Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт Общество
29 Апрель 2020, 12:00

АРАҠЫ БӘЛӘҺЕ

“Инде ирҙәр ҙә ҡалмай бара инде, эсеп үлеп бөтөп баралар, иҫәндәре лә яйы сыҡҡан һайын эсергә генә торалар. Эш юҡҡа һылтайҙар, теләгән кеше ситкә лә барып эшләп ҡайта, мал тота, әмәлен таба," - тип һөйләне артабан танышым. Арҡа терәп, ирләргә ышанып ҡатын-ҡыҙ тормош көтөргә, бала табырға, улар менән бергә тормош ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын бергә үтергә тейешбеҙ тип уйлайбыҙ. Ейәнсәрҙәр алдына ла парлашып баҫҡыбыҙ, ә инде киләсәктә ҡартәсәй, ҡартатай булып та йәшәйһе килә. Яйы сыҡҡан һайын шешәгә үрелгән ир менән, әлбиттә, был хыялдар юҡҡа сығырға мөмкин. Ирмен тигән ир иң беренсе Аҡһаҡал дәрәжәһенә етеп йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейеш тә бит. Араҡыға һатылған ғүмер был планға яраҡһыҙ шул.“Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эсеүгә тартылдылар, йыйылышып йәш ҡатындар эсә,” - тигәс, ҡыйын булып китте. Был турала бер кәлимә һүҙ ҙә яҙалмай ултырҙым.

“Зәүхиә, бер мәҡәләңдә паленый араҡы тураһында яҙ әле.Ҡайһы бер ауылдарҙа шул араҡыны һатып, ирҙәрҙе, ҡатындарҙы, хатта йәштәрҙе лә ағыулап, хатта үлемгә еткереп ятыусылар бар.Барып йөҙҙәренә бәреп әйтеү ҙә файҙа бирмәй, бәлки үҙҙәренең гонаһ ғәмәлдәре тураһында уҡыһалар, туҡтарҙар,”- тип үтенесен белдереп шылтыратты бер яҡташым.
Их, тылсымлы таяҡҡа эйә булһам, һис шикһеҙ мин ул араҡыны ғына түгел, ғөмүмән бөтөн иҫерткес эсемлектәрҙе юҡҡа сығарыр инем. Бер генә шешә лә ҡалдырмаҫ инем. Үкенескә, ул таяҡ юҡ миндә. Ә шулай ҙа яҙып ҡарайым әле, бәлки бөгөнгө көндә кемдер эсергә яраҡһыҙ, хатта кешенең һаулығына зыян һала, ә кемдеңдер ғүмерен өҙә торған зсемлекте йәшертен һатыуҙан туктар, үкенер, тәүбә ҡылыр. Үҙенең ошо ғәмәле менән үҙ яҙмышын ғына түгел, ә үҙенең яҡындарының да яҙмышын яҡшы яҡҡа үҙгәртер. Сөнки кемдеңдер иҫәнлегенә белә тороп зыян һалыу, хатта уның ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыу енәйәт яһауға тиң ғәмәл тип иҫәпләнә Изге китабыбыҙ - Ҡөрьәнебеҙҙә. Кемдәрҙеңдер улдарына, ҡыҙҙарына уны һатыу бөтөнләй башҡа һыймай торған ҡурҡыныс хәл. Неужели беҙ шундай түбәнселеккә төшә алабыҙ?! Бигерәк тә катын-ҡыҙҙар, әсәйҙәрбыл эшкә бара алғандарына иҫең китерлек. Үҙебеҙҙең дә балалар үҫә бит, ейән-ейәнсәрҙәр. Иртәгә ул һатҡан кешенең үҙенең балаларына һатасаҡтар. Бына шул саҡта инде сәсеңде йолҡоп иларға, үкенергә ҡала. Терһәкте тешләп булмай. Бумеранг законы үтәлмәйенсә ҡалмай. Изгелек кенә изгелек булып ҡайта. Кемдеңдер әсе күҙ йәштәре һатҡан кешенең үҙенә генә түгел, ҡәһәр булып балаларына, уны тапҡан ата - әсәһенә, яҡындарына ла төшә. Ғүмер буйы эҙәрлекләп, ҡасан да булһа тамуҡ утында тотасаҡ, яндырасаҡ. Яза нидәй булырын бер кем дә алдан белмәй. Ә был ғәмәлде ҡылыусылар аҡылдары камил кеше түгелдәр тип иҫәпләргә ҡала. Кемдәрҙеңдер ғәзиздәренә иҫерткес, алйытҡыс эсемлектәр эсертеп, уның яҡындарының күҙ йәштәрен түктертеп, әле тормошҡа юньләп аяҡ баҫмаған йәштәрҙе юлдан аҙҙырып байыу – ул аҡылға һыя торған эш түгел. Ул хәрәм байлыҡтың изгелеген, рәхәтен күреү мөмкинселеге лә бик шикле, әлбиттә.
Беҙ бит йәш барған һайын аҡыллы, зиһенле булып барырға тейешле заттар. Һәр ҡылған ҡылығыбыҙ, әйткән һүҙебеҙ үрнәк булырға тейеш. Аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһен ваҡытында төшөнә башлаһаҡ, беҙ үҙебеҙҙе лә, ғәзиздәребеҙҙе лә әфәткә илтә торған юлды һайламайбыҙ.Балаларҙы үҙемдекенә, ситтекенә бүлмәбеҙ. Теләһә ҡайһы бала алдында ла оло кеше үрнәк күрһәтергә, һүҙен уйлап һөйләргә тейеш. Уйын-көлкө менән әйтелгән һүҙ ҙә мөғәнәле, кинәйәле булырға тейеш. Беҙҙең балаларҙы ситтән килеп бер кем дә тәрбиәләмәй. Әле аҡылға ултырып бөтмәгән, былай ҙа болғансыҡ замана уларҙы дөрөҫ юлдан сығарырға күп һорап тормаған заманда, беҙ хилаф эштәрҙән ситләшһәк был бары тик изгелеккә булыр.
Ә бына үҙебеҙ йәшәгән ерҙә үҫеп килгән балаларға, яҡындарыбыҙға зыян һалыусы, уларҙы юлдан яҙҙырыусыларҙы фаш итергә, туҡтатырға, хатта аңламаһа тейешле органдар аша язаға тарттырырға тейешле һәрбер зиһене булған кеше. Әлбиттә, ялғыҙ ғына, бер-ике кеше генә әйтеп бәлки туҡтатып булмай торғандыр ундай хәлдәрҙе. Бына ошо ерҙә инде бар ауылдарҙа ла алдынғы ҡарашлы, айыҡ аҡыллы, сая ҡатындар советы булдырыу дөрөҫ булыр. Бөтөн районда ҡатындар ҡалҡып сыҡһындар ине. Беҙҙең яҙмышыбыҙҙы ниндәйҙер аҡылдары камил, намыҫы саф булмаған әҙәмдәр бәхетһеҙ итергә тейеш түгел. Был советҡа ингән ҡатындарҙың ауыл халҡына зыян һалыусы, балаларҙы юлдан яҙҙырыусы кешеләрҙең ғәмәлдәре тураһында тейешле органдарға хәбәр итергә, йыйылышҡа саҡырып һөйләшергә полномочие булһын һәм уларҙың күҙ уңынан ауылдағы бер ҡырын эштә ситләп үтергә тейеш түгел. Нишләп түҙеп, сыҙап ятырға тейешһегеҙ?! Иртәгә һуң булыр!
“Нишләп урындағы полиция хеҙмәткәрҙеренә был турала әйтмәйһегеҙ?”- тип ҡыҙыҡһындым яҡташымдан. ”Әйтеп ҡарайбыҙ, файҙаһын күрмәйбеҙ. Улар үҙҙәре һаттыра, шуның файҙаһын үҙҙәре лә ала тип әйтәләр,”- тине. Йығылып китерһең! Әлбиттә, был яңлыш фекер ҙә булырға мөмкин. Ә ни өсөн ундай уй тыуған һуң был кешеләрҙә тип уйға ҡалдым.Урындарҙа тәртип һаҡларға, ябай халыҡҡа тыныс йәшәргә, уның мәнфәғәттәрен яҡларға, тәртипһеҙлектәр менән көрәщергә тейешле кешеләр үҙҙәре хилаф эштәрҙе яҡлап ятһалар, был осраҡта әлеге ҡатын-ҡыҙҙар советы һис шикһеҙ кәрәк. Улар президент дәрәжәһендә был проблеманы күтәрергә тейештәр. Ундай осраҡ булғанда бындай полиция хеҙмәткәре үҙенең эш урынын тиҙ арала бушатырға тейеш. Әлбиттә, был дөрөҫлеккә тура килмәй торған хәбәр булһын тип ышанаһы килә. Утһыҙ төтөн булмаһа ла... Полиция хеҙмәткәрҙәре контрафакт араҡы һатыусыларҙы ваҡытында иҫәпләп( вычислять ) итеп, яуаплылыҡҡа тарттырып, туҡтатып, һатырға форсат бирмәһәләр, халыҡ улар тураһында бүтән төрлө фекерҙә булыр, рәхмәт һүҙҙәре генә әйтер. Тимәк үҙҙәре тураһында фекерҙе үҙгәртеү өсөн халыҡтың килеп әләкләгәнен көтөп ултырырға кәрәк түгел, яйын табырға, ул кешеләрҙе эләктерергә кәрәк. Иркенләп һатып яталар икән, тимәк полициядән һис тә ҡурыҡмайҙар.
Араҡы... Күпме бәлә, күпме күҙ йәштәре түктергән, күпме бәхетһеҙлек килтергән эсемлек. Шуның арҡаһында емерелгән ғәиләләр, өйләнмәгән ирҙәр, тыумаған балалар, аунаған машиналар, тракторҙар, өҙөлгән ғүмерҙәр... Был һүҙҙе әйтергә лә нисектер имәнес һәм йәмһеҙ. Беҙҙең районда ғына эселгән араҡы баһаһына бөтөн район юлдарын асфальтләп, ауыл һайын ауыл халҡына кәрәкле биналар төҙөп, үҙебеҙҙең тормош дәрәжәһен бай йәшәп ятҡан илдәр дәрәжәһенә күтәрергә булыр ине. Балаларға уйнарға бер майҙансыҡ асырға, ауыл урамына булһа ла йәйергә асфальтка,зиярат кәртәләргә, һәм шәхси башҡа шундай ихтыяжларға аҡса таба алмайбыҙ, ә араҡыға аҡса табыла. Ғаиләнән урланған аҡсаға тиң араҡыға киткән сығымдар. Күпме балаларҙың ауыҙынан тартып алынған ризыҡ, өҫтөнән һалдырылған кейем. Күпме балалар шул араҡы арҡаһында үҙҙәренең үҫештәрендә, тәрбиәләрендә юғалтыуҙар кисергән, хыялын тормошҡа ашырмаған. Саф мөхәббәт хисе менән ҡоролған ғаиләләрҙә был хистәрҙең селпәрәмә килеүе. Йәтим ҡалған балалар. Бик күп бәхетһеҙлектәр. Араҡыға киткән аҡса, ул бушҡа, юҡҡа киткән аҡса, араҡы эсеп үткән ғүмер ҙә шулай уҡ.
“Инде ирҙәр ҙә ҡалмай бара инде, эсеп үлеп бөтөп баралар, иҫәндәре лә яйы сыҡҡан һайын эсергә генә торалар. Эш юҡҡа һылтайҙар, теләгән кеше ситкә лә барып эшләп ҡайта, мал тота, әмәлен таба," - тип һөйләне артабан танышым. Арҡа терәп, ирләргә ышанып ҡатын-ҡыҙ тормош көтөргә, бала табырға, улар менән бергә тормош ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын бергә үтергә тейешбеҙ тип уйлайбыҙ. Ейәнсәрҙәр алдына ла парлашып баҫҡыбыҙ, ә инде киләсәктә ҡартәсәй, ҡартатай булып та йәшәйһе килә. Яйы сыҡҡан һайын шешәгә үрелгән ир менән, әлбиттә, был хыялдар юҡҡа сығырға мөмкин. Ирмен тигән ир иң беренсе Аҡһаҡал дәрәжәһенә етеп йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуйырға тейеш тә бит. Араҡыға һатылған ғүмер был планға яраҡһыҙ шул.
“Ауылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эсеүгә тартылдылар, йыйылышып йәш ҡатындар эсә,” - тигәс, ҡыйын булып китте. Был турала бер кәлимә һүҙ ҙә яҙалмай ултырҙым. Шул аҡсаға балаларға шөғөлләнергә берәр файҙалы әйбер алып (мәҫәлән, пластилин әүәләү, картина сигеү, пазл йыйыу, һ.б.), шул һөнәргә өйрәтһәгеҙ, һеҙ был ғәмәлегеҙ өсөн киләсәктә ни хәтлем һауап, шатлыҡ аласаҡһығыҙ. Бит доньяға тыуған һәр бала талантлы, һәр береһенә яраҡлы шөғөлде тапһағыҙ, йыйылышыуҙарҙы төрлөсә планлаштырырға була. Фантазия ғына кәрәк. Бер йыйылғанда бер шөғөл, икенсегә икенсе, өйҙән өйгә йөрөп үткәрергә була. Балаларға ла ҡыҙыҡ, ҡунаҡҡа йөрөгән һымаҡ бер-береһенә. Ҡамырҙан ғына ла әллә ниндәй генә фигуралар яһап, киптереп буярға, матур картиналар яһарға мөмкин. Һеҙ шул араҡы эсеп, буш һүҙ лыҡылдап ултырыр өсөн тыуҙығыҙмы был матур доньяға тип һорайһым килә һәрбереһенән? Иртәнсәк ни күҙҙәрегеҙ менән ҡарайһығыҙ балалар күҙенә?
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хабиров республика буйынса күп кенә райондарҙа контрафакт араҡы, спирт һатылыуы тураһында хәбәрҙар. Был ҡурҡыныс күренешкә ҡаршы республика буйынса ҡәтғи саралар үткәрелә башланы. ”Был хәл геноцидҡа тиң. Бик ҙур яуызлыҡ. Енәйәт. Сертификацияһыҙ алкоголь тауарҙарын йәшертен һатыу ул республика халҡына бик ҙур зыян һала, кешеләрҙең эшсәнлеген кәметә, һаулығын ҡаҡшата, ғәиләләрҙе емерә. Был беҙҙең республика халҡына ҡаршы ойошторолған геноцидты туҡтатырға кәрәк тиҙ арала,” - тип, Радий Хәбиров был сараға бөтөн прокуратура хеҙмәтселәрен һәм силовиктарҙы ҡушылырға һәм бөтөн муниципалитеттарҙа нелегеаль алкоголь тауарҙар һатыуҙы туҡтатырға саҡырҙы. (Был турала интернеттан уҡырға була.)
Мәҡәләмде яҙғанда, хыялланып, ғөмүмән беҙҙең яҡтарҙа араҡыһыҙ туйҙар, төрлө ҡунаҡ байрамдары, күңелле саралар үткәреү алға китһен ине тип уйланым. Сертификатһыҙ ҙа , сертификатлы ла араҡы түребеҙҙә булмаһын ине. Ҡыҙыҡлы ярыштар, күңелле уйындар, бейеүҙәр, йырҙар менән үрелеп барһын байрамдар. Араҡы эсеү неактуальныйға әйләнһен ине. Ә бына ҡанды ҡыҙҙырып ебәрергә, иҫертмәй, тилертмәй, аңғырайтмай торған ҡымыҙ эселһен ине. Дәрт тә, дарман да, көс тә, ҡеүәт тә, күңел көрлөгө лә бирә. Иртәгеһенә башың аңғырайып, йөрәгең ситлегенән атылып сығырҙай булып, давление һикереп, күҙҙәр баҡаныҡы кеүек шешеп тороп, тағын кәңгерләп йөрөп баш төҙәтергә кәрәк түгел, киреһенсә хәлләнеп, сәләмәтләнеп тораһың йоҡонан. Сөнки тәнеңә иҫкиткес файҙалы, сихәтле, саф ризыҡ инә. Бейетә лә, йырлата ла, эшләтә лә, файҙалы ризыҡ та. Үҫеп килгән быуынға ла уңай үрнәк. Сөнки хәҙер йәштәрҙең дә айыҡ аҡыллы, сәләмәт тәнле, дөрөҫ ҡарашлы булып үҫеүҙәре бик мөһим. Аҡсаны һәйбәт түләүсе, бөтөн соцпакеты булған, яҡшы эш урындарына бары тик шундай йәштәрҙе эшкә алалар. Эсеп, бер тапҡыр тотолоуға уҡ эш урындарынан азат итеүсе предприятиеләр бар. Ә бына республика буйынса файҙалы эсемлек - ҡымыҙҙы етештереүҙе арттырыу, уны пропагандалау алға китһә, ныҡ шәп буласаҡ. Магазин һайын һыра, араҡы түгел, тәмле ҡымыҙ булһа, алыусы табыласаҡ. Иң айыҡ район, иң айыҡ ауыл, ғәилә номинацияләре булдырылып, уларға гранттар бирелеүе ҡыуаныслы күренеш. Сертификацияләнгән араҡы сығарыуҙы арттырыу түгел,ә айыҡ йәшәү рәүеше бөгөн актуаль булып барыуы күңелле.
Аллаһы Тәғәлә биргән ғүмерҙе шулай юҡҡа сарыф итеп йәшәгәнебеҙгә бары тик үҙебеҙ генә ғәйепле. Биргән яҡты көнөбеҙҙе изге эштәр менән биҙәһәк тә, хәрәм эштәр менән ҡаралтһаҡ та – былар бары тик үҙебеҙҙең башыбыҙға килгән уйҙарҙы тормошҡа ашырыу нәтижәһе. Хилаф уйҙы изге уйға бороп ебәреү кешенең үҙенән тора. Ул уйҙың тормошҡа ашыуы һөҙөмтәһе– муйынсалағы энже мәрйәндәр теҙелгән кеүек беҙҙең ғәмәлдәр ҙә теҙелә.Ул ғәмәлдәр изге булһа, уның яҡты нуры беҙҙең арттан үҫеп килгән быуынға, беҙҙең арттан теҙелеп баҫҡан дауамсыларға яҡты маяҡ, яҡты юл, тормошта дөрөҫ йәшәргә изге фатиха булып тора. Ә үҙебеҙгә иҫән саҡта изге ғәмәлдәребеҙ бәлә-ҡазаларҙан, гонаһлы эштәрҙән кәртә, Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауы булып тора. Берүк тапҡан малыбыҙ хәләл мал, ашаған ризығыбыҙ хәләл ризыҡ булһын.
Зәүхиә Ҡәҙербәкова-Низамиева.
Биштирәк ауылы - Татарстан Республикаһы.
Читайте нас: