"Ейәнсура таңдары"на ОКТЯБРЬ айында яҙылғандар араһында САМАУЫР уйнатыла
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Апрель 2020, 00:00

ҠИӘМӘТ. Салауат Әбүзәр хикәйәһе.

– Атаҡ-атаҡ! Нимә булды был?! – Ҡәберенән ҡубарылып сыҡҡан Тимербай, күҙе аларып, ян-яғын байҡаны. Уңарсы булмай, ҡолаҡ тондорғос борғо тауышы тағы яңғыраны. Артта ғына нимәнеңдер шатыр-шотор килеүен ишетеп, ҡапыл тертләне Тимербай. Әйләнеп ҡараны ла, Абдулла мулланы күреп, теле тотлокто:– Аб-аб-аб... – тине, саҡ-саҡ тын алып.– Тимербай?! һин?! – Абдулла һөҙөп ҡараны уға. Шулай бер-береһенә текләп торған арала йәнә борғо ҡысҡырттылар.

– Атаҡ-атаҡ! Нимә булды был?! – Ҡәберенән ҡубарылып сыҡҡан Тимербай, күҙе аларып, ян-яғын байҡаны. Уңарсы булмай, ҡолаҡ тондорғос борғо тауышы тағы яңғыраны. Артта ғына нимәнеңдер шатыр-шотор килеүен ишетеп, ҡапыл тертләне Тимербай. Әйләнеп ҡараны ла, Абдулла мулланы күреп, теле тотлокто:

– Аб-аб-аб... – тине, саҡ-саҡ тын алып.

– Тимербай?! һин?! – Абдулла һөҙөп ҡараны уға. Шулай бер-береһенә текләп торған арала йәнә борғо ҡысҡырттылар.

– Кем таң менән борғо ҡысҡырта, инәнең башы? – Шешенгән күҙҙәрен ыуа-ыуа, ҡәберҙән Ғәләүетдин килеп сыҡты. – Һа, Абдулла мулла, мунсанан сыҡтыңмы, ап-аҡҡа төрөнөп алғанһың?

Белә-белгәндән өҫтөнә иҫке көпө, тиҙәккә ҡатып бөткән ямаулы һырма салбар кейеп йөрөгән Ғәләүетдинде яңы костюмда күреп, сырамытмайыраҡ торҙо былар. Аҙаҡ икеһе бер юлы:

– Ғә-ләү! – тип һуҙҙы.

– Мин,— тине Ғәләүетдин, Тимербайға ҡулын һуҙып. – Шәпме, Тимербай ағай. Арыу итеп кейенеп алғас, танырлыҡ түгел һине. Туйға әҙерләндеңме әллә?

– Туй?.. Туй үтте инде... – Тимербай ризаһыҙ ғына ҡул һелтәне.

– Улай булғас, берәй нәмәң барҙыр? Туй йыуасаңды әйтәм. Ана, Абдулла мулла ла мунсанан сыҡҡан. Килешер ине.

Ғәләүетдингә текләп торған Абдулла мулланың һарыуы ҡайнаны:

– Тфю!.. Иҫәүән!.. Ҡайҙа торғаныңды белмәйһеңме? – Ҡаты ғына әйтте ул. – Күҙеңде асыбыраҡ ҡара.

Ғәләүетдин әле генә йоҡоһонан илереп торған кеше шикелле ян-яҡҡа ҡаранды:

– Инәнең башы-ы-ы! – тине, һаҡал төктәре баҫҡан эйәген ыуып. – Кисә ныҡ булғанбыҙ, ахыры. Зыяратҡа килеп йоҡлағанбыҙ, ә! Берәйһен ерләнекме әллә?

Абдулла мулланың асыуы ҡабарҙы:

– Йоҡламай ни... Үлгәнбеҙ бит!.. Мәйеттәр беҙ!

– Кит әле, юҡты һөйләмә, – Ғәләүетдин үҙенең өҫтөндәге кейемгә иғтибар итте. – Аһ, аһ! Ғүмерҙә кеймәгән нәмә... Кемдеке икән?.. Туҡтале!.. Тимербай ағай, һин бит...

– Нимә мнн? – Тимербай ирен сите менән мыҫҡыллы йылмайып ҡуйҙы.

– Һин бит... Һин бит үлдең... Һине бит күмдек... Абдулла мулла, һине лә... – Ғәләүетдин артҡа сигенде. – Белогорячка башланды әллә... Китегеҙ!.. Китегеҙ күҙ алдынан!.. Тфю!.. Тфю!.. Бисмилла!..

– Һин дә мәйет... – тине Абдулла мулла битараф ҡына. – Хәйер, теге донъяла ла...

Ғәләүетдин ҡуш услап башын тотоп, сүгәләп төштө. Ошо минутта үлтереп тәмәке тартҡыһы килде. Башын яй ғына ҡалҡытып, Тимербайға ялбарыулы ҡарашын төбәне:

– Тәмәкең юҡмы, Тимербай агай?

– Ай, иҫәүән! — тип ҡул һелтәне Тимербай. — Башың юҡ икән дә...

– Шымығыҙ! – Абдулла мулланың киҫәтеүле тауышы яңғыраны. Яҡында ғына “Ярҙам итегеҙ!” тип кемдеңдер ыңғырашҡан тауышы ишетелде. Тауыштың эргәләге ҡәберҙән килгәнен шәйләп, Абдулла мулла Ғәләүетдингә өндәште:

– Эй, Ғәләү, бар, ярҙам ит!

Ғүмер буйы кеше ҡушҡанын башҡарып өйрәнгән Ғәләүетдин:

– Күмергә лә мин, сығарырға ла мин... — тип, ауыҙ эсенән мығырлап, теләр-теләмәҫ кенә тауыш килгән яҡҡа ыңғайланы. Күп тә үтмәне, ҡәберҙән Әсмәне тартып сыгарҙы. – Әсмә апай!.. Һаумы, апай!

– Кем тиһәм, Ғәләү, имеш, – тине Әсмә, өҫ башын ҡағыштырып. – һин ни эшләп йөрөйһөң бында?.. Әс-тә, Абдулла мулла инде әллә?!

– Әссәләмәғәләйкүм, – тип ике ҡуллап күреште Абдулла мулла.

Аңшайып торған Тимербай ҙа ҡапыл иҫенә килде:

– Әсмә?!

Мин, Тимербай, мин! – Улар ҡосаҡлашып, бер-береһенең арҡаһынан һөйҙө. Теге донъяла бергә гүмер һөргән ҡарсығын күргәс, зыярат яҡтырып киткәндәй булды Тимербайға. Шулай ҙа улар оҙаҡ хәл-әхүәл һорашып тора алманы, уң яҡ ҡәбер өҫтөндә ҡапыл берәү пәйҙә булды. Тайфа икән, тамсы ла үҙгәрмәгән. Шундуҡ танынылар уны.

– Иҫән-һау ғына килеп еттеңме, Тайфа? – тигән булды Әсмә.

Иҫән булһам, ошонда ятыр инемме ни?! – Бер яҡтарак бөршәйә биреп торған Ғәләүетдинде шәйләне Тайфа. – Балаҡайым, һин дә килдеңме?!

Ғәләүетдиндең кәйефе юҡ, иренеп кенә һөйләнде:

– Килмәй, ҡайҙа бараһың!.. Тапап-тапап күмеп киткәндәр.

Тайфа быларҙы һынағандай ҡарап торҙо ла һорап ҡуйҙы:

– Ә башҡалар... Башҡалар ҡайҙа?..

Тимербай, эйәге менән Абдулла муллаға ишаралап:

– Ауыл зыяратында урын бөттө, тип Абдулла ағай ошонда яңы зыярат астырҙы бит. Яңы урынға күмелгәндәрҙән беҙ генә, күрәһең. Ҡалғандар тегендә – иҫке зыяратта, – тип төшөндөрҙө.

Тайфаның теле тик торамы, эләктереп тә алды:

– Ғүмер буйы урын етмәне уға, – тип төрттөрҙө.

Абдулла мулла уҫал ғына ҡараш һирпеп алды: “Ну, был халыҡҡа ышан инде. Кемдәрҙе килтереп һалғандар! Үҙемдән һуң яңы зыяратҡа иманлыларҙы ғына ерләгеҙ, тнп исемлек тә ҡалдырғайным...” Тел осона төйөлгән ошо һүҙҙәрҙе саҡ ысҡындырмай, ауыр булһа ла, кире йотоп ебәрҙе лә, Ғәләүетдингә тексәйеп, баянан бирле күңелен өйкәгән һорауҙы бирҙе:

– Ғәләү, һин бында нисек килеп эләктең, ә?

Әллә был бер төрлөләнгәнме, тигәндәй ҡараны Ғәләүетдин:

– Минән һорап тормағандар шул... – тине, салбар кеҫәһенә тыҡҡан ҡулы менән инмәһендер ҡашып. – Перестройка башланғайны бит.

– Перестройка? Уныһы нимә тағы? Абдулла мулланың бәзерәйгән күҙҙәре йылтырап киткәндәй булды.

– Донъяның аҫты өҫкә килде.

– Ҡиәмәтте әйтәһеңме?

– Ҡиәмәт инде, ҡиәмәт. Тик айырма шунда: һораусыһы ла, яуап биреүсеһе лә юҡ...

– Бында һине ниндәй ахмағы килтереп һалған икән һуң? – Был һорау ҙы Абдулла мулла үҙ-үҙенә биргәндәй әйтте.

– Этем белһен, тине Ғәләүетдин. – Мәрфуға ҡарсыҡтың тауыҡ тиҙәге ҡушып эшләгән самогонын эскәнде генә белеп ҡалам. Бында уянып киттем. Етмәһә, өр-яңы кейем кейҙергән булғандар, – шунан нимәлер иҫенә төштө, шикелле, ҡатҡан усы менән өҫтөндәге кейемде һыпырғыланы. – Яп-яңы... Абдулла ағай, алаһыңмы әллә?

Абдулла мулла ғәҙәте буйынса күҙе менән тегене баштан-аяҡ һәрмәп сыҡты. Яңыға оҡшаған. Ғәләүетдин уның был ҡылығын ризалыҡ билдәһе тип ҡабул итте. Өҫтөндәге костюмын, был кире уйлай күрмәһен, тигәндәй, сисә һалып муллаға һондо.

– Арыу гына икән дә... – тине Абдулла мулла, костюмды һыйпаштырып. Үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡапыл йәшен һуҡҡандай, ҡулын тартып алды. – Тфю! Ахмаҡ!.. Әҙәм башын бутап... Тәүбә!.. Онотолоп кителгән!

Ғәләүетдиндең күҙҙәрендәге өмөт осҡоно өрөп һүндерелгән шәм кеүек “былҡ” итеп кенә ҡалды, сырайы ҡараңғыланды һәм, һеҙҙең менән эш бешмәҫ, тигән ҡиәфәттә ҡул һелтәп, китә башланы.

– Ҡайҙа бараһың, балам? – Тайфа улының юлына арҡыры төштө.

– Ауылға.

– Донъя бөттө бит, балаҡайым. Ҡиәмәт етте! Ҡиәмәт!..

– Бөтһә ни... — тине Ғәләүетдин битараф ҡына. – Мәрфуға ҡарсыҡтың

самогоны теләһә ниндәй ҡиәмәттә лә бөтөрлөк түгел. Бер-ике уртлам ҡалғандыр әле.

Мулла ерәнгән кешеләй төкөрөп ҡуйҙы:

– Тфю, ахмаҡ!..

– Төкөрөгөңдө сәсмә, кем, Абдулла, – тине Тайфа, улын яҡларға булып. – Изге урында баҫып тораһың.

Быға тиклем шым ғына күҙәтеп торған Тимербай ҙа йөпләп ҡуйҙы:

– Изге урынды мәсхәрәләргә ярамай. Гонаһы ҙур булыр.

– Һин дә гонаһ һөйләп торгас инде... – Абдулла мулла Тимербайҙың ҡыҫылыуын өнәмәне. Өнәмәне, тип йомшағыраҡ ыскындырҙым, буғай, теге донъяла ла борсаҡтары бүртеп бармай ине, бүртһә лә, бер туҫтаҡҡа ҡашыҡ һуҙа алманылар. Тегенеһенә етә ҡалды:

– Ипләп һөйлән, Абдулла. Теге, ни, мулла тигәс тә... – тип теләһә ниндәй яуға ташланырға әҙерлеген киҫәтеп ҡуйҙы. Белһен кем менән һөйләшкәнен!

– Ай, ошоларҙы! Көҙгө әтәс ише... – Әсмә, юҡ ҡына ҡуҙҙан ут тоҡанып китеүҙән шөрләп, һыу бөркәргә ашыҡты. – Исмаһам, Хоҙайға доға ҡылайыҡ.

– Эйе, эйе, Әсмә дөрөҫ әйтә, йәмәғәт, – тине Абдулла мулла, һүҙҙең икенсе юҫыҡ алыуына ҡыуанып. Һиҙә ул, Тимербай менән артыҡ һүҙ көрәштереп булмай, ҡыҙыу ҡанлы. – Хоҙайҙан ярлыҡау һорайыҡ.

– Һе... Тамуҡҡа ташларлыҡ ни гонаһым бар минең!? – тине Тимербай. Теге донъяла ла күңеле булғанда ғына һирәк-мирәк “бисмилла” әйтә торғайны ул. Ураҙа тип торманы – умырып ашаны, Ҡөрьән сүрәһенә лә әллә ни ҡолаҡ һалманы.

– Ана, Ғәләү һораһын...

Үҙ исемен ишеткән Ғәләүетдиндең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды:

– Бер нәмә булһа, мнн, инәңде эт йыҡҡыры. Башҡа кеше юҡтыр шул. Үҙегеҙ һорағыҙ. Миңә теге донъяла ла бирмәне, быныһында ла тоттороп ҡуймаҫ, һорансылай белмәйем.

– Улай тимә, Ғәләү. Хоҙайҙың ҡөҙрәте киң, һораһаң, бирә ул, – тине Әсмә, тамуҡтың иң төбөндә янасаҡ Ғәләүетдинде йәлләп.

– Әйттем бит, һорансылай белмәйем. Һорап өйрәнгән кеше һеҙ һорағыҙ. Алланы түгел, колхоз председателен ышандырып, кәрәк нәмәгеҙҙе ала торғайнығыҙ, – сығынсыланы ла китте Ғәләүетдин.

– Аллаға һүҙ тейгеҙмә, Ғәләү! Алланы колхоз берсиҙәтеле тип беләһең ме ни, иманһыҙ! – Абдулла мулланың яман асыуы килде.

– Беҙҙең өсөн етәкселәр Алла инде... – Бирешергә теләмәне Ғәләүетдин.

– Тфю, мәғәнәһеҙ! Ләғнәт төшкөрө!

Ғәзиз улын ҡәһәрләп тороуға сыҙаманы Тайфа, сәрелдәп ебәрҙе:

– Ниңә һин үҙ... Баламды ҡарғайһың! Ҡарғышың үҙ башыңа төшөр!

– Яҡлама балаңды, Тайфа. Уның өсөн үҙеңдән дә һорарҙар, – тине Абдулла мулла, ниңәлер ситкә ҡарап.

– Бәлки, һинән... һеҙҙән һорарҙар, ә?! – Тайфа, әллә изге урында то- роуынан шөрләп, шып туҡтаны.

– Кеше балаһы өсөн нншләп беҙҙән һораһындар? – тине Тимербай. Үҙе күңелендәге ҡараңғы бер мөйөштә ниндәйҙер ҡара бесәйҙең тырнағанын һиҙҙе.

– Атаһыҙ бала тыумай... – Тайфа гөлтләп тоҡанырға әҙер нне, Әсмә туҡтатты:

– Етәр! Һүҙ сурытмағыҙ. Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып, ярлыҡау һорайыҡ.

Алла һүҙен ишеткәс, Тайфа ла йомшара төштө:

– Эйе шул. Уҡы доғаңды, Абдулла мулла.

– Һорау ала башламаҫ элек, уҡый һал, Абдулла ағай, – тип йөпләне Тимербай ҙа.

– Бисмиллаһи-рахманир-рахим... – Абдулла мулла, нимәһендер юғалтҡан кешеләй, кеҫәһен, ҡуйынын ҡапшарға кереште.

– Йә, ниңә туҡтаның? – тип сабырһыҙланды Тайфа.

– Эй, әттәгенәһе, китап юҡ.

– Ниндәй китап ти ул бынауындай саҡта?

– Ҡөрьән. Исмаһам, табутыма һалып ебәрмәгәндәр... – тип мығырланы Абдулла мулла. Китаптың булмауына ысын күңелдән үкенеп ҡуйҙы был минутта.

– Китапһыҙ уҡы, – тине Тимербай. – Ғүмер буйы мулла булып йөрөнөң дә баһа.

– Йөрөһә... – Тимербайҙың бойороҡ биреүе оҡшаманы Абдулла муллаға. – Үҙегеҙ уҡығыҙ.

– Мулла белмәгәнде беҙ ҡайҙан беләйек, – йәбеште ләһә был Тимербай.

– Ысын күңелдән һораһаң, бирә Хоҙай. Үҙегеҙ ярлыҡау һорағыҙ. Мин теге донъяла доғаны күп уҡыным. Миңә ҡурҡаһы түгел, – тип ҡул һелтәне Абдулла мулла.

– Әстәғәфирулла! – тине Тайфа, ҡото осоп. Бына-бына әллә ниндәй шөҡәтһеҙ шайтандар килеп сығыр ҙа Абдулла мулланы елтерәтеп тамуҡҡа алып китер һымаҡ ине уға. Уйҙарынан тәне семерҙәп ҡуйҙы хатта.

–Һинең мулла булыуыңды әйтәйем, – Тимербайҙың кәйефе күтәрелә төштө, эске бер ләззәт менән усын-усҡа ыуып ҡуйҙы. – Гонаһ шомлоғо!..

– Һин дә, Тимербай, гонаһ тип торған булаһың. Тырнаҡ осондай сауабың бармы үҙеңдең? Һе, буҡ һейҙектән көлә... – Абдулла мулланың йәне көйҙө.

– Һинең гонаһың алдында минеке – сауап, белдеңме? – Тимербайға Абдулла мулланың доға уҡый алмауы рәхәтлек бирә ине. Ҡәнәғәтлеге йөҙөнә сыҡҡан.

– Ай-бай, нисек телең ҡоромай!.. – Абдулла мулла, ошоноң менән һүҙ бөттө, тигәндәй, быларға һырты менән боролдо.

– Беләбеҙ инде, Абдулла ағай, гонаһын да беләбеҙ... – Әсмә ирен яҡла май сыҙаманы.

– Нимәне? — Терт итеп ҡалды Абдулла мулла. Әсмә юрамал төрттөрҙө:

– Ана, Тайфанан һора...

Нишләп минән? Кеше гонаһын яҙып барырға мин фәрештә түгел. Тайфа, нимәнәндер шикләнгәндәй, Абдулла муллаға ялбарыулы ҡараш ташлап алды. Быға тиклем бер яҡ ситтә шым ғына баҫып торған Ғәләүетдин тел шартлатты:

– Ай-бай!.. Теге донъяла нисек йәшәнегеҙ икән? Бында үлешеп бара һыгыҙ...

– Һнн ҡыҫылмай гына тор, Ғәләү! – Тимербай күҙенең ағы менән ҡараны.

– Бында һпн хужа түгел, Тимербай ағай. Бригадир тигәс тә... Тегендә командовать иткәнең дә еткән. Бында – демократия! – Ирешеүгә тигәндә Ғәләүетдин зәһәр инде ул.

– Демократия тигәнең ошонда гына булмаһа... – тине Тимербай, көлөмһөрәп.

Эш ҙурға барғанын күңеле менән һиҙҙе Тайфа:

– Гонаһ шомлоғо! Ҡайҙа икәнегеҙҙе онотмағыҙ! – тип быларҙы тынысландырырға маташты. Ғәләүетдин дә әллә уйлағанын, әллә тел осона килгәнен әйтеп һалды.

– Бында дүрт-биш кеше һыйышмайбыҙ, иҫке зыяраттағылар нишләйҙәрҙер?!

Уның һүҙҙәренә берәү ҙә ҡолаҡ һалманы. Иҫәпкә бар, һанға юҡ бәндәнең һүҙе ни!.. Ҡолаҡҡа кереп өлгөрмәй ҡойолоп төшә. Абдулла мулла баш һелкетеп Тимербайға бер талай ҡарап торҙо ла нимәлер хәл иткәндәй әйтте:

– Иман юҡ шул... Ай, иман юҡ!.. Әйҙә, Ғәләү, минең менән, хур булмаҫһың, – ҡайҙа саҡырғанын үҙе лә төшөнмәне, шулай ҙа, ышаныслыраҡ булһын типмелер, бер-ике аҙым атлаған булды.

– Урын алмашыуҙан сумма үҙгәрмәй, тип уҡыттың бит үҙең, Абдулла ағай, – Ғәләүетдин дә йомшаҡ урынды семетә белә.

– Тормош киреһен иҫбатлай, – тине Абдулла мулла, ҡаштарын йыйырып. — Йыш ҡына сумма урынға бәйле була. Ана, Тимербайҙың да колхузник сағында ауыҙын асһа, үпкәһе күренә ине. Бригадир булғайны, ҡоторҙо ла китте, майына сыҙай алмай...

Бөттө былай булғас. Әсмә менән Тайфа ла, кәфенлек осо менән ауыҙҙарын ҡаплап, бер-береһенә ҡарап алды. Хәҙер берәй нәмә булырын көт тә тор.

– Үҙең һуң!.. Үҙең! – Тимербайҙың көр тауышы яңғыраны. – Пенсийәгә тиклем мәктәптә балалар башын ҡатырҙың, аҙаҡ халыҡтың елкәһен кимерҙең...

Абдулла мулла башлаған ике аҙымын кире атланы:

– Битһеҙ, мин халыҡтың елкәһен кимерҙемме?! Миңә килтереп бирҙеләр.

– Беләбеҙ инде. Бер бит һыйпағанға бер һарыҡ һорап ултырҙың...

– Шулай шул, – иренең һүҙҙәрен Әсмә лә йөпләне. – Тамсы оятың юҡ! Сәрбиямалдың ҡыҙына никах уҡытҡанда бәрәсле һарыҡ алдың, Дамираның ире үлгәндә кәзә бирҙеләр, Суфияның балаһына исем ҡуштырғанда...

Абдулла мулла түҙмәне:

– Риза булып бирҙеләр. Йолаһы шул, – тине, иренен ҡымтып.

– Кеше талай торған йола юҡ ул, – Әсмәнең тауышы дорфа ғына сыҡты. Тайфа бер Абдулла муллаға, бер Тимербайға, бер Әсмәгә ҡараны:

– Етәр һеҙгә! – тине ул ахырҙа. – Аллаһы Тәғәлә ишетеп тора!..

– Ишетһен! Минең Хоҙайҙан йәшерер нәмәм юҡ. – Абдулла быны кемгәлер хөкөм ҡарары сығарғандай ҡысҡырҙы.

– Шулаймы ни?! – Әсмә мулланың ҡаршыһына уҡ килеп баҫты. – Тайфаның ишеген төндәрен кем шаҡый торғайны, ә?

– Ни-мә?.. – Аптырап Әсмәгә төбәлде Тайфа.

Тимербай әллә Абдулла мулланы йәлләне, әллә зыяратта тороуҙарын иҫенә төшөрҙө:

– К-хм... Ярай, етәр! Әллә нимәләр һөйләй башланығыҙ! — тине ул. Ҡыҙҙы ла китте Әсмә:

– Юҡ, етмәй торһон әле. Әйт, Тайфа, кем шаҡый торғайны ишегеңде?

Тайфа, ярҙам өмөт иткәндәй, бер Абдулла муллаға, бер Тимербайға ҡарап-ҡарап алды. Тегенеһе сат йәбеште:

– Әйт, Тайфа, кем?..

Тайфаның йәне көйҙө. Унан һорау алып торорға кем һуң әле Әсмә? Күп уйлап торманы, тегенең күҙенә бәреп әйтте:

– Иреңә баш булырға кәрәк нне...

– Ай, Алла! – тине нимә эшләргә белмәй бер урында тапанған Тимер

бай.

Муллаға етә ҡалды быныһы:

– Вот-вот! – тине, ҡәнәғәт кеткелдәп.

– Ке-ем?! – Әсмә, яңылыш ишеттемме әллә, тигәндәй, ҡолағын ҡаплап торған кәфенлеген аса төштө.

– Кем булһын, һинең Тимербайың! – тине Тайфа, асыуы ҡабарып. Хәҙер йәшереп маташыуҙан фәтеүә юҡлығын тоя нне ул.

– Һин... Һин нимә һөйләйһең, ә? – Ишеткәненә ышанманы Әсмә.

Тимербай битараф ҡына ҡул һелтәгән булды:

– Ну, был бисәләр! Ҡолаҡҡа ятмағанды...

Ә Абдулла мулла тантана итә ине был минутта:

– Беҙ ҡапсыҡта ятмай, – тип мәғәнәле һығымта яһап ҡуйҙы ул. – Беҙеңде теләһә ниндәй ҡапсыҡҡа тығып бармаҫҡа ине, Тимербай! Хе-хе-хе...

– Тимербай?! һин?! – Әсмәнең күҙе шар булды. – Минең өҫтән!? Ошоноң менән!?

– Ну, йәпле иттең, Тайфа! һай, шәп иттең! – Абдулла мулла ихлас шатланды был яңылыҡты ишетеп. Ҡайһылай йәтеш килеп сыҡты.

– Эскән... Эскән баш менән... – Тимербай тотлоҡто.

– Оятһыҙ!.. Минең битемдән көлөп!.. – Әсмә әллә илай ине, тауышы ҡалтыранып сыҡты. Ҡара-ҡара, ғәрлеге ни тора! Тимербай ҡарсығын йыуатырға самаланы:

– Ҡуй әле, Әсмә, үткән эш өсөн. Яңылышылған. Шайтан ҡотортҡан.

– Кит, күҙемә күренмә, шаҡшы!.. Был гонаһыңды Хоҙай мәңге ярлыҡамаҫ, битһеҙ! – Әсмә, ҡапыл иҫенә килгәндәй, Ғәләүетдингә текләне. – Тимәк... Тимәк... Аңлашыла...

– Нимә аңлашыла? – Тимербай тертләп китте.

– Тимәк... Ғәләү... – Әсмә шикле ҡарашын Тимербайға батырҙы.

– Әү, – исемен ишеткән Ғәләүетдин тауыш бирҙе.

– Һиңә әйтмәйем.

– Бәй, бында минән башҡа Ғәләү юҡ, – тигән булды Ғәләүетдин.

– Тимәк... — Әсмә, асыш яһағандай, һәр һүҙенә баҫым яһап һөйләнде. – Ғүмер буйы ирһеҙ йәшәгән Тайфаның балаһы... Тимәк, Ғәләү – һинең улың...

Тимербай, көлгөһө килмәһә лә, көлөп маташты:

– Кит, Әсмә, ҡолаҡҡа ятмағанды. Миңә ҡара ла, Ғәләүгә ҡара. Тамсы оҡшаған ере юҡ!..

Әсмә иғтибар менән Ғәләүетдинде ҡапшаны:

– Гонаһ шомлоғо!..

– Шулай инде, Әсмә апай. Эскән кешенең йөҙө йөҙмө, – тине Ғәләүетдин, башын эйеп.

– Һине әйтмәйем, – тине Әсмә йомшағыраҡ тауыш менән. – Гонаһтан тыуған баланың ғәйебе юҡ.

Тайфаның ауыртҡан еренә эләкте был һүҙ:

– Гонаһтан?! Бала табыу гонаһ буламы?

– Уйнаштан тыуған! Гонаһ шомлоғо! – Әсмә ян-яғына төкөрөнөп, ҡул һелтәне.

– Гонаһ та гонаһ... Үҙеңде бел, йәме!..

– Мин ни эшләгән, ә?

– Иҫлә әле, иҫлә... – Тайфаның нимәлер иҫенә төштө, буғай, йөҙө яҡтырғандай итте. – Тимербайыңдың аттан ҡолап, имгәнеп балниста ятҡан сағын...

Абдулла муллаға оҡшаманы был:

– Туҡтағыҙ әле, йәмәғәт! һорау алырға килерҙәр... Фәрештәләргә ни йөҙөгөҙ менән күренерһегеҙ?!.

Дауаханала ятҡан сағын шунда уҡ хәтере элеп алды Тимербайҙың. Төпсөп һорарға кереште:

– Әйтеп бөт, Тайфа, мин балниста саҡта нимә булды?

Сабырһыҙланды Абдулла мулла:

– Был фәрештәләрҙе әйтәм, нишләп оҙаҡлайҙарҙыр?!. – тип һөйләнде үҙ алдына.

Тимербай уның һайын ныҡышты:

– Әсмә, әйт, ннмә булды? Һинән һорайым!

– Өҫтән йөрөүең етмәгән, хәҙер килеп һорау алаһыңмы? – Әсмә иренән ҡарашын йәшереп маташты.

– Ҡабатлап һорайым: ннмә булды мин юҡта?

– Элеккене түгел, кисәгене хәтерләмәйем. Төпсөмә юҡты, – тип был ауыр һорауҙан ҡотолорға самаланы Әсмә. Хатта үкенеп ҡуйҙы: әллә нимәһенә һүҙ ҡуйыртты үҙе.

Абдулла мулла ла итәғәтле булырға тырышты:

– Ҡартайғас хәтер насарая, – тине ул белдекле ҡиәфәттә. – Онотолоп бөткән нәмәләрҙә соҡонмайыҡ, йәмәғәт.

Тимербай сығырынан сыҡты:

– Һинең ҡыҫылышың булмаһын, мөртәт! – тип екерҙе ул Абдулла муллаға. Тайфа шуны ғына көткән тиерһең, төрттөрә һалды:

– Бар шул ҡыҫылышы...

Тимербай Әсмәгә тишерҙәй итеп ҡараны:

– Ә?!. Әллә?!. Мин юҡта... Әсмә, әйт!..

Әсмә өсөн хәҙер барыбер: теге донъя түгел, әллә ни эшләтә алмаҫ.

– Өҫтәмдән йөрөмәҫкә ине, үҙеңдән... – тине ул, иренең күҙенә тура ҡарап.

Тимербайҙың быуындары ҡалтырап китте хатта:

– Ни-мә?.. Һин?.. Һин?..

Теге донъяла Абдулла мулланың һүҙенә ҡолаҡ һала торғайнылар, әллә шул иҫенә төшөп, дорфа итеп екереп ебәрҙе:

– Етәр һеҙгә! Хәҙер фәрештәләр һорау алырға килер...

Тимербай бар тип белде ти уның һүҙен, үҙенекен тылҡыны:

– Бында мин һорау алам. Әйтеп бөт, Әсмә!

– Бер генә... – тигән мығырҙак һүҙ сыҡты Әсмә ауыҙынан. Йүнле һүҙ генә ишетелеп бармай, яман һүҙҙең бышылдап әйткәне лә шаңдауға әйләнеүсән. Ишетте Тимербай. Ишетте генәме, ҡолағын ярғансы ҡысҡырҙылар, шаңдауы бөтә донъяға сәселде һымаҡ.

– Кем менән? – Тимербайҙың күҙе тондо.

Был ҡарашты күп күргән Әсмә шөрләй төштө һәм үҙе лә һиҙмәҫтән:

– Ай, Алла! Ана тора... — тип ысҡындырҙы.

Тимербай бер аҙ шаңҡыны. Нимә әйтергә белмәне ул. Бөтә нәфрәте алҡымына килеп тығылды:

– Шул һаҡаллы кәзә тәкәһе менәнме?!

– Үҙең төпсөнөң, – тип кенә әйтә алды Әсмә.

– Ах, үлтерәм мин уны! Үлтерәм!.. – Тимербай, аҡты-ҡараны айырмай, Абдулла муллаға ташланды. Был тиклемен көтмәгән Ғәләүетдин улар араһына һикерҙе:

– Туҡтағыҙ, ағайҙар! Туҡтағыҙ!.. Мәйетте үлтереп булалыр!

– Етәр, ләғин! – Абдулла мулла Тимербайҙың матҡып тотҡан ҡулынан ысҡынырға тырышты. Тимербайҙың ҡулы ҡатыраҡ, уртаға кергән Ғәләүетдинде ситкә һелтәмәксе иткәйне, тегенеһенең еңе бүҫелеп китте. Был икәүҙең дә хәле тиҙ бөттө, ах та ух килеп, ергә сүгәләнеләр.

– Инәнең башы, тәүге тапҡыр яңы бишмәт кейҙем, уныһы ла бүҫелеп сыҡты. Хәйерсенең ауыҙы ашҡа тейһә, мороно бешә, ти, дөрөҫ икән, – тип мығырланы Ғәләүетдин. Уңарсы булмай, Әсмә Тимербай эргәһенә килеп етте:

– Берәй ерең ауыртманымы, бабай?

– Һорап торған була, – тине Тимербай, йыш-йыш тын алып. – Йөрәгемә һуҡтың. Йөрәгемә ҡан һауҙы. Кит бынан, уйнашсы. Талаҡ! Талаҡ! Талаҡ!

Тайфаның Әсмәгә үпкәһе ҙур ине. Түҙмәне:

– Бына, Әсмә, минең кеүек, һин дә бабайһыҙ ҡалдың, — тине.

– Кит, ҡорсаңғы, күҙемә күренмә, һинең арҡала булды, – тип ғәйбәр орҙо Әсмә. Хәленән килһә, ботарлап ташлар ине Тайфаны. — Һинең түшәгеңдә лә ятҡанын беләбеҙ Абдулланың. Ғәләүең дә шуныҡылыр әле. Ана, күҙен бәзерәйтеп тороуы хас та Абдулла. Был тиклем дә оҡшар икән кеше...

– Миңә оҡшаған ере бармы шуның?! һуйған да ҡаплаған – Тимербай, – тине Абдулла мулла.

– Тас Абдулла. Атлауына тиклем – һин! Йәле, Ғәләү, атлап күрһәт шуға.

Әсмә һүҙен бирмәне. Ғәләүетдин, иҫәр кеше шикелле, шарҡылдап көлөп ебәрҙе:

– Үәт мәрәкә-ә-ә. Теге донъяла бер атай ҙа юҡ ине, быныһында ике атайлы булдым. Эх, тегендә үк белгән булһам, икеһен дә кинәнеп һығыр инем...

– Атлап күрһәт, Ғәләү, – тип ныҡышты Әсмә.

Абдулла мулла ла Ғәләүетдиндә ниндәйҙер һыҙаттар эҙләне:

– Ҡашыңды йәмерәйт әле, Ғәләү. Ана бит, һуйған да ҡаплаған Тимербай.

– Үҙ гонаһыңды кешегә япһарып, йәннәткә керергә самалайһыңмы? – Тимербай киҫәткәндәй һөйләнде. – Юл ҡуймам, һораһалар, вис һөйләп бирәм.

– Минең дә ауыҙҙы тегеп ҡуймағандар... – тине Абдулла мулла, фәрештәләр һорау алғанда нисек яуап бирәсәген күҙ алдына килтереп.

– Тимербай менән ғүмер буйы йәшәп балабыҙ булманы. Абдулланыҡы Ғәләү, – асыш яһаған кеүек әйтте быны Әсмә. Тимербайҙың көйгән йәненә ут ҡына өҫтәне был.

– Нимә, һин ҡыҫыр булғанға мин ғәйеплеме!? – тип үкерҙе ул Әсмәгә.

Шунда уҡ элеп алды Абдулла мулла:

– Тимәк, Тимербайҙыҡы! Һүгенеүенә тиклем уға оҡшаған.

– Һүгенеүгә ҡараһаң, бөтә кешеләр ҙә бер туған булыр ине, – шәп әйтте Тимербай. Был һүҙҙәрҙән үҙе лә ҡәнәғәт ине.

Абдулла мулла ла бирешерлек түгел:

– Ана, баҫып тороуын ҡара һин уның. Тас һин!

Тимербай, һикереп тороп, Абдулла муллаға уҡталды:

– Хәҙер мин һине!..

– Туҡтағыҙ! – тип ҡысҡырҙы Ғәләүетдин. – Туҡтағыҙ! Эсмәйенсә лә һуғышыр икән кеше. Берҙән-бер бишмәтте эшлектән сығарҙығыҙ, эт йыҡҡырҙары.

Әллә Ғәләүетдиндең һүҙҙәренән йомшара төштө Тимербай, ҡул һелтәп, кире сикте һәм:

– Бәхетең, теге донъяла түгелбеҙ, – тип ыҫылданы. – Ни эшләтергә белер инем мин һине!..

Әсмә Тайфаға ялбарғандай өндәште:

– Тайфа, талаштырма шуларҙы, кемдеке икәнен әйт тә ҡуй.

– Мин ҡайҙан беләйем?! – тине Тайфа. – Икеһе лә бер-бер артлы килмәҫкә нне...

– Бына бәлә, – тип һөйләнде Абдулла мулла үҙ алдына. – Дүрәк Ғәләү өсөн дә хөкөм итһәләр... Тимербайҙыҡы булһа ярар ине...

Уйламағанда Ғәләүетдин илап ебәрҙе. Ҡалын ирҙәр тауышы менән йәмһеҙ итеп үкһене, ғүмерҙә ҡыланмағанын. Бөтәһе лә тынып ҡалды.

– Теге... Теге... Теге донъяла, – урыҡ-һурыҡ һөйләнде Ғәләүетдин, – һеҙҙең гонаһығыҙ ҡиәфәтендә әҙәм өркөтөп йөрөгәнмен икән! Ниңә тыуҙырҙығыҙ мине?! Ниңә?!

Уны берәү ҙә йыуатманы, һүҙҙәрен дә ҡолағына элеүсе булманы. Был мәлдә һәр кем бер-береһенең гонаһын барлай ине...

Читайте нас: