Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
24 Апрель 2020, 16:00

Көндәр ҡасан йылыныр?

Бөгөн республика биләмәһендә ҡар һәм ҡатыш ямғыр яуыуы күҙәтелә, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Шулай уҡ ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуын, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүен күҙаллай синоптиктар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты юлда һаҡ булырға иҫкәртә.Көндөҙгө һауа температураһы +4...+7 градус тәшкил итәсәк, төндә

Бөгөн республика биләмәһендә ҡар һәм ҡатыш ямғыр яуыуы күҙәтелә, юлдарҙа – боҙлауыҡ. Шулай уҡ ағастарға һәм сымдарға ҡар һырыуын, елдең секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеүен күҙаллай синоптиктар. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты юлда һаҡ булырға иҫкәртә.
Көндөҙгө һауа температураһы +4...+7 градус тәшкил итәсәк, төндә -4 градусҡаса һыуытасаҡ. Ошондай уҡ һауа торошоноң иртәгә – шәмбелә лә һаҡланыуы күҙаллана.
Көндәр йәкшәмбенән – 26 апрелдән әкренәп йылына башлаясаҡ. Көндөҙгө һауа температураһы +15...+17 градусҡаса күтәреләсәк, төндәгеһе – +4...+6 градус. Шулай ҙа урыны менән, айырыуса Өфө тирәһендә, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар дауам итәсәк.
("Башҡортостан"дан)
Читайте нас: