"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
23 Апрель 2020, 14:00

Раббыбыҙ рәхмәтендә булайыҡ!

Раббыбыҙ рәхмәтендә булайыҡ!Бөгөнгө ауыр көндәр һынау ғыналыр, тип уйлайым. Өйҙәрҙә бикле ултырһаҡ та, тормош дауам итә. Тормош матур. Инде күптәр аңлағандыр, ғүмерҙең ҡыҫҡалығын. Бөгөн барһың, иртән ни булыры билдәһеҙ. Шул ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең ҡәҙерен беләйек.“Ҡырмыҫҡалар ҙур түгел, күмәкләшеп тау өйә”, тиҙәр бит әле беҙҙең халыҡта. Яңғыҙың башҡарған эш ырамаһа ла, бергәләп тотонғанда тау өйөргә лә, аҡтарырға ла мөмкин. “Үҫәргән” дини ойошмаһының ағинәйҙәр хәрәкәтен шулар рәтенә ҡуйыр инем. Унда йөрөүсе апайҙарҙың йөрәк түрендәге әйтәһе аҫыл һүҙҙәре, изге ниәттәре үҙе бер иҫ киткес ҙур рухи таянысҡа әүерелде. Ауылдар халҡын яҡшы, әҙәпле, иманлы, ынтылышлы, маҡсатлы йәшәргә саҡырып, сығыштар яһап, төрлө саралар үткәрҙеләр һәм киләсәктә дауам итерҙәр. Яҡшы теләктәрҙә булған, изге күңелле апайҙар менән осрашыуыма сикһеҙ шатмын һәм шөкөр итәм. Аҡыл һорап килеүсегә аҡыл бирергә, кәңәш итеүсегә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған ағинәй Ғәбитова Рәйсә Шәрифйән ҡыҙы тураһында айырым әйткем килә. Уның тыуған көнө быйыл Рамаҙан айы башланыуға тура килә. Ҡыҫҡаһы, ағинәйҙәрҙең барыһына ла быйыл 70 йәш тула. Рәйсә апай үҙенең әйтәһе һүҙҙәрен ҡыҫҡаса ғына гәзит уҡыусыларға ла еткерҙе:- Динебеҙ һүнмәйәсәк, иншаллаһ. Шулай ҙа ислам динен алып барыу беҙҙән тора. Ул – Аллаһы Тәгаләнең әмере, тип ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә аңлата барһаҡ, динебеҙ һүнмәйәсәк. Барыһы ла үзебеҙҙән тора. Беҙгә донъяға ни өсөн килгәнебеҙҙе, ни өсөн ашайбыҙ тигәнде аңлап йәшәргә кәрәк. Фани донъяға үҙебеҙ теләп килмәнек, Хаҡ Тәғәлә әсә ҡарынында барлыҡҡа килтерҙе. Теләһәк тә, теләмәһәк тә, беҙгә Аллаһ ҡушканса йәшәү мәслихәт. Рамаҙан айы – беҙҙең өсөн тағы ла уйланырлыҡ ай булһын. Иң мөһиме – Раббыбыҙҙың рәхмәтендә булһындар, ата-әсәләрен, шул иҫәптән, әбей-бабайҙарын да онытмаһындар ине тигән теләктә ҡалам.Эйе, бик хаҡ һүҙҙәр. Башланырға торған изге Рамазан айы мөбәрәк булһын. Рамаҙан айы йөрәктәребеҙҙе иман нурында нурлаһын, йорттарыбыҙ бәрәкәт менән тулһын, тик изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын! Гөлсөм Бикйәнова.Иншаллаһ, бөгөн, 23 апрель кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана.

Раббыбыҙ рәхмәтендә булайыҡ!
Бөгөнгө ауыр көндәр һынау ғыналыр, тип уйлайым. Өйҙәрҙә бикле ултырһаҡ та, тормош дауам итә. Тормош матур. Инде күптәр аңлағандыр, ғүмерҙең ҡыҫҡалығын. Бөгөн барһың, иртән ни булыры билдәһеҙ. Шул ҡыҫҡа ғына ғүмерҙең ҡәҙерен беләйек.
“Ҡырмыҫҡалар ҙур түгел, күмәкләшеп тау өйә”, тиҙәр бит әле беҙҙең халыҡта. Яңғыҙың башҡарған эш ырамаһа ла, бергәләп тотонғанда тау өйөргә лә, аҡтарырға ла мөмкин. “Үҫәргән” дини ойошмаһының ағинәйҙәр хәрәкәтен шулар рәтенә ҡуйыр инем. Унда йөрөүсе апайҙарҙың йөрәк түрендәге әйтәһе аҫыл һүҙҙәре, изге ниәттәре үҙе бер иҫ киткес ҙур рухи таянысҡа әүерелде. Ауылдар халҡын яҡшы, әҙәпле, иманлы, ынтылышлы, маҡсатлы йәшәргә саҡырып, сығыштар яһап, төрлө саралар үткәрҙеләр һәм киләсәктә дауам итерҙәр. Яҡшы теләктәрҙә булған, изге күңелле апайҙар менән осрашыуыма сикһеҙ шатмын һәм шөкөр итәм.
Аҡыл һорап килеүсегә аҡыл бирергә, кәңәш итеүсегә һәр саҡ ярҙам итергә әҙер торған ағинәй Ғәбитова Рәйсә Шәрифйән ҡыҙы тураһында айырым әйткем килә. Уның тыуған көнө быйыл Рамаҙан айы башланыуға тура килә. Ҡыҫҡаһы, ағинәйҙәрҙең барыһына ла быйыл 70 йәш тула. Рәйсә апай үҙенең әйтәһе һүҙҙәрен ҡыҫҡаса ғына гәзит уҡыусыларға ла еткерҙе:
- Динебеҙ һүнмәйәсәк, иншаллаһ. Шулай ҙа ислам динен алып барыу беҙҙән тора. Ул – Аллаһы Тәгаләнең әмере, тип ғаиләләребеҙгә, туғандарыбыҙға, күршеләребеҙгә аңлата барһаҡ, динебеҙ һүнмәйәсәк. Барыһы ла үзебеҙҙән тора. Беҙгә донъяға ни өсөн килгәнебеҙҙе, ни өсөн ашайбыҙ тигәнде аңлап йәшәргә кәрәк. Фани донъяға үҙебеҙ теләп килмәнек, Хаҡ Тәғәлә әсә ҡарынында барлыҡҡа килтерҙе. Теләһәк тә, теләмәһәк тә, беҙгә Аллаһ ҡушканса йәшәү мәслихәт. Рамаҙан айы – беҙҙең өсөн тағы ла уйланырлыҡ ай булһын. Иң мөһиме – Раббыбыҙҙың рәхмәтендә булһындар, ата-әсәләрен, шул иҫәптән, әбей-бабайҙарын да онытмаһындар ине тигән теләктә ҡалам.
Эйе, бик хаҡ һүҙҙәр. Башланырға торған изге Рамазан айы мөбәрәк булһын. Рамаҙан айы йөрәктәребеҙҙе иман нурында нурлаһын, йорттарыбыҙ бәрәкәт менән тулһын, тик изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын!
Гөлсөм Бикйәнова.
Иншаллаһ, бөгөн, 23 апрель кис, ҡояш байығас, изге Рамаҙан айы башлана.
Читайте нас: