Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
18 Апрель 2020, 12:00

Ялған яңылыҡ өсөн штраф һалынды

Бер ауыҙҙан сыҡҡан хәбәр, ун ауылға таралыр, тиҙәрме әле?! Хәҙерге интернет быуатында иһә уның таралыу тиҙлеген белеү мөмкин дә түгел. Шуға ла социаль селтәрҙәге битегеҙҙәме, йә булмаһа мессенжерҙар ашамы #коронавирус хаҡында сер итеп кенә ниндәйҙер “фейк”, йәки ысынбарлыҡҡа тап килмәгән хәбәрҙе яҙыу, бүлешеү алдынан янсығығыҙға күҙ һалырға онотмағыҙ!Башҡортостанда социаль селтәрҙә КОВИД-19 коронавирусы хаҡында ялған хәбәр яҙған өсөн тәүге штраф һалынды. БР-ҙың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был яҙыуҙы полиция хеҙмәткәрҙәре көндәлек мониторинг ваҡытында асыҡлай. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән 26 йәшлек ҡатын үҙенең сәхифәһендә “район дауаханаһына коронавируслы сирлеләр килтерелеүе” хаҡында хәбәр итә.– Был факт хаҡында материалдар судҡа тапшырылды. Ҡатын РФ-ның административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.15-се статьяһы буйынса ғәйепле тип табылды һәм 15 мең һум күләмендә штраф һалынды. Ул был ҡылығы өсөн үкенә һәм райондаштарынан ғәфү үтенә.

Бер ауыҙҙан сыҡҡан хәбәр, ун ауылға таралыр, тиҙәрме әле?! Хәҙерге интернет быуатында иһә уның таралыу тиҙлеген белеү мөмкин дә түгел. Шуға ла социаль селтәрҙәге битегеҙҙәме, йә булмаһа мессенжерҙар ашамы #коронавирус хаҡында сер итеп кенә ниндәйҙер “фейк”, йәки ысынбарлыҡҡа тап килмәгән хәбәрҙе яҙыу, бүлешеү алдынан янсығығыҙға күҙ һалырға онотмағыҙ!
Башҡортостанда социаль селтәрҙә КОВИД-19 коронавирусы хаҡында ялған хәбәр яҙған өсөн тәүге штраф һалынды. БР-ҙың Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был яҙыуҙы полиция хеҙмәткәрҙәре көндәлек мониторинг ваҡытында асыҡлай. Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән 26 йәшлек ҡатын үҙенең сәхифәһендә “район дауаханаһына коронавируслы сирлеләр килтерелеүе” хаҡында хәбәр итә.
– Был факт хаҡында материалдар судҡа тапшырылды. Ҡатын РФ-ның административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 13.15-се статьяһы буйынса ғәйепле тип табылды һәм 15 мең һум күләмендә штраф һалынды. Ул был ҡылығы өсөн үкенә һәм райондаштарынан ғәфү үтенә.
Читайте нас: