Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
25 Апрель 2020, 11:00

Мохтаждарға - аҙыҡ-түлек йыйылмаһы

Яңы коронавирус хәүефе таралыу хәүефе тыуып, төбәктә сикләүҙәр индерелгәс, Башҡортостанда Башлығы Радий Хәбиров мохтажлыҡ кисереүселәр иғтибарҙан ситтә ҡалмаясаҡ тип белдергәйне. ошо көндәрҙә "Беҙ бергә" проекты сиктәрендә республиканың район-ҡалаларында мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмалары таратыла башланы. Ниһайәт, сират беҙҙең районға ла етте һәм ярҙамдың тәүге партияһы килеп етте. Әйткәндәй, был 599 йыйылма Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тәҡдим иткән исемлеккә ярашлы, айлыҡ килеме йәшәү минимумынан түбән булған өлкәндәргә (65+) тәғәйенләнгән.

Читайте нас: