Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Апрель 2020, 16:00

"БИРЕШМӘНЕК!"

20 апрелдә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында карантин осоро тамамланды, тип хәбәр иткәйнек инде. Ошо шарттарҙа эшләгән, 14 көнлөк карантиндан һуң дауахананан өйгә ҡайтарылған хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, улар тағы ла ике аҙна йә үҙ йорттарында, йәки махсус тәҡдим ителгән обсерваторҙа изоляцияла булырға тейеш. Барыһына ла ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырыласаҡ. Был эш әлеге ваҡытта яйға һалына. Әммә бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. “Ҡыҙыл зона”ла эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ҡабаттан эшкә килеү коронавирусҡа ике тапҡыр анализ тапшырылған, һөҙөмтәһе кире булған осраҡта ғына рөхсәт ителәсәк. Был туҡланыу, дарыухана, техник хеҙмәттәргә ҡағыла. Үҙ-үҙен насар тойған хеҙмәткәрҙәр ошо дауаханала ҡала ала, шулай уҡ икенсе медицина учреждениеларына оҙатылыуҙары йәки йәшәгән урыны буйынса участка табибы күҙәтеүе аҫтына ҡайтарылыуы ихтимал. Бөгөндән дауаханала медиктарҙың икенсе бригадалары эш башланы, улар ҙа тейешле тикшереүҙәр үткән. Әлеге ваҡытта учреждениела хеҙмәткәрҙәр етә. Уларҙың барыһы ла коронавирус госпитале шарттарында эшләү өсөн махсус инструктаж үткән (нисек махсус кейемде кейергә, нисек зарарһыҙландырырға, сирлеләр менән нисек эшләргә). Сменалап йә вахта ысулы менән хеҙмәтләндерәсәктәр. Дауахана “ҡыҙыл” һәм “йәшел” зоналарға бүленгән. Тәүгеһендә эшләүселәр ике аҙналыҡ вахтала ҡала, ә “йәшел”дәгеләр өйөнә ҡайтып йөрөй аласаҡ. Унан тыш, дауахана биләмәһендә, 8,3 мең квадрат метрҙа, Республика дезинфекция үҙәге белгестәре зарарһыҙландырыу үткәргән.23 апрелдән 5 майға тиклем дауахана фәҡәт Өфө һәм Үҙәк медицина округында COVID-19 вирусын йоҡторғандарға, шулай уҡ улар менән бәйләнештә булғандарға ғына медицина ярҙамы күрһәтәсәк. 6 - 31 майҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында коронавирус менән сирләгән, улар менән бәйләнешкә ингән, шулай уҡ ошо категорияға ҡараған, әммә башҡа йүнәлештәр буйынса (хирургия, кардиология, неврология һәм башҡалар) ярҙам талап ителгән барлыҡ республика халҡына ярҙам күрһәтә башлаясаҡ. Бөгөнгө хәл тураһында дауахананың ҡабул итеү-диагностика һәм санитар авиация бүлеге мөдире Феликс Саҡаев бына нимә ти:– Беҙ бирешмәнек. Еңел булманы, шул иҫәптән табиптарға ла, пациенттарға ла. Барыһына ла рәхмәт! Кәңәштәр биргән өсөн, эстә ҡалғандарға үҙ-ара аңлашып эшләгән өсөн, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙған, иңен ҡуйған өсөн ҙур рәхмәт! Әйҙәгеҙ, артабан аяҡҡа баҫайыҡ! Уйлауымса, беҙ эшләйәсәкбеҙ, сөнки беҙ кәрәк, тормош дауам итә. Барыһы ла яҡшы буласаҡ! Фото: zen.yandex.ru

20 апрелдә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында карантин осоро тамамланды, тип хәбәр иткәйнек инде.
Ошо шарттарҙа эшләгән, 14 көнлөк карантиндан һуң дауахананан өйгә ҡайтарылған хеҙмәткәрҙәргә килгәндә, улар тағы ла ике аҙна йә үҙ йорттарында, йәки махсус тәҡдим ителгән обсерваторҙа изоляцияла булырға тейеш. Барыһына ла ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тултырыласаҡ. Был эш әлеге ваҡытта яйға һалына. Әммә бер кем дә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.
“Ҡыҙыл зона”ла эшләгән хеҙмәткәрҙәргә ҡабаттан эшкә килеү коронавирусҡа ике тапҡыр анализ тапшырылған, һөҙөмтәһе кире булған осраҡта ғына рөхсәт ителәсәк. Был туҡланыу, дарыухана, техник хеҙмәттәргә ҡағыла.
Үҙ-үҙен насар тойған хеҙмәткәрҙәр ошо дауаханала ҡала ала, шулай уҡ икенсе медицина учреждениеларына оҙатылыуҙары йәки йәшәгән урыны буйынса участка табибы күҙәтеүе аҫтына ҡайтарылыуы ихтимал.
Бөгөндән дауаханала медиктарҙың икенсе бригадалары эш башланы, улар ҙа тейешле тикшереүҙәр үткән. Әлеге ваҡытта учреждениела хеҙмәткәрҙәр етә. Уларҙың барыһы ла коронавирус госпитале шарттарында эшләү өсөн махсус инструктаж үткән (нисек махсус кейемде кейергә, нисек зарарһыҙландырырға, сирлеләр менән нисек эшләргә). Сменалап йә вахта ысулы менән хеҙмәтләндерәсәктәр.

Дауахана “ҡыҙыл” һәм “йәшел” зоналарға бүленгән. Тәүгеһендә эшләүселәр ике аҙналыҡ вахтала ҡала, ә “йәшел”дәгеләр өйөнә ҡайтып йөрөй аласаҡ.
Унан тыш, дауахана биләмәһендә, 8,3 мең квадрат метрҙа, Республика дезинфекция үҙәге белгестәре зарарһыҙландырыу үткәргән.

23 апрелдән 5 майға тиклем дауахана фәҡәт Өфө һәм Үҙәк медицина округында COVID-19 вирусын йоҡторғандарға, шулай уҡ улар менән бәйләнештә булғандарға ғына медицина ярҙамы күрһәтәсәк.
6 - 31 майҙа Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында коронавирус менән сирләгән, улар менән бәйләнешкә ингән, шулай уҡ ошо категорияға ҡараған, әммә башҡа йүнәлештәр буйынса (хирургия, кардиология, неврология һәм башҡалар) ярҙам талап ителгән барлыҡ республика халҡына ярҙам күрһәтә башлаясаҡ.
Бөгөнгө хәл тураһында дауахананың ҡабул итеү-диагностика һәм санитар авиация бүлеге мөдире Феликс Саҡаев бына нимә ти:
– Беҙ бирешмәнек. Еңел булманы, шул иҫәптән табиптарға ла, пациенттарға ла. Барыһына ла рәхмәт! Кәңәштәр биргән өсөн, эстә ҡалғандарға үҙ-ара аңлашып эшләгән өсөн, бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙған, иңен ҡуйған өсөн ҙур рәхмәт! Әйҙәгеҙ, артабан аяҡҡа баҫайыҡ! Уйлауымса, беҙ эшләйәсәкбеҙ, сөнки беҙ кәрәк, тормош дауам итә. Барыһы ла яҡшы буласаҡ!
Фото: zen.yandex.ru