Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
28 Апрель 2020, 12:13

Психологик ярҙам буйынса ҡыҙыу бәйләнеш булдырылды

Бушлай бәйләнеш үҙизоляция режимына бәйле стресс кисергән балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән. Уны Андрей Мельниченконың хәйриә фонды асҡан. Фондта билдәләүҙәренсә, изоляция һәм карантин сараларына бәйле үҫмерҙәр

Бушлай бәйләнеш үҙизоляция режимына бәйле стресс кисергән балалар, үҫмерҙәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн тәғәйенләнгән. Уны Андрей Мельниченконың хәйриә фонды асҡан.
Фондта билдәләүҙәренсә, изоляция һәм карантин сараларына бәйле үҫмерҙәр үҙ ғаиләһе менән низағҡа инеүе ихтимал. Әгәр үҫмергә уҡыуы, өйҙә ултырыуы, ата-әсәһе менән аралашыуы йәки киләсәк тураһында уйлауы ауыр икән, психологтар ярҙамға килергә әҙер. Ҡыҙыу бәйләнешкә өлкәндәр ҙә шылтыратып кәңәштәр алырға мөмкин, тип хәбәр итте Социаль мәғлүмәт агентлығы. Ярҙамды «Ползунов вариҫтары» балалар ғилми һәм инженер-техник ижад үҙәге (Барнаул) психологтары күрһәтә. Психологтарға иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 4-кә тиклем шылтыратырға мөмкин (Мәскәү ваҡыты).
Читайте нас: