Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
17 Апрель 2020, 20:41

#өйҙә_ҡалайыҡ #өйҙә_яҡшыраҡ

Ейәнсура район башлығы ДӘМИН МАРАТ улы ЮЛАНОВтан район халҡына мөрәжәғәт:ХӨРМӘТЛЕ ЕЙӘНСУРАЛАР!Мин һеҙгә тағы ла мөрәжәғәт итәм, районда ҡатмарлы хәл, беҙҙә коронавирусҡа шик булған тағы ике кеше асыҡланды. Улар әлеге ваҡытта Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегендәләр. Хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек. Улар менән бәйләнештә булған кешеләр асыҡланды, бөтәһе лә үҙизоляция режимын үтәү һәм уларҙы боҙғанда ҡаралған яуаплылыҡ саралары тураһында рәсми иҫкәртеүҙәр алды.Шулай уҡ кисә социаль селтәрҙәрҙә бер ауыл биләмәһе сиктәрен ябыу тураһында ялған мәғлүмәт(фото) таратылды. Был ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәт.Шулай уҡ граждандарҙың үҙизоляцияны үтәүен контролләү өҫтөндә эштәр дауам ителәсәк:– һәр ауыл биләмәһендә дежурлыҡ итеү өсөн эш төркөмдәре булдырылды (ДНД полиция менән берлектә).– ҡәтғи пропуск режимы булдырылды https://zianchura.bashkortostan.ru/presscenter/news/2.– һеҙгә ярҙам күрһәтеү өсөн ирекмәндәр төркөмө эшләй.– тәүлек әйләнәһенә “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны эшләй: 89273006447– республикаға ситтән килгән граждандар менән эш алып барыла. Бөтә яңы килгән граждандар үҙҙәре тураһында кисекмәҫтән ауыл биләмәһе башлығына хәбәр итергә йәки 2-13-10 һандары буйынса шылтыратырға тейешле.Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Бергәләп ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә, был хәүефле ауырыуҙың таралыуын туҡтата алабыҙ!

Хөрмәтле ейәнсуралар!
Мин тағы ла һеҙгә мөрәжәғәт итәм, районда ҡатмарлы хәл, беҙҙә коронавирусҡа шик менән тағы ике кеше асыҡланды. Улар әлеге ваҡытта Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының инфекция бүлегендәләр. Хәлдәре ҡәнәғәтләнерлек. Улар менән бәйләнештә булған кешеләр асыҡланды, бөтәһе лә үҙизоляция режимын үтәү һәм уларҙы боҙғанда ҡаралған яуаплылыҡ саралары тураһында рәсми иҫкәртеүҙәр алды.
Шулай уҡ кисә социаль селтәрҙәрҙә бер ауыл биләмәһе сиктәрен ябыу тураһында ялған мәғлүмәт(фото) таратылды. Был ысынбарлыҡҡа тура килмәгән мәғлүмәт.
Шулай уҡ граждандарҙың үҙизоляцияны үтәүен контролләү өҫтөндә эштәр дауам ителәсәк:
– һәр ауыл биләмәһендә дежурлыҡ итеү өсөн эш төркөмдәре булдырылды (ДНД полиция менән берлектә).
– ҡәтғи пропуск режимы булдырылды https://zianchura.bashkortostan.ru/presscenter/news/2.
– һеҙгә ярҙам күрһәтеү өсөн ирекмәндәр төркөмө эшләй.
– тәүлек әйләнәһенә “ҡыҙыу бәйләнеш” телефоны эшләй: 89273006447
– республикаға ситтән килгән граждандар менән эш алып барыла. Бөтә яңы килгән граждандар үҙҙәре тураһында кисекмәҫтән ауыл биләмәһе башлығына хәбәр итергә йәки 2-13-10 һандары буйынса шылтыратырға тейешле.
Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Бергәләп ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәп кенә, был хәүефле ауырыуҙың таралыуын туҡтата алабыҙ!
Читайте нас: