Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Апрель 2020, 16:00

БАЛАЛАРҒА НӘСИХӘТ

Әгәр ҙә һин был донъяла һәм Ахирәттә бәхетле булырға теләһәң, түбәндәгеләрҙе үтә:1. Ата-әсәңде ихтирам итеп һөйләш, уларға хатта «уф» тип тә әйтмә. Һәр ваҡытта ла

Әгәр ҙә һин был донъяла һәм Ахирәттә бәхетле булырға теләһәң, түбәндәгеләрҙе үтә:
1. Ата-әсәңде ихтирам итеп һөйләш, уларға хатта «уф» тип тә әйтмә. Һәр ваҡытта ла уларға хөрмәтеңде күрһәтеп өндәш.
2. Гонаһ ҡылырға этәреүҙәренән башҡа, ата-әсәңә һәр нәмәлә лә буйһоноусы, уларға эйәреүсе бул.
3. Ата-әсәңә шәфҡәтле бул, уларға бер ваҡытта ла сырайыңды һытып һәм нәфрәтләнеп ҡарама.
4. Ата-әсәңдең намыҫын, дәрәжәһен һәм мал-мөлкәтен һаҡлаусы бул, уларҙың рөхсәтенән тыш бер нәмә лә алма.
5. Ата-әсәңде шатландырырлыҡ эштәр эшлә, йомоштарын үтә, уларға берәй нәмә һатып алып бир, йәки уҡыуыңда, эшеңдә тырышлыҡ күрһәт.
6. Үҙеңдең эштәрең тураһында уларға һөйлә, берәй нәмәне эшләй алмағанда, йәки килеп сыҡмағанда, ғәфү һора.
7. Улар һиңә өндәшкәндә шунда уҡ: «Эйе, әсәй», йәки «Эйе, атай», - тип яуап бир.
8. Ата-әсәң иҫән булғанда ла, вафат булып киткәндәрендә лә уларҙың дуҫтарына, иптәштәренә иғтибарлы бул, улар менән аралаш.
9. Ата-әсәң менән бәхәсләшмә һәм уларҙың әйткәне-эшләгәндәре дөрөҫ түгел тип өҫтәренә ғәйеп ташлама, әммә дөрөҫөн йомшаҡлыҡ менән аңлат.
10. Ата-әсәңә тиҫкәрелегеңде күрһәтмә, уларға тауышыңды күтәрмә, һөйләгәндәрен тыңлап бөт, уларға ихтирамлы бул.
11. Әсәйеңә өйҙә һәм атайыңа уның эшендә һәр ваҡытта ла ярҙам итергә ашығып тор.
12. Әгәр ата-әсәйеңдән йәшереп тәмәке тартһаң, йәки бүтән берә насарлыҡ эшләп йөрөгән булһаң, быны бөгөндән үк ташла, уларҙан оял.
13. Ата-әсәңдең рөхсәтенән тыш юлға сыҡма. Әгәр һин юлға сығырға мәжбүр булдың икән, ул ваҡытта ғәфү һора һәм уларға үҙеңдең хәлдәреңде белдереп тор.
14. Яндарына рөхсәтһеҙ инмә, бигерәк тә улар ял иткәндә һәм йоҡлаған саҡтарында.
15. Ата-әсәңдән алда ризыҡ ашама, уларға ҡарата йомарт бул, һәр саҡ тәмле күстәнәстәрең менән шатландыр.
16. Уларҙы алдама. Үҙеңә оҡшамаған нәмә булһа, уның менән уларҙы шелтәләмә.
17. Үҙеңдең балаңды йәки ҡатыныңды уларҙан артығыраҡ күрмә. Һәр ваҡытта ла ата-әсәйеңдең һинән риза булыуҙарына ынтыл. Аллаһтың ризалығы – ата-әсәңдең һинән риза булыуынан, ә Аллаһтың ризаһыҙлығы – уларҙың һиңә асыуланыуҙарынан.
18. Ата-әсәңдән бейегерәк урынға ултырырға тырышма һәм, тәкәбберлегеңде күрһәтеп, улар алдында аяҡтарыңды йәйеп ултырма.
19. Берәй урында етәксе булып китһәң дә, бер ваҡытта ла үҙеңдең атай-әсәйеңдән оялма. Ата-әсәңә рәхмәтле бул, уларҙың ҡәҙерен белмәгәндәрҙән булма, бер һүҙ менән генә булһа ла намыҫтарына тап төшөрмә.
20. Ата-әсәңә ҡарата һаранлыҡ ҡылма, улар һинән зарланырлыҡ булмаһындар. Уларҙың аһ-зарҙары – һинең өсөн ғәрлек. Ахырҙа һинең балаларың да һине ҡыйырһытыусы булыуҙары мөмкин.
21. Һиңә тәрбиә биргәндәре өсөн рәхмәтеңде белдереп, йышыраҡ уларҙың хәлдәрен белеп тор. Үҙеңә лә балаларыңды тәрбиәләү еңел булмаясағын иҫеңдә тот.
22. Иң беренсе һинең рәхмәтеңә әсәйең лайыҡ, унан – атайың. Бел: Йәннәт – әсәләрҙең аяҡ аҫтында.
23. Ата-әсәңә буйһонмауҙан һәм уларҙы асыуландырыуҙан һаҡлан, юғиһә был донъяла ла һәм Ахирәттә лә ғазап күрерһең. Балаларың да ата-әсәң өсөн һиңә интегеү килтерерҙәр.
24. Ата-әсәңдән берәй нәмә һорар булһаң, уларҙың хәлен аңлап, нескәлек күрһәтеп һора. Улар һинең һорауыңды хәл итһәләр, рәхмәттәреңде белдер. Әгәр ҙә кире ҡаҡһалар, ғәфү үтен дә, йәндәрен көйҙөрөп ныҡышып йөрөмә.
25. Ашар икмәгеңде үҙ ҡулдарың менән эшләп ашай башлаһаң да, ата-әсәңде онотма, уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәт.
26. Һинең өҫтөңдә ата-әсәңдең дә хаҡы бар, ҡатының да хаҡы бар. Ғәҙеллек менән һәр береһенең хаҡын үтә. Улар араһында татыулыҡ булдыр.
27. Әгәр ҙә һинең ата-әсәң һәм ҡатының аралары боҙолһа, аҡыллы итеп кенә уларҙы килештер.
28. Ата-әсәнең доғаһы ҡабул булғаны тураһында онотма, уларҙы рәнйетеүҙән һаҡлан.
29. Үҙ ата-әсәңде һәм башҡа кешеләрҙең ата-әсәләрен һүгеүсе, тиргәүсе булма, сөнки был – оло гонаһ, һәм уның һиңә оло бәхетһеҙлек булып ҡайтыуы бар.
30. Ата-әсәң иҫән саҡтарында һәр ваҡыт хәлдәрен белеп тор, Ахирәткә күсһәләр – ҡәберҙәренә зыярат ҡыл. Улар өсөн саҙаҡа бир һәм: «Раббым! Улар кескенә сағымда мине тәрбиәләгәндәре кеүек, Һин уларға рәхмәт ҡыл!» (Ҡөръән, «Төндә күсереү» сүрәһе, 17:24) - тип доға уҡы.
Читайте нас: