Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Апрель 2020, 12:00

Йөрәктән сыҡҡан һүҙ. Наил Юлдашбаев

..Май урталары булһа кәрәк. Мин тәнәфес ваҡытында мәктәп ишеге алдында яҙғы тәбиғәттең матурлығына һоҡланып ҡарап торам. Эргәлә генә башланғыс синыф уҡыусылары сыр-сыу килеп уйнап йөрөйҙәр....Ни өсөндөр бер-береһе менән рус телендә һөйләшә-һөйләшә баҫтырыш уйнап йөрөгән өс малай минең иғтибарымды йәлеп итте. Йөҙҙәренә ҡараһаң, уларҙың башҡорт милләтенән икәне күренеп тора. Рус синыфында уҡыған малайҙар икән. Был район үҙәге мәктәптәре өсөн ғәҙәти күренеш.


...Май урталары булһа кәрәк. Мин тәнәфес ваҡытында мәктәп ишеге алдында яҙғы тәбиғәттең матурлығына һоҡланып ҡарап торам. Эргәлә генә башланғыс синыф уҡыусылары сыр-сыу килеп уйнап йөрөйҙәр.
...Ни өсөндөр бер-береһе менән рус телендә һөйләшә-һөйләшә баҫтырыш уйнап йөрөгән өс малай минең иғтибарымды йәлеп итте. Йөҙҙәренә ҡараһаң, уларҙың башҡорт милләтенән икәне күренеп тора. Рус синыфында уҡыған малайҙар икән. Был район үҙәге мәктәптәре өсөн ғәҙәти күренеш.
...Шул ваҡыт малайҙарҙың береһе яңылыш ҡына икенсеһен бәреп йыҡты. Йығылғаны ятҡан еренән, тубығын ҡосаҡлап, иптәшен шул уҡ рус телендә төрлө һүҙҙәр менән әрләй-әрләй илай башланы. Йыҡҡаны уның янына килде лә саф башҡорт телендә:
- Марат, эй, Марат, ғәфү ит, мин бит яңылыш ҡына! Марат, ысын йөрәктән әйтәм, ғәфү ит, йәме, ысын йөрәктән әйтәм...- Ә үҙе уға торорға ярҙам итә ине. Тегеһе торғас, күҙ йәшен һөрттө лә, зәңгәр күкте хәтерләткән саф күҙҙәре менән иптәшенә ҡарап, дуҫтарса йылмайҙы. Әйтерһең, бер нимә лә булманы. Тағы йүгереш башланды, тағы рус һүҙҙәре яңғыраны...
...Ә мине был күренеш аптыратты: рус телендә һөйләшеп уйнаған малайҙарҙың йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәре әсә телендә яңғыраны! Ни өсөн ундай һүҙҙәрҙе икенсе телдә әйтә алманылар икән? Һәм үҙем өсөн асыш яһаным: йөрәк менән әсә теле айырылғыһыҙ - улар бер бөтөн. Шуға йөрәктән сыҡҡан һүҙҙе башҡа тел менән белдереп булмай, тик әсә телендә генә әйтеп була. Ундай һүҙҙәр йылы, йәнле, энергиялы...
...Баяғы малайҙар рус синыфында тағы ла һигеҙ-туғыҙ йыл уҡыясаҡтар. Мәктәпте тамамлауға, уларҙа ысын йөрәктән сығырлыҡ һүҙҙәр ҡалырмы? Әсәйҙәренә, һөйгән йәрҙәренә йылы һүҙҙәр әйтә алырҙармы?
...Әллә уларҙың йөрәген башҡа телдең һүҙҙәре туңдырырмы? Нисек кенә булмаһын, һәр милләт кешеһе өсөн сит тел, барыбер, йәнһеҙ, һалҡын..
Читайте нас в