөһрәнең ғәйепһеҙ интегеүҙәрен йышыраҡ иҫкә алды...
Был ауыл тормошон күңел дәфтәренән юйып ташларға теләгәнгә лә Зөһрәне хәбәрҙәр бөтөнләй ҡыҙыҡһындырманы. Бар яңылыҡ уны үткәндәренең мәхшәренә кире ҡайтарыр һымаҡ ине. Хеҙмәт аҙнаһы аҙағында арып-талып ҡайтырға сыҡты ул. Мәктәптә тикшереү көтәләр ине. Эштәрҙе еренә еткереүҙәрен барлап сыҡты. Өйгә тиклем ярайһы ғына атларға тура килә. Саф һауа һулап, иғтибарҙан бер ни ҙә ситтә ҡалманымы, тип уйлап барғанында Зөһрәгә өндәштеләр. Был тауыш уға бик таныш ине.
Боролоуы менән ҡатын ҡаршыһында Шамил баҫып тороуын күрҙе. Уңайһыҙланыуҙан уҡытыусы йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе. Ҡыйынһырап, ни әйтергә белмәй, һораулы ҡарашы менән Шамилға баҡты ул. Оҙон буйлы, мыҡты ирҙең күҙҙәре һағыш менән тулы ине.
– Ауылығыҙ ҙа матур икән. Кешеләре лә алсаҡ, – тип уратып һүҙен башланы Шамил.
– Уныһын сит кешеләр билдәләһә инде. Бындағы ар беҙгә яҡын. Һәр йомошта ярҙамсылдар, – Зөһрә лә әңгәмәне өҙмәҫкә тырышып, теленә килгәнен әйтә һалды.
– Минең йомошом һиндә. Һөйләшергә ине, – өмөт сатҡыларын һүндереүенән ҡурҡҡандай, Шамил йәш ҡатынға текәлеп ҡараны. Эңер төшкән саҡта урам уртаһында оҙаҡлап һөйләшеп тороуҙарын күреп, күршеләр аптырар тип, ҡаушап ҡалған Зөһрә ирҙе өйҙәренә саҡырҙы. “УАЗ” машинаһы менән ҡапҡа ҡаршыһына килеп туҡтағас, Хәлиҙә әбей Зөһрәнең ата-әсәләре күрше ауылға китеүҙәре тураһында әйтте.
Икәүҙән-икәү генә ҡалырҙарын белмәгән Зөһрә бөтөнләй ҡойолоп төштө. Йөрәк тибеше лә йышайҙы. Ул Шамилға күҙҙәрен күтәреп ҡарауҙан ҡурҡҡандай, сәй табынын оҙағыраҡ әҙерләргә тырышты. Тик шулай ғына үҙен ҡулға алып, ҡунаҡтың йомошон хәл итеп булыр. “Ниндәй йомош икән ул?” – тип баш ватты. Өҫтәлгә ризыҡ сығарған арала Шамил, һаҡ ҡына ҡағылып, уны туҡтатты. Күңеле тынғы тапмаған ҡатын үҙен нисек тоторға ла белмәне.
– Зөһрә, ғәфү ит мине. Һинһеҙ миңә ҡыйын. Йәшәүемдең йәме лә, мәғәнәһе лә юҡ…
– Нисек инде? Ә ғаиләң, улың? – ҡатын уны бүлдерергә ашыҡты.
– Улым миңә ғәзиз. Уны ташларға йыйынмайым. Ә һинһеҙ йәшәй алмайым. Быны аңлау өсөн хаталар аша үтергә тура килде. Күңелемдә башҡаларға урын табылманы. Һинең ғәйебең булмауын һуңыраҡ аңланым. Зиниәнең мәкеренә буйһоноп, ниңә беҙ йәшлек ниәттәребеҙҙән баш тартырға тейеш? Бергә буласаҡбыҙ тип хыялланғаныбыҙҙы хәтерләйһеңме? – тип йөрәгендә йыйылған әрнеүен бер юлы сығарып һалды Шамил. Зөһрә тынып ҡалды. Уның яуабын зарығып көттө йәш ир.
– Был һүҙҙәрҙе үҙеңдән иртәрәк ишеткән булһам, һин миңә бар йыһанды бүләк иткәндәй тойор инем. Әммә күңелемдең ауыр сағында яраларымды дауаларға тәүәккәллек тапманың. Хәҙер мин сабыйҙың күҙ йәштәрен үҙ өҫтөмә алайыммы? – тип яуапланы Зөһрә.
– Тормошто хәйләнән башлап, Зиниә хаталанған. Яратмайым мин уны. Ғаиләбеҙҙең киләсәге юҡ. Быныһы көн кеүек асыҡ. Зөһрә, мин ныҡ яңылыштым. Инде һин минең хатамды ҡабатлама. Алдыңа үҙ яраларым менән килдем. Мине яраларым менән ҡабул ит, – тип Шамил Зөһрәне күкрәгенә ҡыҫты. Дауылға эләгеп, йыраҡ ярҙарҙа ҡалып, күрешеүҙәрен зарығып көткән пар ҡошсоҡтай һүҙһеҙ ҡалды улар. Шул хәлдә икеһе лә күңел йәрәхәттәренән дауа тапҡандай тойҙо.
Шамил Зөһрәнең ҡаштарына, күҙ ҡабаҡтарына ирене менән саҡ ҡына ҡағылды. Шул ваҡытта ишек алдында аяҡ тауыштары ишетелде. Хужа кеше – Зөһрәнең атаһы Баян: “Әллә ҡунаҡтар бармы?” – тип килеп инде өйгә.
– Һаумыһығыҙ. Мин һеҙҙең ҡыҙығыҙ менән ғүмеремде бәйләргә теләйем. Өйләнергә… Һеҙҙән фатиха алыр ға килдем, – тип Шамил ниәтен ышаныслы ярып һалды.
Бындай туралыҡтан бер аҙ ҡаушап ҡалғандарға ярҙамға Зөһрәнең әсәһе Шәмселбаныу килде.
– Етди мәсьәләләрҙе йәһәт кенә хәл итәләрме ни? Әйҙәгеҙ, табын артына ултырайыҡ. Яҡшылап һөйләшербеҙ, – тип уларҙы өҫтәл янына саҡырҙы. Әсә кеше ҡыҙын моңло-зарлы итеп күрергә теләмәй ине. Тик яратҡаны менән бергә булһа ғына уның киләсәге өсөн йәне тынысланасағын күҙаллап, был мәсьәләне уңай хәл итергә кәрәклеген төҫмөрләне. Зөһрәнең йөҙҙәре яҡтырып киткән – тиккә генә түгел был. Баян иһә әлегә ҡәҙәр балаһының бәхетле яҙмышы өсөн йән атырға әҙер булып йөрөһә лә, бер нисек тә ярҙам итә алмауын үтә ауыр кисерҙе. Тулы ниғмәтле табын артында атай кеше һүҙен һорауҙан башланы.
– Ҡыҙым, беҙҙең фатиха һинең үҙ ҡарарыңдан тора. Бары яңылыша күрмә...
Йәшлек хыялдары яуып үткән ләйсән ямғырындай тойолһа ла, Зөһрә киләсәгенең шулай тиҙ хәл ителерен күҙ алдына килтермәгәйне.
Ул: “Ризамын”, – тип кенә әйтеүе булды, Шамил ашығып ишеккә табан йүнәлде лә: “Мин хәҙер әсәйемде, мулланы, Рәшиҙә әбейҙе алып киләм”, – тип тиҙ үк ғәйеп булды.
– Бәй, әҙерләнмәйенсә буламы ни, кеше ни әйтер? – тип тамам хафаға ҡалған ҡатынына Баян:
– Уларҙың ауылына барып урап килгәнсе ике-өс сәғәт уҙыр. Әҙерләнергә, ҡарсыҡ, ваҡытың бар әле. Миңә хәҙер кеше һүҙе мөһим түгел. Изге сәғәттә булһын, – тип ышаныслы, ҡәтғи итеп өндәште...
Рима ВӘЛИЕВА-ҠАҺАРМАНОВА,