Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
21 Апрель 2020, 00:00

КОМАНДИРОВКА. Кәрим Ильясов хикәйәһе

Мөхәббәтте һәр кем үҙенсә аңлап, үҙенсә кисерәлер... Берәүҙәр был оло тойғоно баҫалҡылыҡта, йә иһә бер-береңде ярты һүҙҙән аңлауҙа, ихтирамда күрһә, икенселәр уны бөтөнләй башҡаса, үҙ холҡо-ҡылығына хас рәүешле үткәрә. Ана китапхана мөдире Нурияны алайыҡ. Был егерме йәшлек ҡыҙ үҙенең үҙһүҙлеге, ҡаратырышлығы арҡаһында егет-елкенсәк араһында “ҡәйнә” ҡушаматы алып та өлгөргән. Ә шулай ҙа Нурияға был ҡушамат агроном Хафизды йәшерен һәм өҙөлөп һөйөргә ҡамасауламай. Тик шуныһы: ҡыҙ егетте үҙ холҡо-ҡылығына тап килтереп һөйә. Яндырайҙарса.

Мөхәббәтте һәр кем үҙенсә аңлап, үҙенсә кисерәлер... Берәүҙәр был оло тойғоно баҫалҡылыҡта, йә иһә бер-береңде ярты һүҙҙән аңлауҙа, ихтирамда күрһә, икенселәр уны бөтөнләй башҡаса, үҙ холҡо-ҡылығына хас рәүешле үткәрә.
Ана китапхана мөдире Нурияны алайыҡ. Был егерме йәшлек ҡыҙ үҙенең үҙһүҙлеге, ҡаратырышлығы арҡаһында егет-елкенсәк араһында “ҡәйнә” ҡушаматы алып та өлгөргән. Ә шулай ҙа Нурияға был ҡушамат агроном Хафизды йәшерен һәм өҙөлөп һөйөргә ҡамасауламай. Тик шуныһы: ҡыҙ егетте үҙ холҡо-ҡылығына тап килтереп һөйә. Яндырайҙарса.
Тура килгән бер ерҙә Хафизға әрпе-төрпө өндәшеп бара. Етмәһә, уның алдында үҙен һауалы тоторға тырыша.
Үҙен нахаҡтан түбәнһетергә баҙнат иткән был ҡыҙға ҡыйырһытылған Хафиз аҫтан ғына һөҙөп ҡарай ҙа сәмләнеп үк китә. “Их, һине! – ти ул эстән йоҙроҡтарын төйөп. – Ат булһаң, күптән ауыҙлыҡлап ҡуйыр инем үҙеңде”. Ысынлап та, ниңә бәйләнә әле гел генә? Яндыраймын тигәс тә... Бушҡа рәнйетергә тимәгәндер бит.
Әле бөгөн кис Хафиз гәзиткә бөхтәләп төрөүле уҡып сыҡҡан китаптарын өҫтәлгә ашыҡмайынса теҙеп сыҡты ла, әйтерһең, тәнҡит өлкәһендә теше сыҡҡан кешеләй һүҙ башланы:
– Йоҡо килмәгәндә уҡырға ярарлыҡ.
Абайламай әйтелгән һүҙҙәренән оялып киткән агроном, күҙҙәрен сыл-сылт йомоп, Нурияға ҡарап ҡуйҙы. Былай ҙа бәхәс ҡуптарырға уңайлы мәл көткән ҡыҙға был һыныҡҡа һылтау булды, китапҡа ҡарата ана шундай битарафлыҡ ҡылған агрономға китапханасы үтә тишерҙәй асыулы ҡарап:
– Һе-е, ҡайҙан килгән бындай баһа биреүсе! – тип мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы.
Башта Хафиз, иҫәңгерәп, телһеҙ ҡалды. Әммә аҙға ғына.
– Ҡайҙан икәнлегемде һораһаң, әйтәйем: йәшәү урыным – Моратша ауылы. Был – бер. Икенсенән, китап уҡыусының үҙ фекере булырға тейешме? Те-йеш!
Хафиз аҙаҡљы һүҙҙе айырата бүлеп, уға баҫым яһап әйтте. Китапханасы ҡыҙҙың йөҙөнән әле булһа мыҫҡыллы йылмайыу китмәй. Был мыҫҡыл уның күҙ ҡарашына, керпек остарына, әйтеләһе һүҙҙәренә тупланып зәһәр килеп сыға.
– Йоҡо килмәгәндә дарыу эсерҙәр ине. Ә һин... һин ни китап уҡыйһың икән дә...
Әйләнә-тирәләгеләр сеп-сей булып ҡыҙара-бүртенгән был икәүҙең бәхәсе ни менән бөтөрөн ҡыҙыҡһынып көттөләр. Аҙаҡ түҙемдәре етмәне, буғай, ҡул һелтәп бынан тайыу яғын ҡаранылар. Улар бер нәмәне белә алмай йүнкейҙәр: ҡыҙ менән егет осраған бер ерҙә ниңә сәкәләшеп баралар икән? Бигерәк тә Нурияһы... “Юҡ, аңламаҫһың хәҙерге йәштәрҙе!” – тип һуңынан баш һелкеп ҡуялар. Бер-береһен күралмайҙар тиер инең, Хафиз ни бына ике ай инде Нурия тирәһендә урала.
Китапханасы ҡыҙҙы ла әйтер инем: Хафиз күренеү менән ауыҙын йырып, йылмайып ебәрә. Был тәү ҡарашҡа ғына шулай: йылмайыуы күпкә бармай, йөҙөн оҙаҡламай ҡара һөрөм баҫа. Юҡ, бының берәй ғилләһе булырға тейеш. Тик ниндәй? Бер-береһен һөйһөнмәгән ике буйҙаҡ – ҡыҙ менән егет – тиктәҫкә осраша һалып бармай ул. Мөхәббәт тиер инең... Йөрәгендә мөхәббәт һынлы мөхәббәт кеүек оло тойғо йөрөткән егет йә ҡыҙ һөйгәненә әрпе-төрпө өндәшеү түгел, кәрәк сағында әйтер һүҙен дә әйтә алмай онотоп ебәрә. Ә былар...
Үҙҙәре хаҡында ана шулай тел сарлаусыларға үс иткәндәй, Хафиз менән Нурия бөгөн кис айырата оҙаҡ ултырҙы. Ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләштеләр, һүҙгә килештеләр. Егет үҙе өсөн ҙур асыш яһаны: был яндырай ҡыҙҙың үҙен өҙөлөп яратыуын эске тойғо менән һиҙемләп аңлап алды...
Хафиз Нурияны оҙатырға булды. Урамға сыҡҡас та күптән башлаған бәхәстәрен дауам иттерҙе улар.
– Яҙмыш һәр кемдең үҙ ҡулында,– тип аҙаҡҡы һүҙгә баҫым яһап әйтеүен белде Хафиз. – Был ике икең дүрт булған кеүек иҫбатлау талап ителмәгән аныҡ хәҡиҡәт. Әммә... Яҙмышты бары көслө ихтыярлылар, айыҡ аҡыллылар ғына теҙгенләй ала. Тойғоға бирелдеңме, бөттө...
– Тимәк, һин кеше аңының компоненты булған тойғоно инҡар итәһең? – Нурия Хафизға ҡалҡынып ҡарап алды.
– Ниңә әле материяны беҙ телгә алмайбыҙ? Беҙҙең аң, шулай уҡ физик һәм рухи үҫешебеҙ, аҙаҡ килеп һин тылҡыған тойғо тап шул материяға бәйләнгән дә инде. Яҙмыштың тәү сығанағы – материя. Йәғни шарттарға ҡарап эш итеү. Аҡылға таяныу... Әгәр материя – диңгеҙ, ә яҙмыш карап икән, ул саҡта аҡыл – ошо диңгеҙҙә тейешле йүнәлеш алып йөҙгән карап капитаны.
– Яҙмышты хәл итеүҙә иң мөһиме – тойғо, – тип ныҡышты Нурия. – Оло тойғо – бер-береңә саф мөхәббәт булмаһа, ғаилә бәхете лә булмаҫ ине. Бер-береңде беркетерлек наҙлы һүҙ, иркәләү, хатта үҙ күреп тиргәп алыу – былар һиңә лә, миңә лә кәрәк нәмә...
– Мөхәббәт менән яҙмыш араһына ниңә тигеҙлек билдәһе ҡуяһың әле? Икеһе ике төшөнсә...
Агроном тағы ла ниҙер әйтергә теләп ауыҙын асҡайны, уны китапхана мөдире бүлдерҙе:
–Беҙҙең йорт тәңгәленә лә килеп еттек.
Ҡайһылай тиҙ килеп еткәнбеҙ әле тигәндәй, Хафиз Нурияға һирпелеп ҡараны. Күңеле төпкөлөндәге нимәнелер әйтергә уҡталды. Әммә йөрәгенең төпкө бер мөйөшөнә йәшеренгән был билдәһеҙ тойғоноң һүрәтләнеше тел менән әйтеп бирерлек аныҡ исем аҫтына тупланмағайны әле. Яңы тыуған ай яҡтыһында ҡыҙҙың бер аҙ һипкел төшкән ҡырлас танауы, мөләйем йөҙө, зифа буй-һыны балҡып яҡтырып киткәндәй булды. Текә маңлай. Аҡҡош ҡанатылай ике ҡулы.
Ай болот араһына инеп юғалды. Баянан бирле китапханасыға текләп ҡараған агроном ҡапыл һиҫкәнеп китте. “Юҡ, барыбер Маһинур һымаҡ уҡ түгел!” Хафиздың мейеһен ана шундай уй йәшен тиҙлегендә телеп үтте.
Һөйгәне – колхоз экономисы Маһинур менән асыуланышыуына ла ике айҙан ашыу ваҡыт уҙҙы. Икеһе лә әлегәсә бер-береһен күрмәмеш тә белмәмеш булып йөрөп яталар. Хафизға килгәндә, ул ғорурлығын еңеп, килешеү хаҡында башына ла килтергәне юҡ. Улай ғына ла түгел, Стәрлетамаҡ культура-ағартыу училищеһын тамамлап, әле яңыраҡ ҡына эш башлаған Нурия тирәһендә ураңғылана башланы. Маһинурҙы инәлтә була, уға асыу итә, йәнәһе.
– Йә, ниңә тынып ҡалдың әле? – тип өндәште Нурия.
Хафиз ни тиергә лә белмәй, ыҡ-мыҡ итте. Башын түбән эйҙе. Аҙаҡ ниҙер мөңөрҙәп ҡуйҙы. Ҡыҙ егеттең шулай уңайһыҙ хәлдә ҡалыуын үҙенсә аңланы. Нурия оло шатлыҡтан, ләззәтле ҡыуаныстан нишләргә белмәне: тимәк, Хафиз уны һөйә, тик үҙенең мөхәббәте хаҡында әйтергә генә ҡыймай. Ана теле нисек көрмәлгән?! Китапханасы егеткә ярҙамға ашыҡты: агрономдың иңбашына уң ҡулының һырты менән еңелсә ҡағылып алды ла:
– Әйтә торған һүҙең булып та, хәҙергә әйтергә ҡыймаһаң, иртәгә һөйләшербеҙ әле... Иртәгә кис... Беҙҙә... Апайым менән еҙнәм дә булыр... – тине.
Торараҡ үҙ һүҙҙәренә үҙе аныҡлыҡ индереү өсөн шуны ла өҫтәргә онотманы:
– Кеше яҙмышы хаҡында нимәгә артыҡ бәхәс ҡуптарабыҙ әле? Ә үҙебеҙҙең яҙмышты кем хәстәрләр? Беҙ... Һинең менән мин...
Ошо мәлдә болот араһынан килеп сыҡҡан ай тирә-йүнде яҡтыртып ебәрҙе. Хафиз, башын күтәреп, үҙенә өмөт, ышаныс менән ҡараған Нурияның күҙҙәренә төбәлде. Өсөнсө тиҫтәне ҡыуған ҡарт егеткә күпме буйҙаҡ йөрөргә тағы? Ҡасан да булһа, башлы-күҙле булып, донъя көтә башларға ла ваҡыттыр инде. “Эйе, ваҡыт, күптән ваҡыт!” тигән һығымтаға килде ул ошо мәлдә. Агрономдың йөҙө яҡтырып, күңеле күтәрелеп үк китте.
- Тимәк, иртәгә.
- Эйе, иртәгә. Минең ниндәй хужабикә икәнемде лә һынап ҡарарһың. Мин бешергән муйыл ләүәше менән йәйен ҡойған еләк ҡағын күмәкләшеп ауыҙ итербеҙ.
- Муйыл ләүәше – минең иң яратҡан ризыҡ.
- Улайһа ни бигерәк тә шәп... Кил...
– Әлбиттә. Тик буш ҡул менән килмәм: кеҫәмдә ярты ла булыр...
Беренсе әтәстәр ҡысҡырҙы. Нурия тотҡаға тотоноу менән ишекте аса һалманы, оло мөхәббәт, өмөт менән тулы күҙҙәрен Хафизға баҡты ла ҡул болғап, өйгә инеп китте.
Ҡарт егет баҫҡан урынынан ҡуҙғалманы. Папирос көйрәтеүен белде. Береһен бөткәс, икенсеһен башланы, өсөнсөһөн... Ҡуйы төтөндө бер юлы ауыҙынан, танауынан сығарып:
– Эй-е, – тип ауыр һулап ҡуйҙы. – Ирекле казак тормошона иртәгә сик ҡуйылырға тейеш, тиең инде...
Хафиз папиросын ҡомһоҙланып һурырға тотондо. Уң аяғының үксәһе менән баҫып торҡан кәнсирҙе йән асыуына тибеп осорҙо. Үҙе һөйләнеүендә булды:
– Ҡасан да бер сәскә сәс бәйләнергә тейешлеккә тейеш тә ул... Ә беҙҙең арала мөхәбббәт бармы һуң?
Был һорауға бер кем яуап бирмәне. Бары ҡоймаға барып тейгән кәнсир, таң алдындағы һиллекте боҙоп, яман шалтырап ҡуйҙы. Хафиз был мәлдә, бик кәрәкле әйберен юғалтып, бөтмәҫ ҡайғыға ҡалған кешеләй хис итте. Ҡайтып ишекле-түрле йөрөнө лә кейемле көйө диванға барып ауҙы. Һуҙылып ятты. Йоҡларға тырышып, һул яғынан уң яғына әйләнде. Күҙҙәрен йомдо. Барыбер йоҡлай алманы.
Иртә менән унан-бынан кейенеп колхоз идараһына йүнәлде ул. Председателде оҙаҡ көтөргә тура килмәне. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас та Хафиз тотлоға-тотлоға һүҙгә күсте:
–Кисә иртәнсәк... Ырымбур өлкәһенә... тәжрибә уртаҡлашырға ебәрмәксе инегеҙ. Мин ни... риза.
Хужалыҡ етәксеһе уға күҙлек аша һөҙөп ҡараны. Хафиздың маңлайынан һалҡын тир бәреп сыҡты: был саҡта председатель уның йомошона ҡолаҡ һалыу ғына түгел, уны тыңларға ла теләмәй кеүек тойолдо.
Агроном, төрлө дәлилдәр килтереп, колхоз етәксеһен үҙ һүҙҙәренә тамам ышандырырға теләне. Әммә улары бик килешһеҙ, бөтөнләй мәғәнәһеҙ килеп сыҡты.
–Ураҡҡа һылтанып, командировкаға барыуҙан кисә баш тартҡайным да... Бөгөн кире уйланым. Ебәрегеҙ мине... Кисәге уй бөгөнгөгә ярамай, тиҙәр бит...
Председатель уның аңлатмаһын артабан ишетергә теләмәне, буғай. Өҫтәл тартмаһынан бланка алып, уны тултырырға тотондо. Ашыҡмайынса яҙа ла, ни яҙғанын башын ҡалҡытып уҡып сыға: “Ғәлиев Хафиз... “Жамбул” совхозының үҙәк бүлексәһе... Командировка маҡсаты: тупраҡ эрозияһына ҡаршы көрәш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу... Срок: 4 көн.”
Хафиз өйөнә ҡайтып торманы. Туҡталышҡа ҡабаланды. Иртәнге автобусҡа саҡ өлгөргән агроном, йәтешләп ултырып алғас, төнө буйы үҙен борсоған уйҙарынан арынырға теләп, морфология өлкәһендәге белемен барлау ниәте менән “командировка” һүҙенең төҙөлөшөн, үҙгәреүен тикшереп ҡараны. Командир-ов-к-а-нан, ко-ман-дир-ов-к-а аҡсаһы...
Ҡалҡыулыҡҡа менгәс, ауылға күҙ һалды ул. Ана Моратшаның ике урамы ла иртәнге шыйыҡ томанға күмелгән. Өйҙәрҙе айырым асыҡ күреп булмай. Ҡарар күҙгә ул тиклем ҙур ҙа, артыҡ бәләкәй ҙә булмаған ауылға оҙаҡ ентекләп ҡараны. Маһинурҙар йортон табырға тырышты. Ысынлап та ҡайһы тирәлә ул? Туҡта, Елле ҡая менән йылға буйындағы анау тирәккәсә тура һыҙыҡ үткәрһәң, ҡап-уртаға уларҙың өйөн киҫеп үтәсәк. Күпме тапҡыр шулай тапҡаны бар инде. “Юҡ, Маһинур менән килешергә кәрәк. Килешергә!” – тигән ныҡлы ҡарарға килде агроном. Ҡапыл ғына моңайып, уйсанланып киткән Хафиз йәнә тәҙрәгә үрелде. Ҡарауы булды, ауыл күҙҙән дә юғалды.
Автобус ҡалҡыулыҡ түбәненә елдерә ине.
Кәрим Ильясов.
Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: