Бөтә яңылыҡтар

Тыныслыҡ һәм именлек һеҙгә!

Район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юлановтың ҡотлауы

Хөрмәтле ейәнсуралар!
Һеҙҙе Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайым! Беренсе май - барыбыҙ өсөн дә берҙәмлек һәм теләктәшлек кәүҙәләнеше булып ҡалған яңырыу, яҡты өмөттәр, тыныс һәм ижади хеҙмәт байрамы ул. Шулай уҡ ул Тыуған илебеҙҙең данлы тарихын байҡау, өлкән быуындарҙың хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡтарын, республиканың һәм илдең күркәм ҡаҙаныштарын тәрән ихтирам менән иҫкә алыу өсөн тағы бер мөмкинлек. Бар тәбиғәт уянған был сыуаҡ көндәрҙә йөрәктәребеҙ яҡшы киләсәккә өмөт-ышаныс менән тула. Айырыуса бөгөн, бөтә донъя, шул иҫәптән илебеҙ ҡатмарлы осор кисергәндә, беҙҙең теләктәшлек һәм яуаплылыҡ йәмғиәттең артабанғы үҫешендә төп шарттарҙың береһе булып тороуын яҡшыраҡ аңлайбыҙ. Социаль пaртнeрлыҡ принциптары, татыулыҡ һәм намыҫлы хеҙмәт барлыҡ ауырлыҡтарҙы йырып сығырға, башланған эштәребеҙҙе дауам итергә һәм ҡуйылған маҡсаттарыбыҙға өлгәшергә ярҙам итәсәгенә ышанам.
Был шатлыҡлы яҙғы байрамда ныҡлы һаулыҡ, бәхет, бөтә изге эштәрегеҙҙә һәм башланғыстарығыҙҙа уңыштар теләйем. Тыныслыҡ һәм именлек һеҙгә!
Д. ЮЛАНОВ, MP хакимиәте башлығы.
Читайте нас: