"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Апрель 2020, 14:00

Хуш киләһең, Рамаҙан!

Ураҙа тотоуға бәйле аңлатмалар Рамаҙан айына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тимәк, тотҡан ураҙабыҙ камил һәм ҡабул булһын өсөн, уның хөкөмдәрен иҫкә төшөрөргә ваҡыт. Әйҙәгеҙ, ураҙаның ҡайһы бер мөһим өлөштәрен иҫкә төшөрөп китәйек.

Рамаҙан айына һанаулы ғына көндәр ҡалды. Тимәк, тотҡан ураҙабыҙ камил һәм ҡабул булһын өсөн, уның хөкөмдәрен иҫкә төшөрөргә ваҡыт. Әйҙәгеҙ, ураҙаның ҡайһы бер мөһим өлөштәрен иҫкә төшөрөп китәйек.
Иң ябай күрһәтмәләр
Рамаҙан айы башланғас (24 апрелдең таң атыр ваҡыты, 2020 йыл), беренсе төндә сәхәр ашайбыҙ, ризыҡланабыҙ. Ваҡыты таблицала бирелгән. Ураҙаны намаҙ уҡымағандар ҙа тота ала. Ниәтегеҙ булһын.
Сәхәрҙе намаҙға тиклем ярты сәғәт алдан ашап бөтөү мәслихәт. Әгәр һуңлап ҡалһағыҙ: 24 апрель көнө сәғәт 04. 26 -кә (намаҙ ваҡытына) тиклем сәхәрҙе тамамлап ҡуйығыҙ. Көн һайын сәхәр ваҡыты шылып бара. Аҙан әйтеүҙән һуң иртәнге намаҙ башлана. Шуға ла әлеге сәхәрҙең ахыры ваҡытына тиклем, йәки ошо аҙанға тиклем әлеге намаҙ ваҡыты етеүгә сәхәрҙе тамамлар кәрәк.
Әгәр ҡулығыҙҙа намаҙ ваҡыты булмаһа, календарҙан ҡарап ҡояш сығыуы ваҡытынан ике сәғәт алда сәхәрҙе тамамлау яҡшы. Иртәнге намаҙ ваҡытынан ярты сәғәт алданыраҡ сәхәрҙе тамамлау хәйерлерәк. Кемдәр белмәй – иртәнге намаҙ ҡояш сығыр алдынан сәғәт ярым алда уҡыла. Ҡалған ваҡытты сәхәр менән намаҙ араһы ваҡытын тәһәрәт алыу, доға, зекерҙә, Ҡөрьән уҡыуҙа, йә салауаттар әйтеүҙә булһаң бик хуп, йәки мәсеткә юл тотоу ваҡытылыр. Ә инде ауыҙығыҙҙа ризыҡ булһа, иртәнге намаҙ ваҡыты етеү – аҙан тауышы ишетеү менән сәйнәп ҡуйығыҙ, тип әйтелә. Төкөрөп ташламайбыҙ, ә сәйнәп йотоп ҡуябыҙ. Сәхәрҙе йоҡлап, ашамай-эсмәй ҡалдырһағыҙ – ураҙаны дауам итегеҙ, ҡурҡынысы юҡ. Ҡурҡынысы – һыуһап йөрөп, хәлегеҙ бөтөүө ихтимал. Сәхәрҙә, әгәр ашаһығыҙ килмәһә, һыу ғына булһа ла эсеп алығыҙ, сауабы күп.
Ураҙа ваҡытында сәхәр ашаусыға Аллаһы Тәғәлә бәрәкәт бирә, тигән пәйғәмбәребеҙ: кем ашамай – шул сауаптан мәхрүм була, сөннәтте үтәмәгәс, – тигән.
Аҙағынан ниәтләнәбеҙ инде ураҙаға. Доғаһын уҡыйбыҙ: “Нәүәйтү ән әсуумә саумә шәһри Рамәдданә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисан лилләәһи тәғәәләә».
Мәғәнәһе: Аллаһы Тәғәлә ризалығын алыр өсөн, ихласым менән ниәт ҡылдым, Рамаҙан ураҙаһын тоторға, таң ваҡытынан алып ҡояш батҡансы.
Йоҡлапмы, йә башҡа сәбәп менән бер-бер артлы ике көндән артыҡ сәхәрһеҙ ураҙаға кереү хупланмай. Ниәтегеҙҙе – рамаҙан ураҙаһын тоторға, тип әйтергә, онотһағыҙ – ҡурҡмағыҙ, төш мәленә тиклем ниәтләргә була. Ниәт әйтергә онотһағыҙ –ҡурҡынысы юҡ. Ураҙаға тәһәрәтле булыу мөһим түгел (тәһәрәтле йөрөү бик күп сауаптарға алып бара). Намаҙ уҡымаһағыҙ ҙа, ураҙа тотоу Аллаһ Тәғәләнең бер әмерен үтәү була.
Кискеһен ауыҙ асыу, йә ифтар, ҡояш байығас, киске ахшам намаҙы ваҡыты еткәс: 24 апрель айына ифтар ваҡыты 20.37 сәғәт. Ошо ваҡыт еткәс ауыҙ асабыҙ, йә иһә аҙан тауышын ишеткәндән һуң. Ауыҙҙы берәй емеш үә һыу, тоҙ йәки башҡа нәмә менән асабыҙ (бешмәгән ризыҡ менән бик хуп).
Доғаһын ҡылабыҙ. Ифтәр ҡылғандан һуң ошо доға уҡыла: “Аллааһүммә ләкә сумту үә бикә әәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡыйкә әфтәртү фәғфирлии йәә ғаффәәрү мәә ҡаддәмтү үә мәә әххәртү”.
Мәғәнәһе: Әй, Аллаһы, ошо ураҙамды мин һинең өсөн генә тоттом үә мин һиңә генә иман килтерҙем, үә һиңә тәүәккәл ҡылдым, үә һинең ризығың менән ауыҙымды асам. Әй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы, инде минең элекке гонаһтарымды ла, хәҙерге гонаһтарымды ла ярлыҡа.
Кемдәр намаҙ уҡый, ауыҙ асҡандан һуң шул ғибәҙәткә керешәләр. Намаҙ уҡып бөткәс, ризыҡланалар.
Ураҙа байрамы көнө ураҙа тотоу макруh(ярамай). Был көндө сәхәр ашалмай. Ураҙа байрам көнө байрам ителә.
Ураҙа тоторға Үҙе ярҙамдарын бирһен, тотҡан ураҙаларыбыҙҙы ҡабул ҡылһын. Амин!
Читайте нас: