Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Апрель 2020, 21:00

Һаҡ булайыҡ – мошенниктар!

“Бәйләнештә” төркөмөндә бөгөн генә өс дуҫтан ярҙам һораған сообщение алдым. Был дуҫтар бер ҡасан да минең менән “привет” тип сәләмләшмәҫ, шуға күрә ҡыҙыҡ булып китте. Тәүгеһендә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем, класташымдың ҡатыны яҙған ине. Икенсе хат-сәләм Иҫәнғолдағы танышымдан килде. Инде уға яуап бирмәй ҡалдыра алманым. Башҡортса “Һаумыһығыҙ!” тип яҙып ебәрҙем, “Привет” тигәненә. Миңә “Че” тиҙәр теге яҡтан. Хәҙер инде өсөнсөгә шулай уҡ беҙҙең ауыл килененән, “Привет!” тигәс тә “Час напишу куда надо!” тип яҙып ебәрһәм, “Апай, паролде үҙгәрттем инде. Һеҙгә лә яҙҙылармы?”– ти был килен. Тулы мәҡәлә сайтта.

“Бәйләнештә” төркөмөндә бөгөн генә өс дуҫтан ярҙам һораған сообщение алдым. Был дуҫтар бер ҡасан да минең менән “привет” тип сәләмләшмәҫ, шуға күрә ҡыҙыҡ булып китте. Тәүгеһендә өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙем, класташымдың ҡатыны яҙған ине. Икенсе хат-сәләм Иҫәнғолдағы танышымдан килде. Инде уға яуап бирмәй ҡалдыра алманым. Башҡортса “Һаумыһығыҙ!” тип яҙып ебәрҙем, “Привет” тигәненә. Миңә “Че” тиҙәр теге яҡтан. Хәҙер инде өсөнсөгә шулай уҡ беҙҙең ауыл килененән, “Привет!” тигәс тә “Час напишу куда надо!” тип яҙып ебәрһәм, “Апай, паролде үҙгәрттем инде. Һеҙгә лә яҙҙылармы?”– ти был килен. Оят булып китте. “Күрше егеткә минең исем яҙылған ВТБ картаһын фотоға төшөрөптереп ебәргәндәр, аҡсаны ошонда күсер тип. Олораҡ туғандар шылтыратып, ”Аҡса нимәгә кәрәк булып китте улай тиҙ?” тип һорай башланылар”, – тип яҙа килен.
Шулай итеп, бөгөн мин өс дуҫҡа аҡсалата ярҙам күрһәтергә тейеш булдым. Был беренсегә генә түгел, шулай ҙа бөгөн бигерәк тә әүҙем булды был мут кешеләр. Инде бындай хаттарға күнегеп тә бөттөк бит инде. Ә бит, ышанып, аҡса күсереүселәр табылып тора. Аңлашыла, бөтәһенә лә аҡса кәрәк. Ярай, йәштәр алдынғы ҡарашлы, бындай ялған хаттар тураһында хәбәрҙар. Ә өлкәнерәктәргә ни эшләргә? Улар, тәү сиратта, аптырап ҡалалар. Әлбиттә, улар шылтыратып та һорай алалар.
Был осраҡта ни эшләргә? Үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм, мин иң башта кешенең нисегерәк сәләмләүенә ҡарайым. Шунда уҡ аңларға була, кем яҙыуын: мошенникмы, әллә шул биттең хужаһымы. Миңә иң яҡын кешеләрем генә “привет” тип яҙа алалар, улар менән дә беҙ ватсапта аралашабыҙ. Тағы ла беҙ башҡортса яҙышабыҙ, “Һаумыһығыҙ!” тип ҡаршы яуап яҙып ебәрһәм, тегеләр “Че? Не понял?” тиҙәр. Вәт, шунда аңлашыла ла инде.
Башҡортса яҙышабыҙ, тик мошенниктар араһында үҙебеҙҙең милләт кешеһе булыуы ла мөмкин. Улар кешеләрҙең яҙышыуҙарын уҡыйҙар, ике туған һылыуым исеменән, “Привет, апай! Как дела?” тигән сәләм ебәрҙеләр. “Апай” тигәс, тағы аптыранып ҡалаһың бит инде. Төпсөнөп, ныҡлап башҡортса яҙа башлағайным, башҡорт телендә һайыраҡ йөҙәлер инде, “Пошла нафиг” тине лә, башҡа яҙманы ла ҡуйҙы. Вәт, ҡалай һәйбәт, башҡортса шрифтың булыуы ла, туған телемде белеүем дә миңә был ситуациянан сығырға ярҙам итте.
Шулай, юғалып ҡалмайбыҙ. Ниндәй генә социаль селтәрҙән “дуҫтар” хат-сәләмдәр яҙа икән, иң тәүҙә һынап ҡарағыҙ. Таныштарығыҙ, моғайындыр ҙа, телефон аша шылтыратып, йә иһә килеп аҡса һорайҙарҙыр. Телефонына шылтыратығыҙ, ватсапта яҙығыҙ. Һәм, минең ысул – башҡортса яҙышыуҙы ла ҡулланығыҙ, был тикшереү өсөн бик һәйбәт вариант.
Алданмағыҙ, алданмайыҡ, юғалып ҡалмайыҡ! Бер кемдең дә артып ятҡан аҡсаһы юҡ. Мошенниктарҙы ҡыуандырмайыҡ, аҡса күсергәс, кире юллап алып булмаясаҡ.
Читайте нас: