Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
26 Апрель 2020, 00:30

Ниндәй булыр донъя коронавирустан һуң?

Шишәмбе көн, 28 апрелдә Өфөлә, аныҡлап әйткәндә, bashkiria-live.com платформаһы базаһында “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумы уҙғарыла. ТАСС агентлығында онлайн-форматта ошо халыҡ-ара сараға арналған матбуғат конференцияһы үтте.

Шишәмбе көн, 28 апрелдә Өфөлә, аныҡлап әйткәндә, bashkiria-live.com платформаһы базаһында “Донъя коронавирустан һуң. Евразия йөрәгенән ҡараш” халыҡ-ара онлайн-форумы уҙғарыла. ТАСС агентлығында онлайн-форматта ошо халыҡ-ара сараға арналған матбуғат конференцияһы үтте.
Конференцияның эшендә Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры, форумдың рәйестәше Светлана Чупшева, Башҡортостан Башлығы, форумдың рәйестәше Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, 2006 - 2014 йылдарҙа Швеция премьер-министры булған Фредрик Рейнфельдт, Бундестаг депутаты Штефан Койтер, “Эшлекле Рәсәй” ойошмаһы рәйесе Алексей Репик ҡатнашты.
Халыҡ-ара форумдың эшендә 25 илдән 100-ҙән ашыу спикерҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров халыҡ-ара кимәлдәге сараны үткәреүҙең маҡсатына, хәл итәһе бурыстарға туҡталды.
“Әлеге ваҡытта бөтә дәүләттәр ҙә кешелеккә янаған етди хәүеф менән көрәшә. Беҙ әле үк коронавирустан һуң донъя ниндәй булыр, илебеҙҙә, республикабыҙҙа ниндәй үҙгәрештәр көтөлөр, тип уйланабыҙ. Ошондай шарттарҙа, бәлки, бергә йыйылып, билдәле эксперттарҙы, футурологтарҙы, сәйәсмәндәрҙе йәлеп итеп, әлеге үҙенсәлекле хәл-торош хаҡында һөйләшергәлер, тигән фекергә килдек. Әгәр әлеге көрсөктән дөрөҫ юлдар менән сыға алһаҡ, пандемия тамамланғандан һуң дөрөҫ йүнәлештә эшләп китһәк, тағы ла көслөрәк, уңышлыраҡ, һөҙөмтәлерәк булырға мөмкинлек асыласаҡ. Форумдың төп бурысы ла ошо мәсьәләгә ҡайтып ҡала”, - тип билдәләне ул.
Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров сараның яҡынса программаһына, унда ҡатнашыу нескәлектәренә туҡталды. Ул әлеге мәлгә форумда ете мең самаһы кешенең ҡатнашырға теләк белдереүе, уларҙы теркәү иртәгә, 25 апрелдә, рәсми сайтта башланасағы хаҡында әйтте. Барлығы ун мең тирәһе кеше булыр тип көтөлә. Программала 10 секция һәм ике пленар ултырыш ҡаралған.
Конференцияла ҡатнашыусылар журналистарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Фото: glavarb.ru
Читайте нас: