– Һеҙҙе күптән көтәбеҙ, – тип ҡулымдағы портфелде эләктереп тә алды. – Әйҙәгеҙ, һеҙҙе номерығыҙға оҙатып ҡуям.
Бүлмәгә ингәс, бер килке өнһөҙ ҡалдым. Әлә-лә-лә-л-л-л. Егерме йылдан ашыу хәбәрсе булып эшләү дәүерендә әллә ниндәй ҡунаҡханаларҙа туҡталырға тура килһә лә, был тиклемде үк күргән юҡ ине. Хатта бөтәһен дә бәйнә-бәйнә һөйләргә һүҙ ҙә табалмам кеүек. Иҙәндә ҙур келәм. Телевизор, үтек. Ул кресло, ул диван кеүек бөтә йыһаз ҡиммәтле имәндән эшләнгән. Тәҙрәлә бөрмәләнеп-бөрмәләнеп киткән пәрҙәләрҙең затлылығы.
“Ҡояш” ханым хушлашыр алдынан йәнә телгә килде.
– Өйөгөҙҙәге һымаҡ хис итегеҙ. Юлда арып, талсығып киткәнһегеҙҙер. Ана, һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлек һеҙҙең өсөн. Рәхәтләнеп ял итегеҙ.
Иң тәүҙә сайынып алайым тип йыуыныу бүлмәһенең ишеген асһам, уның ҙурлығына ах иттем. Джакузиҙа рәхәтләнеп йыуынып, йөҙөп алдым. Шкаф ҙурлыҡ һыуытҡыста ни генә юҡ: әллә нисә төрлө коньяк, ҡыҙыл, ҡара ыуылдырыҡ, тағы мин ғүмерҙә ауыҙ итеп ҡарамаған әллә нимәләр, хатта исемдәрен белеп бөтөрлөк түгел.
Бер шешәне эләктереп сығарҙым да рюмканы кәктем. Унан икенсеһен. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә ябай журналисты был ҡәҙәр ҙә яҡшы ҡаршы алырҙар тип кем уйлаған? Бөтә тәнде әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек тойғоһо солғап алды. Бер аҙ серем итеп алайым тип башымды мендәргә терәүгә, телефон шылтыраны.
– Хәйерле көн! Һеҙҙе беренсе ҡатта ресторанда иртәнге ашҡа көтәбеҙ, – тине наҙлы тауыш.
Ресторан! Командировкаға бирелгән өс бөртөк аҡсаны ябай ашханаға еткерһәң дә хуш әле. Былай ҙа алыҫ юлға йөрөгән һайын гелән үҙемдең өҫкә сыға. Нимә тип булһа ла яуап ҡайтарырға кәрәк бит. Уңайһыҙланып ҡына:
– Барып тормамдыр ул, ҡиммәтерәк булыр, – тинем.
– Юҡ, юҡ, һеҙҙең өсөн бөтәһе лә бушлай.
Ресторандың ишек төбөндә үк йылмайып ҡаршы алдылар.
– Хәйерле иртә! Әйҙәгеҙ, ошо өҫтәл янына ултырығыҙ.
Ул арала официант килеп баҫты.
– Нимәләр ашарға теләйһегеҙ? Ҡурылған колбаса, йомортҡа… Хәҙер, секунд ҡына көтөгөҙ. Күҙ алдында тигәндәй шаж-шож итеп йомортҡаһын, колбасаһын ҡыҙҙырҙылыр. Әллә нисә төрлө салат, өрөк, емеш-еләк…
Тәмле итеп һыйланып, бүлмәмә ҡайтһам, әллә яңылыш килеп индемме тип бер килке аптырап торҙом. Тегеләй-былай ятып ҡалған мендәр-юрғандарҙы тәтәй итеп йыйыштырып ҡуйғандар, өҫтәлдә лә тәртип. Ну, мәскәүҙәр журналистарҙы хөрмәтләй белә бит!
Көндөҙ ҙә шундай уҡ хөрмәт күрһәттеләр.
– Хәйерле көн, төшкө ашҡа ресторанға рәхим итегеҙ.
Түшәк-мендәрҙәремде әҙерләп әүен баҙарына китергә йөрөгәндә генә телефон йәнә зырылданы. Был юлы әллә хәйерле кис теләне, әллә юҡ, шомло тауыш ҡәтғи яңғыраны.
– Әйберҙәрегеҙҙе тиҙ генә йыя тороғоҙ, мин хәҙер киләм.
Нимә булды тигән һорауым яуапһыҙ ҡалды. Тикмәгә йәһәтләмәйҙәрҙер. Ҡунаҡханаға шартлатҡыс-фәлән һалыуҙары ла бар. Мәскәүҙә гел генә шундай бер нәмә сығып тора бит ул. Ике-өс минут үттеме-юҡмы мин сумкамды тултырып алғайным ине. Тиҙерәк ҡасырға кәрәк, бәләһенән баш-аяҡ. Ул арала йөҙө йәмрәйгән ханым килеп инде лә:
– Әйҙәгеҙ минең менән, – тип үҙенең артынан эйәртте. Үҙе һөйләнә:
– Өфөнән бер министр килергә тейеш ине, беҙ һине шуның менән бутағанбыҙ. Хәҙер эләгер инде...
Хәҙер инде был бүлмәнең шөҡәтһеҙлегенә хайран ҡалдым. Пәрҙәләр уңып бөткән, мөйөштә хан заманындағы телевизор өңрәйгән. Бәҙрәфтең ишеге бына-бына аҡтарылып төшөргә тора. Иҙән ҡасан һуңғы тапҡыр буяу күргәндер. Тәҙрә ярыҡтарынан ел гөжөлдәй. Һалҡын бүлмәлә өшөп-туңып, көскә таң аттырҙым. Был юлы хәйерле иртә теләүсе лә, ресторанға саҡырыусы ла булманы…