Бөтә яңылыҡтар

#өйҙә_ҡал

Байрам табынына тәмле генә турама

“Хан” салаты
Салат өсөн 3 бешкән йомортҡа, 2 бешкән картуф, 150 гр ҡаты сыр, 200 гр краб таяҡсалары, 160 гр майонез, 400 гр креветкалар кәрәк була. Йомортҡаны, картуф һәм сырҙы терка аша үткәрәбеҙ, краб таяҡсаларын ваҡ итеп турайбыҙ. Салатты ошолай сиратта ҡатлап һалабыҙ: картуф, сыр, йомортҡа, краб таяҡсалары. Ҡаттар араһына майонез һыларға онотмағыҙ. Салаттың өҫтөн креветкалар менән биҙәйбеҙ. Әйткәндәй, салат креветкаларһыҙ ҙа бик тәмле килеп сыға.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: