Бөтә яңылыҡтар

Кәрим Ильясов. Мистика (хикәйә)

Эштән арманһыҙ булып арып, ҡаты йоҡоға талған Ғәлләм, вафатына 40 көн тигәндә әсәһен төшөндә күрҙе. Бөтмәҫ яғымлылыҡ, наҙ бөркөп торған күҙҙәрен улына төбәп, йомшаҡ ҡулдары менән уның арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Үҙе бер ни өндәшмәй. Һөйләшмәй. Бары әсә һөйөүе, наҙ тулы күҙҙәрен уға баҡҡан…

Эштән арманһыҙ булып арып, ҡаты йоҡоға талған Ғәлләм, вафатына 40 көн тигәндә әсәһен төшөндә күрҙе. Бөтмәҫ яғымлылыҡ, наҙ бөркөп торған күҙҙәрен улына төбәп, йомшаҡ ҡулдары менән уның арҡаһынан тупылдатып һөйҙө. Үҙе бер ни өндәшмәй. Һөйләшмәй. Бары әсә һөйөүе, наҙ тулы күҙҙәрен уға баҡҡан…
Ғәлләм ҡапылғара уянып китте лә әле генә тәҙрә янында баҫып торған әсәһенә уҡталды. Тик тәҙрә пәрҙәһе генә тулҡынланып, һелкенеп ҡуйғандай итте.
Аҙна самаһы уҙғас, әсәһе тағы төшөнә керҙе. Был юлы әсәһе ҡултыҡ таяҡлы, сал сәсле ир менән килгәйне. Атаһынан бик йәшләй етем ҡалған Ғәлләм был ирҙең үҙ атаһы икәнлеген шунда уҡ аңланы. Атаһы менән әсәһе улдарын үҙҙәре менән китергә ым менән эй өгөтләнеләр, эй өгөтләнеләр. Ғәлләмде күндерә алмағас, “исмаһам, беҙгә барыу юлын тоҫмаллап белеп ҡуй” тип ишараланылар. Ата-әсәһенә бары: “Берәй яйы сығыр әле. Хәҙергә донъя мәшәҡәттәре… муйындан, – тип ым менән аңлатты Ғәлләм. – Ана, күрәһегеҙме? – Ғәлләм бурсанан яңы ғына буралған ҙур бураға төртөп күрһәтте. – Өрлөк сабырға ғына ҡалды.
Ғәлләм ата-әсәһен оҙатыуын-оҙатманы, әммә уларҙың ҡайҙа юл тотоуҙарын тупһаға сығып күҙәтте. Улар тура Ялпурман уяҙынан юл тотто.
Был бары төш кенә булһа ла, Ғәлләм битараф ҡала алманы. Ғәлләмдең бар булмышын тик бер уй биләне: теге донъя ысынлап та бар микән? Египет фирғәүендәре, Мысыр батшалары үҙҙәренә мәңгелек йорт-пирамидалар, ҡаяларҙы соҡоп, мавзолейҙар эшләткәндәр. Теге донъяла диңгеҙ-океандарҙы гиҙеү өсөн елкәнле кәмәләр, караптар яһатҡандар бит. Атайым да, әсәйем дә үҙҙәре менән бергә юлланырға ҡайһылай димләнеләр. Баҡыйлыҡ донъяһын күрһәтергә теләнеләрме? Теге донъяның барлығына ышанмаҫ та инең, бөгөнгөләй күҙ алдында: Ялпурман уяҙына етәкләшеп инеп киткәйне был ике әруах. Ниңә әле тап Ялпурман уяҙына? Әллә инде был уяҙ теге донъя – баҡыйлыҡ ҡапҡаһымы?
Ялпыурман уяҙы бик тә йәмле урын. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында һомғол уҫаҡ, йөҙйәшәр имән, һылыу ҡайын, йүкәләр үҫә. Уяҙ уртаһынан, эсһәң, тешең зеңләп ҡамашырлыҡ һалҡын һыулы шишмә аға. Шишмәнең ике ярында йәйрәп ятҡан болонлоҡта, йәйге селлә етеүгә, турғай башы дәүмәле ер еләге түшәлеп ята. Эскәрәк инһәң, балан, миләш тәлгәштәре буҙарышып тулышып ултыра.
Ғәлләм үҙен борсоп, һис кенә лә тынғылыҡ бирмәгән был һорауға төплө яуап эҙләргә булды. Иртәнге сәйҙән һуң тура Ялпурман уяҙына ыңғайланы.
Бына уяҙ башындағы имән төбөндә күбә ҙурлыҡ ҡырмыҫҡа иләүе. Уны тәбиғәткә мөкиббән булған Факил кәртәләп ҡуйған. Ғәлләм урман һуҡмағы буйлап китте. Алда ҙур аҡлан. Аҡланға етәрәк, сатырын киң йәйеп, ҡарт ҡарағай ултыра. Ғәлләм башта уға менеп, тирә-яҡты күҙәтергә булды. Ул ҡарағайҙың башынан төбөнәсә һарҡып аҡҡан сайырға иғтибар ҙа итмәй, бесәй етеҙлегенә ағас башына үрмәләп менде. Маңлайынан юлаҡлап төшкән тирҙе кеҫәһендәге ҡулъяулығы менән һәләтләп һөртөп алды ла тирә-яғын байҡаны: тотош ялан йәшелгә буялған тимер менән уратып алынған. Аҡланда ниндәй генә емеш ағастары юҡ: рәт-рәт теҙелешкән алма, сейә, әфлисун, лимон… Күҙҙең яуын алған сәскә-гөлдәр араһында сел, ҡор, һуйыр туптары… Арыраҡ алтын манаралы мәсет. Иртәнге ҡояш нурында манарала төрлө төҫтәге сәскәләр гөлләмәһе сағыла.
Ғәлләм был мөғжизәгә иҫе-аҡылы китеп ҡарап торҙо. Маңлайынан күҙенә төшкән тир үҙәкте өҙөп әсеттергәс, Ғәлләм кеҫәһенән йәһәтләп ҡулъяулыҡ сығарҙы. Күҙҙәрен һөртөп алыуы булды – бөтөн мөғжизә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Иҫ китмәле рәшәткәле баҡса, ғәжәйеп архитектура ҡомартҡыһына бәрәбәр алтын манаралы мәсет юҡ булды. Ғәлләм мөғжизә ҡабатланыуын түҙемһеҙләнеп көтөп, ҡарағай башында байтаҡ ултырҙы. Ботаҡтарға тотонған ҡулдары ҡымырйып ойой башлағайны.
Аяҙ көндә ҡапыл күк күкрәне. Көн сығышында нәжәғәй ялт-йолт итте. Эре ямғыр тамсылары үлән, ағастарға көмөш ялҡалар элде. Аҡ болоттар араһынан бер аҙға ғына килеп сыҡҡан ҡояш һүрән нурҙарын уяҙҙың арғы һәм бирге башына һирпте.
Ғәлләм уяҙҙағы хайран ҡалырлыҡ мөғжизәне ҡабат күрҙе. ¤йлә намаҙына саҡырып, ап-аҡ кейемдәге берәү манаранан өгөт-нәсихәт һөйләй ине. Мәсеткә халыҡ йыйыла башланы. Ғәлләм халыҡ төркөмө араһынан ата-әсәһен табырға тырышты. Тик күҙҙәре ҡамашты – бөтәһе лә аҡтан кейенгән, баштарында – түбәтәй. Ҡатын-ҡыҙҙар, ир-аттан айырмалы рәүештә, хижапталар.
… Ауыл халҡы, ҡарт ҡарағай төбөндә Ғәлләмдең яралы мәйетен күргәс, шундай хәбәр таралды:
– Айыуҙан туҡмалған. – Мәйет янында ярылып ятҡан айыу эҙҙәренә ымлап: – Ни эшләмәк кәрәк. Яҙмышы шулдыр инде мәрхүмдең, – тиештеләр.
Кәрим Ильясов.
Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: