Был печеньены бешереү өсөн 300 грамм эремсек, 2 йомортҡа, 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 3 аш ҡалағы шәкәр, 2 стакан он, 0,5 сәй ҡалағы сода һәм шул сама уҡ тоҙ алабыҙ.
Эремсеккә йомортҡа, ҡаймаҡ, шәкәр ҡушып, сәнске менән болғатабыҙ. Онға сода, тоҙ һалып бутайбыҙ. Эремсекле һәм онло массаларҙы бергә ҡушып баҫабыҙ. Ҡулға йәбешмәҫлек булғансы онло таҡтала әүәләйбеҙ.
10 минут ял иттергәс, 7 мм тирәһе ҡалынлыҡта йәйәбеҙ һәм түңәрәкләп йәки шаҡмаҡлап ҡырҡып, майлы табаға теҙәбеҙ. 180 градуста 20-25 мин бешереп алабыҙ.