Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Апрель 2020, 22:00

#апрель_бәйгеһе

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!Бәйге дауам итә һәм кисәге һорауға килгәндә, эйе, ысынлап та, Кенияла урынлашҡан сөсө һыулы Баринго күленә бик күп хайуандар һыу эсергә йыйыла икән. Әммә һыу кәмеү урынына, киреһенсә күтәрелә. Бының сәбәбен Айна Иманғолова, Әминә Исхаҡова, Миңзилә Бикбулатова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлфиә Киленбаева, Зөлфиә Аҡсурина, Гүзәл Атнағолова, Эльмира Дәүләтшина һәм Гөлназ Ҡылысбаева төрлө хайуандарҙың күлгә төшөүенә, һыу инеүенә бәйле тип иҫәпләй. Уларҙың яуаптарында хаҡлыҡ бар, шуға ла уларға берәр мәрәй яҙабыҙ. Ә бына һыу кимәле...

Хәйерле кис, төркөмдәштәр!
Бәйге дауам итә һәм кисәге һорауға килгәндә, эйе, ысынлап та, Кенияла урынлашҡан сөсө һыулы Баринго күленә бик күп хайуандар һыу эсергә йыйыла икән. Әммә һыу кәмеү урынына, киреһенсә күтәрелә. Бының сәбәбен Айна Иманғолова, Әминә Исхаҡова, Миңзилә Бикбулатова, Фәйрүзә Ғөбәйҙуллина, Гөлфиә Киленбаева, Зөлфиә Аҡсурина, Гүзәл Атнағолова, Эльмира Дәүләтшина һәм Гөлназ Ҡылысбаева төрлө хайуандарҙың күлгә төшөүенә, һыу инеүенә бәйле тип иҫәпләй. Уларҙың яуаптарында хаҡлыҡ бар, шуға ла уларға берәр мәрәй яҙабыҙ. Ә бына һыу кимәле тап һәр береһе 3-4 тонна ауырлыҡтағы бегемоттарҙың күлдә ятыуына бәйле икәнлеген, йәғни дөрөҫ яуапты белеүсе Фәрзәнә Тайсина-Туймакаева, Венера Бикбова һәм Фәимә Исхаҡова иҫәбенә иһә икешәр мәрәй яҙабыҙ. Афариндар!
Бөгөнгө һорауға килгәндә, Һеҙгә һүрәт бирелгән. Был – бөгөнгө көндә лә киң билдәле картуфтарҙың ҡабын бынан ярты быуат элек америка химигы Фридрих Баур уйлап сығара. Ул был ҡаптар менән шул тиклем ғорурлана. Шуға ла уның үтенесе буйынса, бынан 12 йыл самаһы элек. бер ҡап киптерелгән картуф менән түгел, ә икенсе нәмә менән тултырыла. Был ҡап нимә менән тултырыла?
Яуаптарҙы иртәгәгә тиклем көтәбеҙ! Уңыштар!
Читайте нас: